

Рәхмәт, Аллам, тыуҙырғаның өсөн!
Ошо ерҙә йәшәгәнем өсөн!
Был донъяның гүзәллеген тойоп,
Татығанға яратыуҙың көсөн!
Дауылдарҙа һүнгән ялҡындарҙы
Күңелемдә көйрәткәнең өсөн!
Һынауҙарҙың етдиҙәрен биреп,
Ныҡ булырға өйрәткәнең өсөн.
Әсе елдә һыуынмаҫлыҡ итеп
Хистәремде һаҡлағаның өсөн!
Һөйөүемә төрөп күңелемде
Яуыздарҙан яҡлағаның өсөн!
Рәхмәт һиңә, өмөт менән ҡосоп,
Сығарғанға ауырлыҡты кисеп.
Аҡ һәм ҡара бергә буталғанда
Аңлатҡанға яҡтылыҡтың көсөн!
Хыялдарым, шатлыҡтарым менән
Ҡанат ҡағып йәшәгәнем өсөн!
Ҡара төндө ятып, яҡты һибеп,
Тик үҙемсә йәшнәгәнем өсөн!
Флёра Шәрипова.