Көнгәк
+8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
10 Апрель , 04:45

АЛА ҠАҘ ХИКӘЙӘ. Лира Яҡшыбаева

Ата ҡаҙ ғаилә ҡорорға эшкинмәгән, еңел ҡылыҡлы елбәҙәкте ҡапҡанан сыҡҡансы баҫтырып китте лә йүгерә-йүгерә кире бәпкәләре янына килде:- Башҡаса ул елғыуар бында килеп, һеҙҙе маҙаһыҙлап йөрөмәҫ. Минең бөтә уйым-хисем һеҙҙә генә, ҡәҙерлеләрем, - тине.Аталарының үҙҙәрен шул тиклем өҙөлөп яратыуына тамам ышанған бәпкәләр ҡыуанышып сипылдашты. Ала ҡаҙ иһә, әйтерһең, ни булғанын күрмәне лә, белмәне лә, ул һаман сепейҙәренә бәпкә үләнен нисек табырға, уны нисек итеп өҙөп алып ҡабырға өйрәтеү менән мәшғүл ине.

АЛА ҠАҘ ХИКӘЙӘ. Лира ЯҡшыбаеваАЛА ҠАҘ ХИКӘЙӘ. Лира Яҡшыбаева
АЛА ҠАҘ ХИКӘЙӘ. Лира Яҡшыбаева
Кисләтеп кенә, инде ҙурайып, ҡанаттары нығына башлаған бәпкәләрен эйәртеп, ҡәнәғәт ҡаңғылдашып, күл буйынан ҡайтып килгән ҡаҙҙарына ҡарап, Вазифа еңгә йылмайып ҡуйҙы.Ярата шул ҡаҙҙарын, ярата! Бигерәк тә Ала инәлекте. Ана бит, башын юғары тотоп, төркөм алдынан нисегерәк эре атлай. Бер-бер артлы теҙелешкән бәпкәләре артынан хәстәрлекле аталыҡ бара.
Хужабикә асыҡҡан ҡаҙҙары алдына емен, һыуын ҡуйҙы ла эргәләге эскәмйәгә терәлде.Ул көн дә шулай ошонда ултырып ҡаҙҙарын ҡарап ултырырға күнеккән. Сәстәренә сал төшә башлаған ҡатын, ниңәлер, ошо ҡаҙҙар тормошоноң ҡайһы бер яҡтарыны үҙҙәренең ғаиләһенә оҡшатып ҡуя.
Вазифа еңгә бөтә ғүмерен ғаиләм, балаларым тип йәшәне. Хатта ире Йәноҙаҡтың йәш саҡтағы мутлыҡтарын да һиҙмәне, ғәйбәт- фәләнгә лә ҡолаҡ һалманы. Бөтә уйы балаларын кеше итеү, ваҡытында ашатыу, тәрбиәләп мәктәпкә оҙатыу, йоРт эштәренә өйрәтеү, ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашыу, әҙәп-тәүфиҡҡа күндереү булды. Әллә баҫалҡы холҡо, сабырлығы, әллә күңел матурлығы менән арбаны улЙәноҙағын. Иллеһен тултырған уҙаман хәҙер инде Вазифаһынан башҡа бер көн тора алмаҫтай. Кистәрен икәүләшеп кенә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп-серләшеп алғылай улар. Шул саҡтарҙа Йәноҙағы асылып уҡ китә. Яңыраҡ та әле:
Вазифам, һин бит йәшәүемдең йәме, бар мәғәнәһе. Ысын мөхәббәт тормоштоң рәт-сиратын аңлағас, олоғая башлағас, килә икән ул, - тип, ҡатынының саллана башлаған сәстәренән һыйпап, уға һөйөп ҡарай. Минең һымаҡ ҡатыным тип өҙөлөп торған тоғро ирҙәр һирәк ул хәҙер, - тип тә өҫтәне.. Йәноҙаҡ, матур- матур күренмәй, һөйгән матур күренә тип тә ҡабатларға ярата.Ире бының менән ни әйтергә теләйҙер, уныһын Вазифаһы тикшереп тормай. Бары тик эстән генә:
Аллаһыға шөкөр, балаларыбыҙҙан уңдыҡ. Барыһы ла ҡыуандырып-шатландырып тора. Ҡушағым менән ҡуша ҡартайып киләбеҙ.Эстән генә теләй:”Раббием, алдағы көндәрҙә лә беҙҙе тәүфиҡтан айырма, сабырлыҡтар бир!”
