Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
7 Апреля , 05:04

ҒƏҘЕЛ КЕШЕ

Ябай ғына вазифа билəй ул. Байтаҡтан инде. Юғары белемле булһа ла. Кем əйтмешлəй: эсмəһə лə, тартмаһа ла. Ҡыҙыл тышлы дипломына яҙылып ҡуйылған төп һөнəре буйынса намыҫлы эшлəһə лə. Хəйер, кешелəрҙе был ғына ябай ултырғыстан «ҡатмарлы» ҡəнəфигə күтəреп ултыртмағаны билдəле инде. Етмəһə, вазифауи юғарылыҡҡа ул үҙе ынтылмай. Мөмкин булған саҡтарҙа ла, бəғзелəр төн йоҡоларын йоҡламай уфылдағанда, əллə кемдəрҙəн уларҙың əллə ниндəй ҡоҙаларына шылтыраттырып, бəлəкəй генə булһа ла түрəлек урынын элəктереп ҡалырға йəнтəслимгə тырышҡанда, уның, хатта үҙенə тəҡдим итһəлəр ҙə, баш тартыуы ихтимал. Ихтимал ғына түгел, ошолай булғаны ла бар. «Был донъяла һəр кем үҙенең Хоҙай биргəн һəлəтенə ярашлы эште башҡарырға тейеш» тигəн ныҡлы фекерҙə тора. Сөнки ғəҙел кеше шул ул.

 
...Мəктəпте бөткəс тə институтҡа инде. Беренсе ынтылыуҙан керҙе, ситтəн тамсы ла ярҙамһыҙ: балһыҙ ҙа, болһоҙ ҙа, малһыҙ ҙа. Ул ваҡытта – бөгөн ғəжəп тойола, əммə шулай ине бит – студенттар сафына баҫыу үҙ көсөң менəн дə мөмкин булды.
Беренсе курсты бөтөүенə əрме хеҙмəтенə алынды. Бармаһа ла була ине, əлбиттə. Мəҫəлəн: «Ауырыу əсəйем яңғыҙы ҡала, һеҙ нимə, иптəштəр!» – тип яу һалып. Күптəр шулай иттелəр ҙə: табиптар менəн танышлыҡтарын киң файҙаландылар – хəрби хеҙмəттең бəҫе төшкəн мəл ине бит. Һөҙөмтəлə һаулыҡтарын да һаҡлап алып ҡалдылар. Ул бит теге аҡыллы китап йə  киноларҙа ғына əрме хеҙмəтенең, һинəн алыуҙан бигерəк, һиңə биреүе тураһында маҡтап яҙалар йə күрһəтəлəр. Ғəмəлдə киреһенсə килеп сыға. Насар ашауҙан ун һигеҙ йəшлек кешенең – эс‑бауыры бешегеп, урынына ултырып та өлгөрмəгəн баланың – сəлəмəтлеге ҡаҡшамай нишлəһен? Тегелəрҙең, əрменəн ҡасып ҡалғандарҙың, һаулыҡтарына зыян да теймəне, институтты ла ана күпмегə – теүəл ике йылға алдараҡ тамамланылар, тимəк, эшкə лə иртəрəк урынлаштылар, тейешенсə хаҡ ала, хеҙмəт стажы йыя башланылар. Йəғни, байығыу уҡ булмаһа ла, хəллерəк тормошҡа тиҙерəк ылыҡтылар. Улар, Ғəлим Рахманғоловтың фекеренсə, бынамын тигəн егеттəр үҙҙəре былай. Бергə уҡынылар, бергə ҡыҙҙар артынан саптылар тигəндəй. Лəкин йылғырыраҡ, əҙме‑күпме хəйлəкəрерəк инелəр түгелме? Ысынлап ла шулайҙыр: ҡайһылары менəн хəҙер ҙə осраштырғылай – түрə‑ғара булып бөткəндəр. Уҡыған институттары, факультеттары улай ҙур хужа булырлыҡ түгел дə ине кеүек, ə тегелəр, бына шулай, барыбер ҙə үрлəгəндəр. Уларҙы түрəлеккə билдəлəүселəр быларҙың белемдəренең əлеге өлкəгə тура килеп етмəгəненə лə иғтибар итеп тормағандарҙыр инде.
