Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
12 Апреля , 02:05

Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер... (дауамы)

Ситке өй, төпкө өй тип атала бындағы алты мөйөшлө өйҙөң бүлмәләре.

Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер... (дауамы)Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер... (дауамы)
Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер... (дауамы)

Ситке өй,төпкө өй тип атала бындағы алты мөйөшлө өйҙөң бүлмәләре. Ике бүлмәлә лә ике оҙон урындыҡ. Урындыҡ өҫтәрендә, өрлөккә ҡатылған ҙур сөйҙәргә урҙа эленгән. Урҙаға ҡыҙҙаҙың күлдәктәре лә малайҙарҙың салбарҙары ла, ҡайнымдың ҡара кәстүме лә, ҡәҙергә кейеп сыға торған затлыраҡ күлдәк, дебет шәл, яулыҡ, таҫтамал ---   бөтәһе лә аралашып эленгән.
Кәртә-ҡураға малды бикләп, эште теүәлләп, ситке өйҙөң урындығында ашъяулыҡты туңәрәтеп ултырып киске аш менән һыйланғас, йоҡларға әҙерләнә башланыҡ.
Ҡәйнәм төпкө бүлмәнең урындығының бер яҡ ситенә беҙгә урын түшәп, шаршауын тартты ла, урындыҡтың икенсе яғына өс ҡыҙға ҡаралды түшәне, тағы өс малайға мейес буйына, иҙәнгә урын йәйҙе. Үҙҙәре ситке яҡтағы урындыҡта бәләкәстәрен урталарына алып, ятып киттеләр. Кинйәбайҙары дүрте менән бара.
Ҡәйнәм шул кинйәкәүенә һаман сәмгелдәк көйөн мөңрәп, тупылдатып һөйөп йоҡлата ине.
Ҡайны-ҡәйнә йортондағы беренсе көнөм! Кисем! Төнөм!