Бесәнгә киткән ҡартын көтәүәлләп, эскәмйәлә ултырған оло йәштәге ҡатын, шулай итеп, үткән тормошон иҫенә төшөрөп алды һәм иғтибарын тағы ла ҡаҙҙарына йүнәлтте.
Хужабикә көҙҙән ике оя инәлек, кәүҙәгә күркәм генә аталыҡ алып ҡалғайны! Аҡ ҡаҙ менән Ала ҡаҙ яҙ башынан Аталыҡ эргәһендә ирәбе генә йөрөнөләр, ҡар һыҙарында ҡойона-ҡойона, рәхәтләнп уйнанылар. Унан хужабикә алдан әҙерләп ҡуйған ситән ояға унар йомортҡа һаллыдылар ҙа икеһе бер юлы баҫырға ултырҙылар.
Тәбиғәт уянып, донъялар йәмләнеп килгән саҡта ғына яңғыҙы тороп ҡалған аталыҡҡа сикһеҙ күңелһеҙ ине. Бер көндө ул:
Ҡыйғаҡ”Ҡыйғаҡ! – тип һөрән һалып, инә ҡаҙҙарға яңғыҙына ҡыйын икәнлекте аңғартты, тегеләрҙе тышҡа, үҙенең янына саҡырҙы. Ала ҡаҙ гүйә аталыҡтың ҡыйғаҡлап саҡырыуын ишетмәне, үҙенең бик мөһим эш башҡарыуын аңлаған ҡиәфәттә, ситән ояла тыныс ҡына ултыра бирҙе. Ә бына Аҡ ҡаҙҙың ҡыланышы икенсерәк булды. Ул аталыҡтың һағышлы ҡыйғаҡлауын, үҙҙәрен өҙөлөп саҡырыуын ишеткәс тә йөрәкһене, ояһында ултырып сыҙай алмаҫ сиккә етте. Әйләнде лә тулғанды, күршеһендәге Ала ҡаҙға һонолоп ҡарап алды. Тыштан “Ҡыйғаҡ! Ҡыйғаҡ!” тигән моңһоу тауышты ҡабаттан ишеткәс, түҙә алманы, йомсортҡаларын йомшаҡ мамығы менән арлы- бирле күмде лә сыпыраңлап йән һөйгәне янына ашыҡты. Ата ҡаҙ уны өлтөрәп ҡаршы алды, оҙон үңәсен һуҙып һырпаланды, уны өҙөлөп һағыныуын аңғартты, Аҡ ҡаҙҙың һылыулығын, ҡуштанлығын маҡтап туя алманы.
-Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ! Һиндәй сибәркәйгә бала нимәгә? Һин бит донъяға һөйөшөр өсөн тыуған илаһи зат! – тип бышылданы ул һөйгәненең ҡолағына.
Шунан улар кинәнеп бәхет диңгеҙендә йөҙҙөләр, күләүектәрҙе бер итеп, туйғансы һыу ҡойондолар, уйнанылар, яҙғы тәбиғәткә, нәфис йәшеллеккә һоҡландылар, бер-береһен мәңге һөйөргә вәғәҙә бирештеләр.
Был мәлдә Ата ҡаҙ ояла йомортҡа баҫып ултырған Ала ҡаҙҙының донъяла барлығын, әйтерһең, бөтөнләйгә онотҡайны.
Ояһында тыныс ҡына баҫып ултырған Ала ҡаҙ ҙа Аталыҡ тураһында уйлап та бирмәгәндәй күренде. Уның бөтә хәстәре – йомортҡаларын тигеҙ генә баҫып, һау-сәләмәт бәпкәләрен сығарыу ине. Ояһынан ике генгә бер генә төшә лә Вазифа еңгә әҙерләп ҡуйған емде һоғаланып ҡапҡылай ҙа кире талдан үрелгән ояһына ашыға.
