

Тормош шулай, эйе, тормош ауыр,
Әммә Аллаһ бирмәй артыҡ йөк.
Башҡа төшкән һәр бер ыҙа-михнәт
Кеше өсөн, тимәк, йөкләрлек.
Тормош – һынау, һәр көнөбөҙ – һынау,
Һыналалар байҙар, ярлылар...
Ни булһа ла һынмай ҡалғандары
Аҙаҡ килеп бәхет табалар.
Һин дә, әсәй, көймә, хәбәр килһә:
Имеш, улың эш ҡылған тағы.
Улыңдың бит йәшәү мәғәнәһен,
Яңы юлдар эҙләгән сағы.
Көймә, әсәй, мин абынған һайын,
Уңмаҫ булды улың, тиһәләр.
Күр һин: улары ла, хаҡ юл тапһам,
Минең арттан тауға үрмәләр.
Еңеү бит ул еңел генә килмәй,
Ә бер йәнгә ҡыйын унлата.
Фәҡәт һин һәм динем барҙа ғына
Йөрәгемдә һаман ут ята.
Минән инде, көтмә, түрә сыҡмаҫ,
Минең булмыш, ахыры, – тик ирек.
Күрмәҫһең дә, әсәй, ятҡанымды
Муллыҡтан һәм дандан иҫереп.
Күрмәҫһең дә минең мүкләнгәнде –
Йәшәү тәмен күрәм юлдарҙа,
Һәр тарафта мине эшем көтә,
Йәшәү хәтәр бары эш барҙа.
Тик бел, әсәй: мин һаман да бала,
Мин һаман да шул уҡ баламын,
Тауҙар артылһам да, уйҙарымда
Һинең ҡосағыңда ҡаламын.
Көймә, әсәй, зинһар, кисер инде,
Үҙ һүҙле мин, шулай булмышлы.
Киҫәтһәң дә, бәлки, тыңламаҫмын,
Татып белгем килгәс тормошто.
Тормош шулай ауыр, тиһәләр ҙә,
Ауырлығын Аллаһ самалар.
Һәр бәләнән сығыу юлы була,
Юҡтай күренһә лә саралар.
Һәр нәмәлә, әсәй, сама бар…
Айгиз Сафин шиғыры.
https://vk.com/ufa_barakat