Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
10 Апреля , 09:00

Яҙғы ташҡын ( Фирүзә ЙӘНГИРОВА)

Яр ситенә баҫып,ҡарап торам. Яҙғы ташҡын һыуы аҡҡанын, Ярҙарына һыймай,урғып-урғып, Сыҙай алмай ярһып ташҡанын.

Күңелдәр ҙә яҙғы ташҡын кеүек,
Хистәр таша, һыймай ярҙарға.
Ярһыу хистәремде баҫыр өсөн
Көләс ҡояш килә ярҙамға.
Ташҡын менән бергә ағып китһен
Барлыҡ хәсрәт,борсолоуҙарым.
Ағып китһен алыҫ-алыҫтарға
Яҙғы ташҡын-ағым һыуҙарым.
Ғүмер уҙа аҡҡан һыуҙар кеүек,
Йөрәк хисе таша даръялай.
Күңелдәрҙә йәшәү дәрте тыуа
Ошо сихри,гүзәл донъяла.

Яҙғы ташҡын ( Фирүзә ЙӘНГИРОВА)
Яҙғы ташҡын ( Фирүзә ЙӘНГИРОВА)
Автор:
Читайте нас