

Ауылдың төпкөл тип йөрөтөлгән урманын үтә сыҡтыниһәң, бәләкәс кенә тауға юлығырһың. Йәнтәл уның атамаһы.Ана шул тауҙың төнъяҡ бите яғында һирәк кенә үҫкән ҡайынлыҡтар уртаһынан тәрән булмаған шишмә ағып ятыр. Унда тумарҙар һәләк күп. Оҙон йәшел үләнле, әҙәм баштарына оҡшап торған тумарҙарҙың береһенән икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә, ҡыҫҡаһы, тумарҙан тумарға һикереп бара торғас, йәшел генә сиҙәмгә килеп сығырһың.
Ҡолас ташлап, иркенләп ,тәгәрәп йөрөп,ҡыуанып ғүмер итә торған ер ул!Ожмах!Ҡаҙ-өйрәк көттинәһәң дә бик уңайлы ,малға ла иркенселек.Ҡапҡаңды астыңмы ,мал-тыуарың үҙе берләм һуҡмаҡҡа төшөп алып, үркәс-үркәс булып күгәреп ятҡан Ирәндеккә менә лә китә.Сыбыртҡыларға ла түгел.
Мин был ауылға килен булып төшкәнемдә ошо сиҙәмдә халыҡтар бура күтәреп,мәж килеп яңы тормош төҙөйҙәр ине. Минең ҡайны-ҡәйнәләрем дә ҡарағайҙан өй күтәреп,башын шифер менән яптыртып ҡуйғайнылар.Тәҙрәләр ҙә уйылмаған ине әле ул ваҡытта.
Үҙҙәре ауылдың ,,Ай-һайҙар”араһы тип йөрөтөлгән аҫҡы урамда,төпкөлгә яҡын ғына ерҙә башы ҡалай менән ябылған, иҫкерә төшкән бәләкәй өйҙә ғүмер һөрәләр ине.
Мине ,йәп -йәш кенә кыҙ баланы әсә-атам кейәүгә биреп ебәрҙе.
-Беҙҙең бөртөк кенә балабыҙ берәү өсөн ят булһа ла,беҙҙең өсөн ул хазина,байлығыбыҙ беҙҙең.Ҡыҙым беҙҙән һеҙгә аманат-мине оҙатҡан саҡта әсәйем кейәүенә шулай тине.
-Бай дәүләтле, ҡағылмай, һуғылмай, аяҡтарығыҙҙа ныҡ баҫып йөрөгән ғаилә булығыҙ, - әсәйемдең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, атайым ҡушылды.
Күмәк балалы өйгә, бындағылар әйтмәксе ,,ҡалаҡ батҡыһыҙ ғаиләгә“ килен булып төштөм.
Ҡәйнәм аяғым аҫтына эре биҙәкле ҙур яҫтыҡ ташланы:
- Төклө аяғың менән, килен, бәхетең, бәрәкәтең артһын.
Билемә уратылған төҫлө таҫманы өс бикәсемдең иң олоһо оялып ҡына сисеп алды.
Ҡәйнәм үҙенең ҡатнашҡандарын,күрше- күләндәге ҡатындарҙы килен сәйенә йыйып, боһорап торған самауырҙан сәйнүккә һыу ағыҙғанында, табын тирәләй гөж килеп ултырған ҡатындарҙың һүҙен бүлеп, ,,шөкөр, киленле булдым, инде тур-башты иртән үк киленгә тапшырам, тип маһайыңҡырап ултырһа ла, түрбашын миңә бирмәне. Ҡара ҡаҙаны менән икмәк һалған лисен ҡыҙғанғандан түгел. Мине ҡыҙғанғандыр, күрәһең...
Сулпан Әбдрәхимова.
(Дауамы бар).