Ҡыҙҙары Әсмә хәҙер ҡалала йәшәй, ҙур урында эшләй, хатта шоферы өйөнән килеп ала, кире илтеп ҡуя, ти. Улдары Хәким дә сереп байып киткән икән. Нимә әйтәһең инде – эшҡыуар. Өфө һынлы Өфөнөң ҡап уртаһында бейек кенә затлы йортта йәшәй, тип һөйләгәйне әсәһе. Эш буйынса сит илдәрҙән ҡайта белмәй, имеш. Рамазан ҡарттың уйҙары йәнә мәрхүмәгә әйләнеп ҡайтты.
– Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай шул, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ҡарт. Хәтифә әбейгә бәйле хәтирәләр үҙенән-үҙе күҙ алдына килеп баҫа. Изге кеше ине ул. Бер ҡасан да ғәйбәт ташып, кеше араһын бутап йөрөмәне. Үҙ эше менән генә булды.
Уның яҡты йөҙөнә, бирешмәҫ мыҡты кәүҙәһенә ҡарап, ауылдаштары, шаяртып: “Был Хәтифә үлмәҫкә тыуғандыр”, – тиер ине. Юҡты һөйләйҙәр, был донъяла бер нәмә лә мәңге түгел! Тимер һынлы тимер ҙә, тәүҙә тутығып, шунан сереп юҡҡа сыға. Хәтифә әбей ҙә тиҙ генә бирешерҙәй заттан түгел ине. Хәләле Хәйрулла ҡарттың кинәт үлеүе генә бәкәлгә ныҡ һуҡты. Ауыр кисерҙе ҡарсығы. Яңғыҙлыҡта ни эшләргә белмәй зар-интизар булғанда, исмаһам, балалары эргәһендә түгел. Онотҡанда бер күренгеләйҙәр. Һәр береһенең үҙ мәшәҡәте. Әсмәһе лә, Хәкиме лә эш тип үлә инде... Бынан өс көн элек кенә “Тиҙ ярҙам” менән Хәтифә әбейҙе ауыр хәлдә ҡалаға алып киткәйнеләр.
Ауылда берәйһе баҡыйлыҡҡа күсһә, уны тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыу, ерләшеү – һәр кемдең изге бурысы. Рамазан бабай үҙ ғүмерендә әҙме ауылдашын күҙ йәшен түгеп ер ҡуйынына һалыуҙа ҡатнашты. Ауылдың иң оло кешеләренең береһе – Хәтифә әбейҙе лә тәрбиәләп ер ҡуйынына тапшырырға кәрәк. Ошоно уйлап ултырҙы ла ҡарт, йәһәт кенә кейенеп, сығыу яғына ыңғайланы... Хәтифә әбейҙең йорто алдында халыҡ йыйылған. Ҡапҡаны шар асып ҡуйғандар.
Ирҙәр бер урынға йыйылып, нимә хаҡындалыр һөйләшә. Ҡатындар һыу ташый, кәртәлә усаҡ яғып, аш-һыу әҙерләй. Һәр кемдең йөҙөндә моңһоулыҡ, хәсрәт. Рамазан бабай, бисмиллаһын әйтеп, ипләп кенә ишек алдына яҡынлашты. Берәү менән дә ҡул биреп иҫәнләшмәне – йолаһы шулай. Бары баш һелкеп кенә иҫәнлеген белдерҙе. Усаҡ алдында аш-һыу менән булып йөрөгәндәр араһында Әсмәне шундуҡ таныны бабай. – Эй, һеңлекәш, ҡайғың ауыр. Был донъяла Аллаһы Тәғәлә генә мәңгелек, ҡалғандар – үткенсе, – ҡарт, Әсмәне йыуатҡандай, арҡаһынан һөйөп алды. – Үлгән артынан үлеп булмай. Хәтифә еңгә бик ихлас кеше ине. Урыны йәннәттең түрендә булһын... Был һүҙҙәрҙән сибек кенә ҡатын һыҡтап илап ебәрҙе:
– Уй, әсә-кә-йем! Ниңә генә китеп барҙың инде? Хәҙер һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ?.. – Йә, тыныслан, ҡыҙым, тыныслан! Әгәр бөтәһе лә мәңге йәшәһә, тормоштоң ҡәҙере булмаҫ ине. Күрәһең, Хоҙайға ла күктә изге әҙәмдәр кәрәк. – Исмаһам, үҙемә алып ҡайтып өлгөрмәнем. Йәшәр ине беҙҙә. Бында бит ауыр: һыуын йылғанан ташы, өйҙө утын менән йылыт... Бабай нисек кенә күҙләһә лә, килгән кешеләр араһында мәрхүмәнең улын таба алманы. Ахырҙа: – Хәким улым күренмәй. Моргҡа киттеме әллә? – тип һорап ҡуйҙы. – Юҡ, – Әсмә бары ҡул һелтәне. – Мәскәүҙә ул. Командировкала. Килеп етә алмайым, тип шылтыратты. Ә моргтан әсәйемде ирем Рәйес алып ҡайта. – Улай икән... – ҡарт аптырап башын сайҡаны. Ауыҙ эсенән генә әйтеп ҡуйҙы: – Донъя малы ҡәҙерлерәк шул хәҙе-ер... Ул арала ҡәберҙең әҙер булыуы тураһында хәбәр иттеләр: – Апай, эш бөттө. Һеҙ ҡушҡан урындан ҡаҙҙыҡ. Әсмә күҙ йәштәрен һөрттө лә, тынысланырға тырышып, күкрәк тултырып һуланы. – Рәхмәт, ҡустым. Атайым менән йәнәш ятыр хәҙер. Әсәйем алдан уҡ, шунда ерләрһегеҙ, тип әйтеп ҡуйғайны. – Бә-әй! Ҡаҙып та ҡуйҙығыҙмы ни?
– Ҡарт аптырап һораны. – Мәрхүмәне өйөндә төн сығара торған йола бар... – Юҡ, ағай. Беҙ әсәйҙе бөгөн ерләйбеҙ. Был һүҙҙәрҙән бабайҙың тәне зымбырлап китте. Тамағына төйөр килеп тығылғандай тойолдо: – Нис-сек улай, һеңлекәш? Әсмә ҡарттың борсолоуына әллә ни әһәмиәт бирмәне. – Ирем менән кәңәшләштек тә, шулай итергә булдыҡ, – тине ул тыныс ҡына. – Иртәгә икебеҙгә лә эшкә... Көтөлмәгән хәбәрҙән ҡарттың йөҙө үҙгәрҙе. Маңлайындағы һырҙар ошо мәлдә артҡандай булды. Әсмәгә ҡарата асыуы килде, күрәһең. – Ныу, туғаным, йоланы һанға һуҡмау былай килешкән эш түгел. – Рамазан ҡарт ололарға хас етдилек менән өндәште. – Хәйерлегә булһа ярар ҙа ул... Шул саҡ ҡапҡа алдына йөк машинаһы килеп туҡтаны... – Балалар, әйҙәгеҙ, мәйетте өйгә индерәйек, – тип Рамазан ҡарт машинаға табан ыңғайланы. – Аһ-аһ, өйгә-ә? – әсмә ҡабаланып бабайҙың ҡаршыһына сыҡты.
– Ҡәбер күптән ҡаҙылған. Унда кешеләр көтә. Бара һалырға кәрәк. – Ҡыҙым, бәй, мәрхүмәне өйөнә лә индермәйһегеҙме ни? – Ҡуй әле, Рамазан бабай, баш ҡатырып йөрөмә. Былай ҙа ҡайғыбыҙ ҙур, – Әсмә ҡулын һелтәп ҡуйҙы. Ҡәбер ҡаҙыусылар ебәргән егет түҙмәне. Ул Әсмә эргәһенә килеп, уның терһәгенә ҡағылды: – Апай, ней... Ней, ауыл йолаһы ла бар бит әле... – Тағы ниндәй йола? – тип ҡатын күҙен алартты. – Ней, ағайҙар көтөп тора, – егет муйыны тәңгәленә сиртте. Йомоштоң ниҙә икәнен аңлағас, Әсмәнең асыуы ташты: – Уф, алла! Саҡ ҡына ҡыл ҡыбырлатһалар ҙа таларға торалар. – Шунан ире торған яҡҡа ымланы. – Бар, ана, Рәйес еҙнәңдән һора. Мин ҡушты тип әйт. Егет ҡәнәғәтлек менән ауыҙын йырҙы. Рамазан ҡарт быларҙың барыһын да асыуы килеп күҙәтеп торҙо. Мең төрлө уҡмашҡан уйҙарҙың осо-ҡырыйын тапмаҫлыҡ... Етмәһә, элек маңҡаһы ағып йөрөгән бынау Әсмәһе лә ҡалай ҡыланған була. Башты ҡатырып йөрөмә, тип кенә ҡуйҙы. Нисек кенә тимәһендәр, үҙ һүҙемдә торорға тейешмен, тип уйланы бабай.