Вазифа әрләй-әрләй Аҡ ҡаҙын ҡыуып индереп, ояһына ултыртып ҡараны. Тик бының файҙаһы булманы. Күңеле анһат йәшәүҙең тәмен тойған, бәйеле аҙған елбәгәй ҡаҙ хужабикәһен тыңларға теләмәне. Ата ҡаҙҙың үҙен ҡыйғаҡлап, саҡырыуы була, хәҙер инде оялағы йомортҡаларын мамығы менән күмеп тә тормай, тышҡа атлыға.
Был суҡынғырҙан рәт сыҡмаҫ, аырыһы. Был аҙғында бәпкә ҡайғыһы юҡ, аталыҡҡа ҡуштанланһа булды, - тип йәне көйгән хужабикә һуҡрана-һуҡрана бер көндө тамам бәйеле аҙған Аҡ ҡаҙҙы сыбыҡлап ишек алдынан бөтөнләйгә ҡыуып сығарып ебәрҙе. Ҡанатына сыбыҡ осо тейеп ҡалған Аҡ ҡаҙ муйынын һоноп, аталыҡҡа яр һалды, хужабикәне ошаҡланы буғай. Аталыҡ сибәркәйен яҡлап, Вазифа еңгә яғына ҡарап бер -ике генә ыҫылданы ла шуның менән эше лә бөттө.
Ошо ҡыуылыуҙан Аҡ ҡаҙ ояһына ҡабат ятманы. Ә Ала ҡаҙ ябыҡты, төләп бөттө, әммә ныҡышып баҫып ултырыуын дауам итте.
Ниһәйәт, бер иртәлә Вазифа баҫып ултырған Ала ҡаҙҙың ярҙам һорағандай ялбарыулы ла , шул уҡ ваҡытта наҙлы тауышын ишетте һәм оя эргәһенә килде. Хужабикәнең балаларына зыян килтермәҫен күңеле менән һиҙгән Алла ҡаҙ, бәпкәләрен ҡыҙғанып үрһәләнмәне. Инә булыуына сикһеҙ ҡыуанған бәхетле Ала ҡаҙ бәпкәләренең сипылдашыуын тыңлап, ҡәҙерлеләрен ҡарашы менән иркәләп, тыныс ҡына баҫып тора бирҙе. Хужабикә бәпкәләргә йылы һөт эсерҙе, һыуһындары ҡанған бәпкәләр, инләренең ҡанаттары аҫтына сумып, нәфис суҡыштарын йылы мамыҡҡа тыҡтылар ҙа татлы йоҡоға талдылар.
Ала ҡаҙ бәпкәләрен ихатаға алып сығырға ашыҡманы, әҙерәк утыҡһындар тинеме, Вазифа еңгә лә уны үҙ яйына ҡуйҙы: “Аҡыллы бит, ни эшләргә кәрәклекте үҙе беләлер”,- тине.
Бына бер нисә көндән төләгән, йонсоған, ябыҡҡан, ләкин әсә булыуы менән сикһеҙ бәхетле Ала инәлек , ун бөртөк һары йомғағын эйәртеп, ишек алдындағы йәшел сирәмгә сыҡты. “Ҡаҡ-ҡаҡ! Ҡаҡ-ҡаҡ!” – тип яҙғы сыуаҡ көндө, үҙенә ғәизиз булған ишек алдын, бөтә тирә-йүнде сәләмләне. Тағы ла бер-ике ҡаңғылдап, тирә-яғын байҡаштырҙы. Быныһында бәпкәләренең атаһын саҡырҙы буғай.
Бәпкәләрен эйәртеп йөрөгән ҡаҙҙарға күптән күҙе ҡыҙып , Аҡ ҡарҙың әрһеҙ мөхәббәтенән, ҡуштанланыуынан биҙрәгән Ата ҡаҙ ҡапыл Ала ҡаҙҙың тауышын танып һағайҙы. “Был бит бер ай буйы күҙгә-башҡа күренмәй күкәй баҫып ултырған Ала ҡаҙымдың тауышы, тине ул. Бер ай буйы типтереп күңел асҡан һөйәркәһенә әйләнеп тә ҡарамай, ишек алдына табан уҡталды.
Инәләре эргәһендә сыр-сыу килеп үлән ҡыяҡтарын тартып йөрөгән бәпкәләрен күреп, Ата ҡаҙ ҡыуанысынан саҡ аҡылдан яҙманы.