Ə Ғəлим улай итмəне – əрмегə китте: хуш, ауылым, һау бул, институтым. Хеҙмəткə элəккəн уҡыу ротаһы тап əлеге шул һаулыҡ ҡаҡшатыусы урын ине лə инде. Бик хөрт ашаттылар, алдарына ҡуйылған тəрилкə эсендə – шыр боламыҡ. Уныһы ла тоҙһоҙ. Уның ҡарауы, ашхананың артҡы ишеге яғына көн дə йөк машинаһы килеп, йəшник‑йəшник ризыҡты тейəп алып китə ине. Сусҡа‑мусҡаға тип түгел, һəп‑һəйбəт нəмəлəрҙе. Ə малға тигəне – айырым тарих. Хəрби частың үҙ ярҙамсы хужалығы булды. Йыуынты‑мыуынтыны шунан да килеп ала торғайнылар. Тик, дөрөҫ əйттек, тап шул йыуынты‑мыуынтыны ғына. Яҡшыһын икенсе берəүҙəр – гражданскийҙар ташыны. Йəшеренмəйҙəр ҙə ине, исмаһам. Сөнки ашхана мөдире менəн килешеп эшлəйҙəр. Һалдаттың, өҫтəүенə хеҙмəтен яңы ғына башлаған кешенең, көнөнөң һəр минут‑секунды алдан билдəлəнеп, ғүмерен шуға ярашлы ғына һөрəгəн егеттең быға иғтибары етмəҫкə лə тейеш кеүек. Һəм бүтəндəр, ана, быға төкөрөп тə бирмəй. «Ярай, беҙҙекен һыпырмай ҙа...» – тиҙəр.
– Нисек инде беҙҙекен түгел! – тип ҡабына Ғəлим. – Нимə ашағаныбыҙҙы күрəһегеҙ ҙə! Ə күпме, нисек булырға тейешлеген белəһегеҙме?
Əллə ни белеп бөтөрмəйҙəр. Яҙылған ул норма йə паек һандары, əммə иғтибар итеүсе юҡ.
– Ҡайғырма,– тип ҡул һелтəйҙəр. – Тиҙҙəн барыбер бынан китəбеҙ. Ə боевой часта яҡшыраҡ, тиҙəр.
Ҡайғыра Ғəлим. Ғəҙеллек тип үҫкəн кеше шул. Бер көндө түҙмəне, ашхана мөдиренə, тышҡы ҡиəфəтенəн үк бур икəне күренеп торған əҙəмгə, əйтте:
– Прапорщик иптəш, ə ниңə аш үтə шыйыҡ?
Тегенең иҫе китте! Бығаса һис кемдең, өҫтəүенə бынауы яңы килгəн «фил»дең (йəштəрҙе шулай йөрөтəлəр) өндəшкəне юҡ ине лə. Ике айлыҡ ҡына учебка был – өлгөрмəйҙəр. Көнө буйы маршировать итеп, ныҡ арыйҙар, күҙҙəре күрмəй, мейелəре эшлəмəй, робот кеүек йөрөйҙəр. Ə күҙҙəре күрə, баштары эшлəй башлауға частарға таралышырға ла ваҡыт етə. Яңы «филдəр» килə. Оҙаҡ йылдар ошолай дауам итə.
