Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
6 Апрель , 01:05

Ҡояш ҡасан йәшәрер?

птырағас, һорап ҡуйҙым Бөгөн иртән атайҙан. "Әйтсе, атай, алсаҡ ҡояш Ниңә иртә ҡартайған?

Ҡояш ҡасан йәшәрер?Ҡояш ҡасан йәшәрер?
Ҡояш ҡасан йәшәрер?

Аптырағас, һорап ҡуйҙым

Бөгөн иртән атайҙан.

"Әйтсе, атай, алсаҡ ҡояш

Ниңә иртә ҡартайған?

Ҡарҙы бик яй иретә ул,

Сағыу түгел нурҙары.

Ҡартайған ул, ялҡауланған,

Шуға яҙ ҙа һуңланы!

Һаман әсе елдәр иҫә,

Ҡайҙа барма ҡар ҙа, көрт.

" Атай миңә яуап бирҙе:

"Ҡабаланма, яҙҙы көт!

Ҡояш ҡабат йәшәрер, ти,

Сағыуланыр нурҙары.

Оҙаҡламай ишетелер

Сыйырсыҡтың моңдары."

Аңламайым тәбиғәттең

Ғәжәп бер, матур серен.

...Көтөп йөрөйөм ҡояштың

Яңынан йәшәререн!

Рамай Ҡаһиров.

Автор:
Читайте нас