– Ҡыҙым, һин саҡ ҡына булһа ла оло кешене тыңла, – ҡарт ҡалтырана биреп, эйәге менән өй яғына ымланы. – Әсәйеңдең бит ғүмере ошо йортта үтте. Атайың менән икеһе үҙ ҡулдары менән һалған йорт бит. Үҙегеҙ шунда үҫтегеҙ. Йоланан өҫтөн булырға ярамай. Индерәйек... – Ваҡыт ҡыҫа, ваҡыт, – Әсмә үҙенекен тылҡыны. – Бер мендереп, бер төшөрөп йөрөргә ней... Һүҙгә мәрхүмәнең күршеһе Сәкинә ҡарсыҡ та ҡушылды: – Әсмә, ҡатындар күптән әҙер. Әсәйеңде, дин шарты буйынса, ғөсөлләндерергә кәрәк. Ҡатындың йөҙө үҙгәрҙе. Уның тишерҙәй итеп ҡарауынан әбей менән бабайҙың аҡыл өйрәтеп йөрөүен өнәмәүен төшөнөргә була ине. – Уныһын ғына беләбеҙ... – тип ҡырт киҫте Әсмә. – Был эште хәҙер моргта ла үтәйҙәр. Әсәйҙе яҡшы итеп йыуып, табутҡа һалып бирҙеләр. Рамазан ҡарт аптырап, ауыҙын асты ла, ни әйтергә белмәй, шаңҡып ҡалды: – Бәй, һеҙ уны табутҡа һалдығыҙмы ни? – уның моңһоу күҙҙәре тағы ла тоноҡланып китте. – Мосолмандарҙа улай ярамай. Беҙҙә борон-борондан мәйетте йыуып, кәфенлеккә урап ер ҡуйынына тапшырҙылар. – Шулай, шулай! – тип өҫтәне Сәкинә ҡарсыҡ. – Ул гурыд кешеләре беҙҙең йоланы белә тиме? Әйҙә, шартына килтереп үтәйек. Индерегеҙ өйгә...
– Юҡ, юҡ, юҡ! – Әсмәнең тауышы көр сыҡты. – Бер үк эште ике башҡарырға хыялый булдығыҙмы? Беҙҙең ваҡыт тығыҙ. Шуның арҡаһында эшһеҙ ҡалайыҡмы әллә?! Эргәлә генә ике ҡатындың шарҡылдап көлгәне һөйләшеүҙе бүлдерҙе. Күрәһең, улар мәйет оҙатырға килгәнен бөтөнләй онотҡан. Бер кемгә лә иғтибар итмәй, ҡулдарын болғай-болғай гәпләшәләр. – Кит, шайтан саҡырып тормағыҙ! Тапҡанһығыҙ ғәйбәт һөйләргә! – Сәкинә әбей уларҙың ауыҙын ҡапланы. Башҡалар нисек кенә күндерергә маташһа ла, Әсмәнең һүҙен йығыуы, ай-һай, еңелдән түгел. Әсәһен өйөнә индереүгә лә, уны дингә ярашлы йыуып, кәфенлеккә урауға ла ҡырҡа ҡаршы торҙо. Һайт тигәнгә тайт тигәндәй, Рәйес тә ҡатынының һүҙҙәрен ҡеүәтләп тора. Әсмәгә һин әйт ни, әйтмә ни. Ауылдаштары быны шундуҡ тойомланы. Ахырҙа, хушлашыу өсөн әбейҙең йөҙөн асып күрһәтеүен үтенделәр. Әсмәгә ире ярҙамға килде: – Табутты моргта ҡағып ҡуйҙылар, – ҡабаланыуын белдереп, берсә сәғәтенә, берсә ҡатынына ҡарап алды. – Уны асып тормайбыҙ инде. Былай тора бирһәк, көн дә байыр... Был һүҙҙәрҙән кемдер ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, берәүҙәр сыҙай алмай, ҡул һелтәп ҡайтып китте. Халыҡ араһында торған Рамазан ҡарт йәнә алға килеп баҫты: – Ә йыназаны кем уҡыр? – Мулла күрше ауылда бар ул. Барып алырға кәрәк, – тине әбейҙәрҙең береһе. – Йыназаны уҡымайынса ерләргә ярамай, – ҡарт бер әйтә башлағас, туҡтай алманы. – Үлгән кеше хәҙер доғанан башҡа бер нәмә лә көтмәй... Әсмә иренен ҡымтый биреп быларҙы тыңлап торҙо. Шунан, ҙур асыш яһағандай, Сәкинә ҡарсыҡҡа ымланы: – Хәҙер мулла артынан йөрөргә ваҡыт юҡ. Ана, Сәкинә инәй йыназа уҡыһын. Ул ураҙаһын да тота, доғаларҙы ла белә. Ҡарсыҡ ҡалтыранып китте. Уңайһыҙлана биреп, башындағы яулығын ипләне: – Ҡуй, килешмәгәнде. Ҡатын кеше бер ҡасан да йыназа уҡымай бит. Шунан, мин уның тәртибен дә белмәйем. Бер нисә генә доға хәтерҙә ҡалған. – Ана шул белгәндәрең дә еткән! Әйҙә, уҡы, инәй... Башҡа сара ҡалмағас, Сәкинә ҡарсыҡ мәйет алдында белгән доғаларын уҡыны. Тик уны йыназа тип атап булмай инде. Шулай ҙа әхирәте мәрхүмәнең йәне йәннәттә булыуын, ҡараңғы гүренең яҡты булыуын теләне. Үлгәндәргә тыныслыҡ, иҫәндәргә сәләмәтлек юраны.
Кеше ғүмерендә өс туй була... Был һүҙҙәрҙе Рамазан ҡартҡа заманында атаһы һөйләгәйне. Беренсе туй – ул баланың тыуыуы. Сабыйҙың әсә ҡарынынан сығып, донъяға ауаз һалыуы – иң шатлыҡлы ваҡиға. Бына, исмаһам, бәхет! Ергә яңы кеше тыуа... Әҙәм балаһының ғүмерендәге икенсе туй – һөйгән йәре менән ҡауышыуы. Ул байрамды элек тотош ауыл халҡы менән геү килеп үткәрәләр ине. Туйғансы йырлайҙар, бейейҙәр... Был тиклем дә һөйөнөстө йәшереп буламы ни? Яңы ғаилә тыуа бит!.. Кеше ғүмерендә өсөнсө туй – ул баҡыйлыҡҡа күсеүе. Эйе, әҙәмдең ер йөҙөндәге юлы тамамланып, мәңгелеккә күсеүе лә туй ул. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йолаһы, үҙ шарты бар...
Быларҙы үтәмәү хәйерлегә түгел. Мәйетте оҙатып барғанда Рамазан ҡарт ошо турала уйланды. Бабай, мәрхүмәнең яҡты йөҙөн күҙ алдына килтерергә тырышҡандай, берсә күккә баҡты, берсә тирә-яғына ҡаранды. Әммә уның моңһоу ҡарашы ҡыҙыл табуттан башҡаны күрмәне. Хәтифә әбейҙе ерләп ҡайтҡанда, көн байый башлағайны. Бер юлы өсөн дә уҡытырға булдылар. Шартына килтереп, өй уртаһына бер нисә өҫтәл теҙеп ҡуйғандар. Ерләшеүҙә ҡатнашҡан ирҙәр, аш-һыу әҙерләгән ҡатындар, әбей-бабайҙар өҫтәл артына барып ултырҙы. Мулла булмағас, был юлы ла аятты Хәтифәнең күршеһе Сәкинә ҡарсыҡтан уҡыуын һоранылар. Ул инәлтеп торманы. Бөтәһенең дә тынысланғанын көткәндәй, тирә-яғына күҙ йүгертеп алды ла, ике усын йөҙө алдына ҡуйҙы: – Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғәләмин... Шул саҡ ишеккә кемдер ҡаты итеп шаҡыны.
Доға ҡылып ултырған әбей терт итеп ҡалды, һөйләүенән туҡтаны. Аятты бүлдергәнгә асыулана биреп, Әсмә ишеккә ынтылды: – Кем унда? Ишек алдында форма кейгән милиционер пәйҙә булды. Көтөлмәгән ҡунаҡҡа бөтәһе лә һынсыл ҡарашын төбәне. – Мәрхүмә Хәтифә Ғәлина ошо йортта йәшәнеме? – Милиционер, иҫәнләшеп тә тормай, тамаҡ ҡыра биреп өндәште. – Эйе. Нимә булған һуң? – Бер яҡ ситтә ултырған Рәйес ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан “ҡунаҡ”, бер һүҙ әйтмәй, башын сайҡап ҡуйҙы. Шул саҡ аятҡа йыйылғандар Әсмәгә төбәлде. Закон кешеһенең былай ҡобараһы осоп йөрөүе тиктомалға түгелдер. Берәй ғилләһе барҙыр, моғайын. – Әллә әсәһе зәвишәнйә-фәлән ҡалдырҙымы икән? – Әбейҙәрҙең береһе ишетелер-ишетелмәҫ кенә эргәһендә ултырған ҡарсыҡтың ҡолағына бышылданы. – Булыр-булыр... Ғүмер баҡый аҡса йыйҙы бит ул...