Мөдиргə бындай өндəшеүҙəрҙең фəтүəһе булдымы? Юҡ тип тə булмай. Ул һалдатҡа тешен оҙаҡ ҡайрап йөрөнө, һəр хəлдə Ғəлимгə шулай тойолдо. Боевой часта булһа, прапорщик был турала «бабай»ҙарға əйтер ҙə проблеманан еңел генə ҡотолор ҙа ҡуйыр ине, əлбиттə. «Бынауы фил туйына алмай икəн, туйҙырығыҙ əле» – тиер, тегелəр ашханаға алып барып, бер сүлмəк ашты ашатып бөтөрөр ине. Ғəлимдең күргəне юҡ, шулай ҙа бындай ҡурҡыныс хəлдəр тураһында хəбəрҙар. Ə бында, уҡыу ротаһында, улай итеп булмай, сөнки «бабай»ҙар юҡ. Берəү ҙə. Сержанттар бар былай, лəкин улар – айырым бер ҡатлам, аҡһөйəктəр... Ана шул башҡаларҙан айырылып торғандары өсөн дə уҡыу ротаһы курсанттары араһынан ҡалҡып сығып, «даими состав»ҡа ҡалғандар ҙа инде улар, погондарына арҡыры һарғылт таҫ малар таҡҡандар. Хəҙер, ашхана мөдиренең ниндəйҙер проблемаһын хəл итəм тип, тайғаҡ юлға баҫҡылары, элəгеп шул таҫмаларын кəметкелəре йəки уларҙан бөтөнлəй ҡолаҡ ҡаҡҡылары килмəй. Погоны ярай инде, боевой часҡа оҙатыуҙары ла ихтимал. Ə уларҙың унда барғылары килмə‑ə‑й... Бында бит улар хандарса йəшəй: нарядтар юҡ, увольнениелар бар. Телəгəн ваҡыттарында. Дембелгə яурын баштарына буй таҫмалар тағып, старшина булып ҡайтҡылары килə.
Курсант Рахманғоловтың аш‑һыу сифаты буйынса мөдиргə белдергəн дəғүəһенең файҙаһы тейҙе, тинек. Ысынлап та аштар ҡуйырҙы, бутҡалар майланды, сеүəтəлəрҙə һеңерле‑тарамышлы булһа ла ит киҫəктəре йөҙə башланы.
... Унан һуң күп һыуҙар аҡты, лəкин Ғəлимдең холҡо үҙгəрмəне. Шул үҙгəрмəү арҡаһындалыр ҙа – быны үҙе аңлай, əммə үҙгəрə алмай – башта əйтелеүенсə, əле һаман ябай ғына эштə, бəлəкəй генə вазифа билəй. Аҡса кəрəкмəй түгел, əлбиттə, кəрəк. Эшкə лə үҙ автомобилендə түгел, ə эштекендə һəм руль артында түгел, шəхси шоферы янында, тағы ла һəйбəтерəге – артҡы эскəмйəлə йөрөгөһө килəлер. Ҙур түрəлəр шулай итə. Лəкин əлеге ғəҙеллек көҫəү тойғоһо үҙен баҫтыра килə...
Əйткəндəре лə бар:
– Принциптарыңа төкөр. Үҙеңде уйла.
Бының аптыраулы ҡарауына:
– Ну ... үҙеңде булмаһа, ғаилəңде уйла. Һинең артыҡ ғəҙеллегеңдəн улар ҙа зыян күрə лə баһа... – тип өҫтəйҙəр.
Үҙ һүҙендə ҡала Рахманғолов, бына шулай ғəҙеллек даулауын дауам итə.
Ҡатыны ла:
– Юҡ менəн булма, ғəҙелһеҙлекте еңеп бөтөп булмай ул, береһен еңһəң, урынына икенсеһе, тағы ла яманырағы килер, – тип ҡарай. – Көйөп, һаулығыңды ғына һаман бөтөрəһең.
...Бер көндө эштəн туҙынып ҡайтып инде. Кейемен дə сисмəйенсə, ашнаҡта таба‑маба менəн шаж‑шож килгəн ҡатыны янына сығып, эскəмйəгə лап ултырҙы. Ҡатыны бының кəйефһеҙ икəнен ишекте асып‑ябыуынан уҡ һиҙенгəйне: шаж‑шождарын кəметте, ҡыҙып‑ҡыҙып коррупцияға ҡаршы көрəш тураһында һөйлəгəн телевизорҙың тауышын ябып ҡуйҙы..
– Ни булды?