Башта ул муйынын оҙон итеп һуҙып, һағыныуын, тәрән ихтирамын белдереп, бәпкәләренең инәһен сәләмләне. Унан балаларына боролдо, яндарына килеп, һәр береһен суҡышы менән иркәләп, һөйөп сыҡты. Шунан шатлығынан илереп бейергә тотондо.
Көтмәгәндә ихатаға күршеләрҙең эте килеп инде. Ғәҙәттә, Вазифа апайҙарҙы эҫе күргән Аҡтырнаҡ исемле был күрше эте уларҙың ихатаһына көнөнә бер-ике инеп урамаһа, хәл белешмәһә, күңеле булмайҙыр. Башҡа саҡтарҙа Аҡтырнаҡҡа иҫе лә китмәгән Ата ҡаҙ, бөгөн, әйтерһең, сығырынан сыҡты. Эткә осоп барып ҡунды ла осло суҡышы менән таларға, көслө ҡанаттары менән туҡмарға кереште. Ҡото осҡан Аҡтырнаҡ ярһыған Ата ҡаҙ тырнағынан саҡ тигәндә ысҡынып, алдын-артын ҡарамай ҡапҡа аҫтынан урам буйына сығып һыпыртты. Оло еңеүе менән ҡанатланған Ата ҡаҙ бер ситтә торған ғаиләһе янына ашыҡты, муйынын һуҙып, балаларына яуыз дошманды нисек еңеүен һөйләне лә:
- Ҡәҙерлеләрем минең, атағыҙ бар саҡта бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, һеҙгә берәү ҙә тейә алмаҫ. Белегеҙ, мин һеҙҙе йәнемдән артыҡ һаҡлармын, - тип бәпкәләренә иркә тауыш менән бышылданы. Ата булыу ҡыуанысынан, ысынлап та, ул үҙен еңелмәҫ батыр итеп тоя ине шул.
Ул арала талсыҡҡан бәпкәләр берәм-берәм инәһенең ҡанат аҫтына инеп сумды. Ә Ата ҡаҙ муйынын оҙон итеп һоноп, ҡәҙерлеләренә тағы берәй ҡурҡыныс янамаймы икән тип, һаҡҡа баҫты һәм күкрәген киреп, дошманына ташланырға әҙерләнде.
Бына бер саҡ урам буйындағы күләүектә һөйгәнен көтөп арыған Аҡ ҡаҙ күренде. Ул ишек алдын йәмләп йөрөгән бәпкәләрҙе, төләп ҡураныс ҡына булып ҡалған Ала ҡаҙҙы күреп, аптырап ҡалды.Улар эргәһендә һаҡсылай торған ғорур, ҡуҡыр Ата ҡаҙҙы шәйләп, тағы нығыраҡ ғәжәпләнде.
- Аһ-аһ, был ни хәл? Ниңә йән һөйгәне яңғыҙын ташлап китте? Әллә ошо һәпрә йолҡош өсөнмө? Бәпкәләре сыҡҡан имеш берәүҙең! Килештергән, хәстрүш! Ата ҡаҙ барыбер тик минеке генә буласаҡ. Ул мине генә ярата!
Элеккенән дә нығыраҡ ағарып, көрәйеп, матурайып, аҡҡошҡа оҡшап киткән Аҡ ҡаҙ ҡупырайып шулай тип уйланы.
- Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, киттек йылға буйына. Мин һине һағындым! – тип үҙ-үҙенә ышанған көр тауыш менән ул Ата ҡаҙҙы эргәһенә саҡырҙы. Был ни хәл? Һөйгәне уны бар тип тә белмәй, уның яғына әйләнеп тә ҡарамай. Ни булған уға? Әллә сихырлағандармы? Юҡһа йолҡош Ала ҡаҙ нисек итеп уны үҙенә ҡарата алһын? Булмаҫ, булмаҫ! Ата ҡаҙ һуҡыр түгел, бөтә тирә-яҡта иң сибәр тип танылған Аҡ ҡаҙын шул төләгән алаҡайға алыштырмаҫ. Һөйгәненең ҡыланышына тамам аптырап ҡалған Аҡ ҡаҙ, уның янына үҙе барырға булды.