Милиционер һынсыл ҡарашы менән өй эсен ҡапшап сыҡты. Ҡайҙа, ултырырға бирегеҙ әле, тигәндәй, мейес алдындағы ултырғысҡа ҡулы менән ишараланы. – Йә, кемегеҙ мәрхүмәнең яҡын кешеһе була? – тине тәртип һаҡсыһы. Әле генә шымып ҡалған табын йәнләнеп китте: – Шөкөр, бында ят әҙәмдәр юҡ...
– Эйе, бында барыһы ла Хәтифә апайҙың заты тигәндәй... – Әллә ете ят кешеләр йыйылған тип уйлайһығыҙмы? Милиционер был шау-шыуҙы шундуҡ тынысландырҙы: – Ярай, етер! Барыһы ла аңлашыла. Мәрхүмәнең иң яҡын кешеһе кем? Бөтәһе лә Әсмәгә төбәлде. – Мин... – Әсмәнең ҡалтыранған тауышынан ҡаушағаны һиҙелеп тора. – Ә ни-мә булған? Милиционер эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булды: – Бөтә бәлә шунда: һеҙ әсәйегеҙҙе дөрөҫ ерләмәгәнһегеҙ! – Алға үтеп, документтар тулы папкаһын шапылдатҡансы өҫтәлгә һалды. Бөтәһе лә аптырашып, бер-береһенә ҡараны. – Нимә?! – Әсмәнең ире Рәйес урынынан һикереп торҙо. – Нисек инде – дөрөҫ ерләмәнек?! Бөтәһен дә шартына килтереп үтәнек. Ана, башын да ҡиблаға ҡаратып һалдыҡ. – Ҡабатлап әйтәм: дөрөҫ ерләмәгәнһегеҙ! – Эйе!.. Һеҙҙән генә һорарға онотҡайныҡ!.. – Рәйес телләшеүен дауам итте. – Һин ауыҙыңды яп! – Милиционер ҡаты итеп әйтте. – Мине ишетергә лә теләмәйҙәр. Мин “а” тим, улар “б” ти. – Әсәйемде нисек ерләһәк тә, яраған түгелме? Һеҙҙең ни ҡыҫылышығыҙ бар? – шым торған Әсмә ирен яҡлашырға тотондо. – Үлгән кешене барыбер ҡайтарып булмай...
– Вот именно, ярамаған! Һеҙ әсәйегеҙ урынына икенсе кешене ерләгәнһегеҙ! – Нис-сек?! – Әсмәнең йөҙө ап-аҡ булды. – Бына шулай! – Милиционер асыуынан ҡыҙарынып китте. – Хәтифә Ғәлина әле лә моргта ята. Ә Полетавкиндар әсәһенең мәйетен таба алмай бер була! Ҡот осҡос хәбәрҙән барыһы ла “аһ” итеп ҡалды. Әсмә баҫып торған еренән ултыра төштө. Кемдер ауыр көрһөндө, кемдер илап тышҡа сығып китте. Олораҡтар үҙ алдына бисмиллаһын әйтеп, белгән доғаһын ҡылды. – Әстәғәфирулла, әстәғәфирулла!.. – Кит, гонаһ шомлоғо бит! – Дошманыңа күрһәтмәһен!.. Әсмә, ни иларға, ни һүҙ әйтергә белмәй, битен ике ҡулы менән ҡаплап, ултыра бирҙе. – Һеҙҙең башығыҙ бармы, юҡмы? Ҡайҙа ҡаранығыҙ? – Милиционер берсә Әсмәгә, берсә иренә уҫал итеп ҡараны. – Бында беҙҙең ни ғәйеп? Ана, моргта бутағандар инде! – тип аҡланып маташты Рәйес. – Күҙҙәре түбәһенә менеп... – ә һеҙ нимә өсөн? Үҙегеҙ ҡараманығыҙмы ни? – Әйттем бит, былай итеп ҡыланыуығыҙ хәйерлегә булмаҫ, тип! – быға тиклем өндәшмәй ултырған Рамазан ҡарт әйтмәй булдыра алманы. – Эйе шул, – Сәкинә әбей ҙә ҡушылды.