– Эй, мынауларға барғайным... – Ире ҡайһы ойошмаға барғанлығын  əйтте. Телəр‑телəмəҫ кенə. Йəне көйөүе шул ҡəҙəремдер, хатта учреждение атамаһын теленə лə алғыһы килмəй.
– Шунан?
– Шул. Һəр ваҡыттағыса инде – ултыралар ҡуҡырайышып. Быяла артындағы ҡупшы ҡыҙға: «Һаумыһығыҙ!» – тинем. Һаулыҡты алманы. Ишетмəне лə шикелле. Компьютер мониторына ҡаҙалып алған – минең тарафҡа һыңар күҙен дə борманы. «Һаумыһығыҙ!» – тип ҡабатланым. Тағы шул уҡ хəл. Тауышымды күтəрə биреберəк: «Һылыу, əйткəнемде ишетəһегеҙме?» – тип һораным. Бына шунда ғына ҡараны. Шунда уҡ түгел былай, əҙ генə көттөрə биреберəк. Матур ҡыҙҙар ҙа яман итеп ҡарай белə икəн: «Нимə?!» – тине. Лəкин был мəлдə эш үткəйне инде.
– Һин шул инде... – Йөҙөнə борсолоу сырайын уғата өҫтəп, эштең ысынлап та үтеп өлгөргəнен аңлағанын белдерҙе ҡатыны.
– Ə ни эшлəргə тейеш инем?! Ниңə ул шунда уҡ яуап бирмəй һуң?!
– Ваҡыты булмағандыр.
– Аһа, ваҡыты... Улай булған хəлдə лə, кеше менəн һаулыҡ һорашып, «Əҙ генə көтөгөҙ инде, мин хəҙер...» – тиһə, көтөр инем. Ə, вапше, һин дөрөҫ əйттең, артабан шулай тине лə ул миңə: «Эшем барлығын күрмəйһегеҙме ни?» – тине. Эш ней, кемдеке юҡ. Булырға тейеш тə инде ул, юғиһə кеше унда нишлəп ултырырға тейеш? «Аңлайым, — тием, – тик минең һорауым бар». «Ну?» – ти был. – Нимə кəрəк?!» Төшөндөрəм. «Шуны ла белмəйһегеҙме?!» – ти. Шул урында шартланым да инде мин!!! «Һылыу, – тинем. – Үҙемдең эшемдə мин бөтə мəсьəлəлəрҙе лə яҡшы белəм. Ə һеҙ минең эшемдə ныҡ һай йөҙəһегеҙҙер, тип уйлайым. Быға иманым камил. Килһəгеҙ, һораһағыҙ, һəйбəтлəп аңлатып бирер инем».
– Шунан, үҙеңə аңлаттымы һуң ул ҡупшы ҡыҙ? – Ҡатынының йөҙөндə һағайыу һаман ҡалҡа бара.
– Ана, фəлəн тəҙрəсектəргə барығыҙ, – тине, ике һанды атаны. Киттем. Барһам, уларҙа кешелəре юҡ. Икеһендə лə. Оҙаҡ көттөм. Тыҡ ‑тыҡ баҫып бер хеҙмəткəр үтеп бара ине, һораным. «Көтөгөҙ, – ти был. – Тиҙҙəн булырҙар». Тағы стена буйына барып һөйəлдем. Егерме минут самаһы уҙғайны, икенсе бер хеҙмəткəрҙе туҡтаттым. «Ə улар бөгөн булмай,» – ти был. Тағы сəсрəнем! 
Сəсрəүемə һəлəк аптыраны был ҡатын: «Һеҙҙең балаларығыҙ бармы?» – тип һораны. «Өсəү», – тием. «Ауырыйҙармы?» «Булғылай, – тип яуаплайым. – Ə бының ни ҡыҫылышы?» «Бына был ҡыҙҙарҙың да, – хеҙмəткəр теге ике тəҙрəсек яғына ымланы, – балалары сирлəп киткəн. Нисек уйлайһығыҙ: бəпестəрен дауалар өсөн бюллетень алырға хоҡуҡлымы улар, əллə юҡмы?»