Ғаиләһе эргәһенә яҡынлап килгән Аҡ ҡаҙҙы Ата ҡаҙ ужар сәсеп ҡаршы алды. “Бында яҡын киләһе булма!” тигән кеүек оҙон муйынын асыулы һуҙып, суҡышын ослайтып, йыландай булып ыҫылданы. Был ни ғәжәп! Был бит хыянат! Кисә генә ул быуа буйында: “Матурым, аппағым, мөхәббәт утында янам, һине яратам”, - тип вәғәҙәләр биргәйне, бөгөнгө ҡыланышы сәйерҙең дә сәйере. Ниңә бөгөн ул Аҡ ҡаҙҙың матурлығын күҙгә лә элмәй? Шулай буламы икән ни? Ата ҡаҙҙың ҡайнар хистәре шулай тиҙ һүрелеүенә ышана алмаған сибәркәй матур кәүҙәһен ғорур тотоп, һаман бәпкәле ғаиләгә яҡынлашты. Ул нәфис муйынын һуҙып, кәүҙәһен турайтып, ебәктәй ҡауырыйҙарын өлпәйтеп, ҡылансыҡланып ап-аҡ ҡупшы ҡанаттарын йәйеп ебәрҙе, нисек тә Ата ҡаҙға оҡшарға тырышты. Күрәләтә ғәзиз бәпкәләренән айырырға тырышҡан елбәҙәктең бындай оятһыҙ ҡыланыуына түҙер хәле ҡалмаған Аталыҡ йән асыуы менән барып Аҡ ҡаҙҙы суҡып алды. Ярһыған аталыҡ ғаилә араһын боҙорға маташыусының күҙҙәрен дә соҡоп алырға иткәйне, тегеһе, ярай, ҡасып өлгөрҙө. Ата ҡаҙ ғаилә ҡорорға эшкинмәгән, еңел ҡылыҡлы елбәҙәкте ҡапҡанан сыҡҡансы баҫтырып китте лә йүгерә-йүгерә кире бәпкәләре янына килде:
- Башҡаса ул елғыуар бында килеп, һеҙҙе маҙаһыҙлап йөрөмәҫ. Минең бөтә уйым-хисем һеҙҙә генә, ҡәҙерлеләрем, - тине.
Аталарының үҙҙәрен шул тиклем өҙөлөп яратыуына тамам ышанған бәпкәләр ҡыуанышып сипылдашты. Ала ҡаҙ иһә, әйтерһең, ни булғанын күрмәне лә, белмәне лә, ул һаман сепейҙәренә бәпкә үләнен нисек табырға, уны нисек итеп өҙөп алып ҡабырға өйрәтеү менән мәшғүл ине.
Баянан бирле ҡаҙҙарының ҡыланышын ҡыҙыҡ күреп күҙәтеп ултырған Вазифа еңгәй: “Бынау Ата ҡаҙ хәс тә минең Йәноҙағым инде. Ул да арлы-бирле ситтә йөрөп алыр ҙа ғаиләм, тип өҙәләнеп ҡайтып инер ине, - тип ҡатын үҙ алдына көлөмһөрәп ҡуйҙы. Хәҙер инде ире үткәндәрен иҫенә лә алмай: “Үпкән-ҡосҡан - елгә осҡан. Мин хәҙер ғаиләм тип ут эсенә инергә, ҡатыным тип йәнемде бирергә әҙермен”, - тип ебәргән була ул.
Эйе, тышҡы матурлыҡ ҡына ир-ат халҡын үҙенә бәйләп ҡуя алмайҙыр шул. Ирмен тигән иргә ышаныслы ғаилә, өй тулы бала кәрәк. Халыҡ, түҙгәнгә – түш тейә тип, дөрөҫ әйтә. Вазифа хәҙер йәш сағында иренең уңға-һулға йөрөүен иғтибарға алмай, кеше һүҙенә бармаҡ аша ҡарауына ҡыуанып бөтә алмай. Бына тигән балалар, бер көтөү ейәндәр, эргә-тирәһе тулы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, дуҫ-иштәр. Ул бәхетле ҡатын. Сабыр төбө һары алтын шул ул. Ҡаҙҙарының ҡыланышын күреп, Вазифа быны тағы бер тапҡыр төшөндө.
 
Лира Яҡшыбаева.
Автор:
Читайте нас