– Әллә ҡайҙа ҡабаландылар! Бер төн өйөндә мәйетте көтөргә тигәйнек – ҡаршы сыҡтылар. Йыуып, яңы кәфенлеккә урайыҡ тигәйнек – тағы ҡарыштылар. Исмаһам, йыназа уҡырға мулла ла саҡырманылар! – Ҡуй инде, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тиҙәр. Тиҙерәк ерләйек тә тиҙерәк ерләйек, тип өтөп барҙылар! Ошо Әсмә мәйеттең йөҙөн асырға ла ҡушманы бит! – Һеҙ ниңә, исмаһам, йөҙөн асып ҡараманығыҙ? – Милиционер йәнә Әсмәгә өндәште. – Мин үлгән кешегә ҡарарға ҡурҡам... – Ҡатын башын күтәрмәйенсә генә яуапланы. – Атаң башы! – тәртип кешеһе ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. – Ул бит ят кеше түгел. Һинең ә-сә-йең! Аңлайһыңмы? – Үлгән кешеләр бөтәһе лә бер инде ул, – был һүҙҙәр Рәйестең ауыҙынан ысҡынды. – Тә-ә-әк! Хәҙер нимә эшләйбеҙ? – погонлы ир барыһына ла күҙ йүгертеп сыҡты. Яуап булманы. – Әгәр белмәһәгеҙ, әйтәм. Иртәгә теге әбейҙе ҡаҙып алаһығыҙ ҙа, моргҡа алып барып ҡуяһығыҙ.
Шунан Хәтифә әбейҙе алып ҡайтып ерләйһегеҙ. Бының өсөн тәү сиратта мәрхүмәнең ҡыҙы менән кейәүе яуаплы. – Нисек инде улай? Ул урыҫ әбейен беҙ юрамал алғанбыҙҙыр шул? – Әсмә, күҙ йәшен һөртөп, телләшергә тотондо. – Ана, кем ғәйепле, шунан требовать итегеҙ! – Әйтмә лә! Ә күпме аҡса елгә осто. Уны беҙгә кем ҡайтарыр? – тип ысҡындырҙы Рәйес. – Иш-шыу иртәгә икебеҙгә лә эшкә. Ҡыланып йөрөйбөҙҙөр!.. – Әсмә сутырлығы сыҡты. – Мин бер нәмә лә белмәйем. Әсәйемде ер ҡуйынына тапшырҙым. Әсмәнең былай тип әйтеүе Рамазан ҡарттың мейеһен телеп үткәндәй булды. Урынында ултырып түҙмәне ул. Күҙе күреп, ҡолағы ишетһә лә, бындай оятһыҙлыҡты аңы менән ҡабул итә алманы.
Ошо өйҙә ултырыу уның өсөн яза кеүек тойолдо. Тыны ҡыҫылды. Ахырҙа, өҫтәл артынан торҙо ла, сығыу яғына ыңғайланы: – Мәрхүмәгә тейешле хөрмәт күрһәтеп, йыназа уҡытманың. Шул ҡылығың үҙеңә йыназа булып әйләнеп ҡайтмаҫ тимә! Уның артынса бүтәндәр ҙә, урынынан тороп, ҡайтырға ашыҡты. – Күпме йәшәнем, был көнгә етеп, шундай оятһыҙлыҡты күргәнем юҡ ине. – Тәүбә, тәүбә! Ошондай бәндәләрҙән ҡәберең алыҫ торһон!.. Аятҡа тип йыйылған халыҡ шулай тиҙ генә таралып бөттө. Әсмә лә ире менән шул уҡ көндө ҡалаға һыпыртты. Иртәгәһенә, ауыл ирҙәре милиционерҙар менән теге ҡәберҙе соҡоп, мәйетте ҡала моргына алып барып ҡуйҙы. Унан Хәтифә әбейҙе алып ҡайттылар. Мәрхүмәне шул уҡ ҡәбергә төшөрөп, күмеп тә ҡуйҙылар. Тик уға йыназа уҡыусы ла, яҡты рухына арнап доға ҡылыусы ла, ҡәбере алдында күҙ йәшен түгеп илаусы ла булманы...