

Ауылыма яҙ килгәндер инде
Моңло көйгә уны төргәндер.
Яҙ һулышы,күңел тирбәлдереп
Тәбиғәткә йәмен биргәндер.
Гөрләүектәр ағып, шаярышып
Йылғабыҙға килеп төшәлер,
Хәтфә үлән –затлы келәм булып
Аяҡ аҫтарына түшәлер.
Һандуғастар, беҙҙең баҡсалағы
Ҡарт шыршыға көйләр йырҙарын,
Ә тирәктәр йәшел япраҡ ярып
Балға маныр шишмә һыуҙарын.
Туғайҙарҙа умырзая сығыр,
Һабантурғай һуҙыр моң- көйөн.
Ап-аҡ күлдәк кейер муйылдар ҙа
Көткән кеүек гүйә туй көнөн.
(М. Үтәгәнова)