Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
6 Апрель , 05:08

Әсәйемә

Әнисә Таһированан матур шиғыр.

ӘсәйемәӘсәйемә
Әсәйемә

Тормош юлдарында иң ҡәҙерлем,
яҡыным һин, әсәй, һөйөклөм.
Күңелемдең күктәрендә һәр саҡ
Йылы яҙ ҡояшы кеүекһең.

Тормош йәмен, гүзәллеген таптым,
Һинең йөрәк миндә типкәнгә,
Һүнмәҫ мөхәббәттең сатҡылары
Юлдарымда нурын һипкәнгә.

Биргән өсөн йөрәк йылылығын,
Ышанысын - һөйгән ҡулдарҙың.
Арыманым үткән саҡтарымда
Тормошомдоң борма юлдарын.

Тымыҡ минуттарҙа йырҙар ҡайтһа,
Тау шишмәһе төҫлө саф булып,
Улар , әсәй, һинең тиңһеҙ йомарт
Күңелеңдән килгән яҡтылыҡ.

Үтелгән юл- эҙһеҙ тулҡын түгел,
Онотолмаҫ улар, әсәйем,
йылылығың биреп кешеләргә,
Бөйөк күңел менән йәшәйһең.

Ниндәй генә һүҙҙәр һайлаһам да,
Тиң булалмаҫ кеүек үҙеңә.
Йөрәктәге оло мөхәббәтем
Яҙ ҡояшы булһын көҙөңә.

Әнисә Таһирова.

Автор:
Читайте нас