«Ə шул турала башта уҡ əйтə ала инегеҙме?» – тинем. Теге үҙенең мине əле бына тəүге тапҡыр күргəнен белдерə. Егерме минут элек уның кеүек үк ҡатындың көтөргə тəҡдим иткəнен əйтəм. Был башҡалар өсөн яуап бирмəгəнен ҡысҡыра. Ə мин үҙемде үҙ эшемдə бөтə ойошма өсөн яуаплы тойғанымды белдерəм: «Исмаһам, бына ошонда яҙып ҡуйығыҙ» – тием. «Яҙырбыҙ, тынысланығыҙ!» – ти.
– Яҙҙымы?
– Аҙаҡ, сығып барғанда, күрҙем: сатай‑ботай сыймаҡланған бер яҙыу тора ине.
– Шунан?
– Шылтыраттым. «Ана тора телефон, шылтыратып һорағыҙ!» – тигəйнелəр бит. Унда ла бик эре һөйлəштелəр. Йəнə шартланым! «Төп хужағыҙ ҡайҙа һеҙҙең, директорығыҙмы‑кемегеҙ унда?» – тинем үтеп барған берəүгə.
Үтеп барыусы етəкселəренең бишенсе ҡатта ултырғанын əйтте. Коридор осона барып, баҫҡыс буйлап менəм тиһəм, уныһы бикле. Хеҙмəткəрҙəр үҙҙəре, күрəм, электрон асҡыстары менəн асып йөрөй. Шулай биклəнешеп ултыралар. «Ас!» – тинем ҡарауыл сыға. Бик ҡаты əйткəнмендер, уныһы:«Ниңə?» – тип тə һорап торманы, асты. Директорҙары, бына ғəжəп, урынында икəн, етмəһə яңғыҙы ғына. Телефон аша ла һөйлəшеп ултырмайсы...
Индем. Аңлаттым. Етəксе хəлде тиҙ төшөндө һəм минең яҡҡа оҙаҡ ҡарамаған теге дорфа ҡыҙҙы саҡыртып алды. Тик уныһы ғəйебен һис танымай: «Улай итмəнем...» – тип тик тора.
– Шунан, эшеңде эш иттеңме һуң?
– Юҡ...
– Ə ниңə нервы бөтөрҙөң, улай булғас?
– Ҡабат улай итмəҫтəр, исмаһам.
– Һуң, унда йыш барып йөрөмəйһең дə баһа. Йылына бер күренəһеңме‑юҡмы...
– Нисауа. Уның ҡарауы, башҡалар менəн һəйбəт һөйлəшерҙəр.
– Улар ни, алмашынып тора инде. Һин «тəрбиəлəгəн» ҡупшыҡай йөҙлəгəн кеше араһында нимə генə ул...
– Икенсе барғанда икенселəре элəгер. Уларын да урынына ултыртырмын...
Ҡатыны уға сираттағы мəртəбə бөтə нəмəне йөрəккə яҡын алырға кəрəкмəгəнлекте, тап ошо арҡала үҙенең ойошмаһында ла мəртəбəһеҙ вазифала ултырғанын əйтергə уйланы ла, тыйылды, бынан мəғəнə булмаҫын белə ул.
Бының урынына:
– Бар, сисен, йыуын да ашарға ултыр, – тип һауыт‑һабаһына тотондо. Бер ыңғайҙа телевизорҙың тауышын сығара бирҙе. Ул һаман да ришүəтселеккə ҡаршы көрəш кəрəклеге тураһында һөйлəй ине.
Шундай ғəҙел кеше инде ул Ғəлим Рахманғолов. Ошоғаса бынан зыяндан башҡа нəмə күргəне юҡ, əлбиттə, шулай ҙа, уның һымаҡтар күберəк булһа, тормошобоҙ ысынлап та əҙгə генə булһа ла еңелəйə төшмəҫ инеме икəн?..
Рәсүл СӘҒИТОВ.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас