

Был донъяла беҙ бит ҡунаҡ ҡына,
Ҡунаҡ икәнлекте белмәйбеҙ.
Бер ҙә юҡҡа кеше рәнйетәбеҙ,
Йөйһөҙ ерҙән йөйҙәр эҙләйбеҙ.
Соҡонабыҙ кеше тормошонда,
Кер эҙләйбеҙ керһеҙ күңелдән.
Ауыр мәлдәрендә йыуатырлыҡ,
Йылы һүҙҙәр әйтеү мөмкин дә.
Иреш-талаш,бөтмәҫ ыҙғыш менән,
Күңелдәргә яра һалабыҙ.
Бинахаҡтан кеше рәнйетәбеҙ,
Һәм ҡәнәғәт булып ҡалабыҙ.
Бер-беребеҙҙе уҙҙырырға теләп,
Шашып-ярышып донъя көтәбеҙ.
Үҙебеҙ менән бер ни ала алмай,
Аҡ кәфенгә төрөнөп китәбеҙ.
Донъяларға һыймай йөрөһәк тә,
Ике аршын ергә һыябыҙ.
Балаларҙы талаштырыр өсөн,
Шаурап ҡала йыйған донъябыҙ.
Атай малын тигеҙ бүлә алмай,
Дошманлаша ҡайсаҡ балалар.
Туғанлыҡ ептәре шарт өҙөлә,
Алыҫлаша ғына аралар.
Яҡындарҙы һанға һуҡмайынса,
Бай-фәҡиргә бүлеп ҡарайбыҙ.
Йылы мөнәсәбәт булдырырлыҡ,
Юҡмы икән ни һуң сарабыҙ?
Был донъяла беҙ бит ҡунаҡ ҡына,
Сәскә кеүек кенә ғүмерҙәр.
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Ихтирамға,наҙ,һөйөүгә төрөп,
Йомарт булһын ине күңелдәр.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.
https://vk.com/et_igat