Көнгәк
+4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
5 Апрель , 08:05

Һин - бер сер, йомаҡ, легенда...

Ҡулдарыңдан үпкем килә,Устарың - шундай йылы.Мөхәббәттең аҡҡошо һин,Саф һөйөүҙең былбылы!

Һин - бер сер, йомаҡ, легенда...
Һин - бер сер, йомаҡ, легенда...

Ҡулдарыңдан үпкем килә,
Устарың - шундай йылы.
Мөхәббәттең аҡҡошо һин,
Саф һөйөүҙең былбылы!
Таңғы ысыҡтарҙай саф һин,
Иреңә шундай тоғро.
Кеше бәхетен урлаусы, -
Була күрмәйем уғры!
Һине күреп йөрөүҙәрем
Бәхеттәрҙең иң ҙуры.
Бар донъяны яҡтыртыусы, -
Ҡояштың һин бер нуры!
Тартып алма ҡулдарыңды,
Күңелемә шундай йылы.
Мин - иҫкергән бер скрипканың
Өҙөлөп төшөр ҡылы...
Һин - бер сер, йомаҡ, легенда,
Саф һөйөүҙең былбылы.
...Устарыңдан ғына үптер, -
Ҡулдарың шундай йылы!

Р.Ҡаһиров. 

Автор:
Читайте нас