Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
6 Апрель , 03:05

Асыуланыу

Зинһар асыу тотмағыҙ һеҙ,Асыу тотһағыҙ әгәр.Үҙегеҙҙе эстән ашар -Ул ағыу - шундай зәһәр!

АсыуланыуАсыуланыу
Асыуланыу

Зинһар асыу тотмағыҙ һеҙ,
Асыу тотһағыҙ әгәр.
Үҙегеҙҙе эстән ашар -
Ул ағыу - шундай зәһәр!
Асыуланыу тамыр йәйә
Көнсөл һәм яуыздарҙа.
Йоҙроҡтар һәр саҡ төйнәүле,
Төкөрөк ауыҙҙарҙа.
Бар ниәте үлем теләү
Үҙенең дошманына.
Нәфрәт менән асыу һеңгән
Ундайҙарҙың ҡанына.
Аңла кеше, асыуланыу -
Ағыулау үҙ - үҙеңде.
...Аҡыллылар ғына була
Тыныс, сабыр, түҙемле!

Рамай Ҡаһиров.

Автор:
Читайте нас