Беҙ тиҙ генә башҡаланманыҡ. Ҡайны-ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәп ятыу. Ирем тракторҙа эшләгәс, иртәнсәктән кискә тиклем ҡырҙа, мин таш магазинға терәлеп торған лареккка һатыусы булып индем.
Ҡайным һарыҡ көтөүсеһе. Чабан. Минең иптәшемә етәгеһе ике ҡәйнешем фермала малсылар. Ҡәйнәм түрбаштан бушамай. Көнөнә ике лис икмәк һалып ала. Беренсе лисен мейестән сығарып алыуға оло табаҡҡа баҫҡан ҡамыры ҡалҡып китә, уныһын тасҡай һала ла, мейескә яңынан ут яға. Ғаилә ишле,малайҙар тамаҡҡа талымһыҙ.
Ҡыштың башы ине. Аҡ ҡына булып һыҙылып ҡына таң атып килә. Ҡәйнәмдәр уянып ,иҙәнде шығырлатып атлап йөрөүҙәренә беҙ ҙә уянабыҙ, иҙәндә ятҡан ҡәйнештәр ҙә ырғып тороп атайҙары менән мал тәрбиәләргә сығып китәләр. Ҡыҙҙарға - мәктәпкә. Улары сыр-сыу килеп йә тараҡ, йә ҡәләм-дәфтәр эҙләй башлай. Шунан ҡайһы аяғөҫтө, ҡайһы урындыҡ ситендә генә сүкәйеп сәй һемерәләр ҙә, мәктәпкә югерәләр. Кинйәкәү генә ирендәрен супылдатып, ҡолас ташлап йоҡлап ятып ҡала.
- Килен, бөгөн һуғым ашатырбыҙ, күрше-күләнгә кисә үк йөрөп әйтеп сыҡтым, туғандарҙы йыйып алырбыҙ. Һин ларегыңдан мулыраҡ итеп кәмфит, пишинйә үлсәп алып ҡайтырһың.
Түрбашҡа ярҙамға Бәҙриҡәмәр апайға әйтәм, ҡайныңдан ит боҙҙорормон хәҙер, - ҡәйнәм өтәләнеп йөрөп ҡалды, мин эшемә югерҙем.
Ап-аҡ ҡарҙар яуып,көндәр шаҡ ҡатырып һалҡынайтһа өй һайын һуғым һуйыуҙар,эсәк арытыу,ҡарын-күҙҙекәс ҡырыуҙар,тултырма тултырыу,тояҡ өтөүҙәр,ҡыҫҡаһы,һуғым мәжлестәренә әҙерлек башлана.Ул оло бер байрам бит ул беҙҙә.Табындар мул була ,ҡунаҡтар күп саҡырыла:уйын -көлкө,һый -хөрмәт,йыр-моңло мәжлес!
Яҡын туғандарың ,ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың ғына түгел,ут күршеләрең-һинең иң дәрәжәле ,абруйлы,ҡәҙерле ҡунаҡтар иҫәбенә инә.
Ул күршеләрең усаҡ өсөн тере ҡуҙ ғына биреүсе түгел ,улар йөрәгеңде дөрләтерлек ут ,ҡот өләшеүсе иң-иң изге йән эйәләре!
Көн кискә ауып,урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйелеп,ҡунаҡтарҙы көтөп, түрбашта мәж килеп йөрөй инек.Ҡайным тирләп-бешеп ҡаҙандан ит һоҫоп алып торған ҡәйнәм эргәһенә килеп былай тип һүҙ ҡушты.
-Баҙыян,мәжлескә Гөлйыһанды ла алайыҡ.
-Атаҡ...-ҡәйнәмдең ҡулынан оло табағы төшөп китә яҙҙы-Юҡ,,мин үлгәс, ...Саҡырырһың...Яңы өйөңдөң иң түренә мендереп ултыртырһың ...
-Баҙыян,минең сабырлыҡты һынауыңмы?Ризамын тигән-ҡайным түрбаш менән ишек араһында үрле -ҡырлы кәлеп һала башланы
-Туҡта...Башлама яңынан.Үтенәм.Ҡунаҡтар килер алдынан кәйефте боҙма...Йөрәгемде тулатма!
-Баҙыян,ризалығыңды бир.Икенсе ҡатынлыҡҡа алам Гөлйыһанды,ризалығыңды бир...-ҡайным ҡәйнәмдең ҡулынан итле табаҡты тартып алып,Бәҙриҡәмәр инәйгә тотторҙо ла,ҡәйнәмде үҙенә табан әйләндерҙе,-Баҙыян,ҡунаҡтарым алдында ниәтемде әйтмәксемен,Мәндәғол ҡартҡа ла аңғарттым,никах уҡып китер бер ыңғайҙан.
Шайморат,килендән,улдарыңдан оялыр инең,исмаһам.Улар менән уҙышмаҡсыһыңмы?Дүрт улыңды башлы-күҙле итәһең бар,-ҡәйнәм ҡаты итеп әйтте,-ниндәй бисә алыу?Оял!
-Оялмайым,Баҙыян.Яратам уны...Яратам..үлеп яратам...
Бәҙриҡәмәр инәй ҡайнымдың һүҙен бүлде.
-Ҡуй,мәжлес йәмен ебәреп,бер-берегеҙҙең йөҙөнән алмағыҙ...Шайморат,Баҙыяныңды аяһаңсы.Ана, күршеләрең йыйыла башланы ,соланда ҡаптырҙашалар түгелме?
Ҡәйнәм урындыҡ ситенә саҡ барып ултырҙы,йөҙөн устары менән япты.Уның яурындары ҡалтырайҙар ине.
-Өйләнәм ти ҙә ҡалаһың...Гөлйыһан һиңә килергә ризамы һуң?
-Бөгөн һорармын ризалығын.Йәмәғәт алдында.
-Бөгөн түгел,бабай.Бүтән ваҡытта ,мин әҙер түгелмен...Унан Гөлйыһанды ла халыҡ алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйырһың.Бүтән ваҡытҡа ҡалдыр.
-Ҡасан...-ҡайным оторо ярһыны.
Ҡәйнәм бүтән өндәшмәне.
Мин бер ҡәйнәмә,бер ҡайныма ҡарағанмын да ҡатып ҡалғанмын.Минең өсөн ҡарт,оло булып тойолған ҡайнымдың яратам тип тороуы аҡылыма һыйырлыҡ ғәмәл түгел ине!
Ул арала әбейен эйәртеп ,көләмәйҙәп Мәндәғол мулла килеп инде.
-Әссәләмәғәләйкүүүм,,һау тороп ятаһығыҙмы,Баҙыян килен,Шайморат ҡусты?!
Ҡайным ҡунағына ҡаршы атланы.
-Баҙыян киленең риза түгел,ағай,-ҡайным Мәндәғол ҡарттың тунын систереп элгәнендә шулай тип шыбырҙаны.
Берәм-һәрәм ҡунаҡтар йыйылыша башланылар,таяҡҡа таянған ҡарттар ҙа,биләүҙәге балларын сәмгелдәге менән ҡуша күтәргән кейәү менән ҡыҙ,һылыу ғына ҡатындарын эйәрткән баштары өрлөккә етә яҙып торған бәһлеүән ағайҙар ,биҙәктәре күҙ яуын алып торған шәлдәр бөркәнгән инәйҙәр.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар табын тирәләй ултырышып, бишбармаҡ менән һыйландылар,ҡоротло һурпа менән хушһындылар,мәрәкәләшеп,көлөшәп күңел астылар,ҡурай тарттылар,йырланылар:

Алтын ғына балдаҡ,ҡушалы һабаҡ.
Ергәлә генә төшһә табылмай!
Уҙған да ғына ғүмер,ҡалған хәтер
Һатып алам тиһәң дә табылмай!

Үәй.Үәй.Үәй...
Оҙон йырҙарҙы төртмә таҡмаҡтар алмаштырҙы.
Сәй эскеләрең киләме
Ит ашағың киләме?
Ҡымыҙ эсеп ,ҡыҙара бүртеп
Ҡыҙҙар һөйгөң киләме?-таҡмаҡсыһы мәрәкәләп ҡайнымдың бөйөрөнә төртөп ебәрҙе.
Ҡайным да,ҡунаҡтар ҙа кеткелдеге сығып көлөштөләр.

-Йә ,булмаһа,бер һелкенешеп алайыҡ.Ағай ,мә,һин хәҙер ҡурайыңда һыҙҙырып уйнап ебәр.
-Йә,һинең ҡурайыңда нисек бейей икән еңгәһе!
-Булдырабыҙ уны.Ике еңгәңде бейетерлек көс-ҡеүәт бар әле күкрәктә!-ҡайным йоҙроғо менән түшенә ҡаты итеп һуғып ебәрҙе-Еңгәләрегеҙҙе түгел,нимес эттәрен эҫе табала ҡурҙаҡ урынына бейетеп ҡайтҡан ағағыҙ!
Ҡайным өҙҙөрөп ҡурайында уйнаны.Өй эсе сихри моңға сорналды.Йөрәктәргә тыныслыҡ,йөҙҙәребеҙгә яҡты нур бөрктөмө ни ҡурай моңо!
Ә ҡәйнәмсе!Ҡайнымдың ҡурайына һалмаҡ ҡына итеп бейеп тә китте...Уның йөҙө балҡыны,кәүҙәһе һомғолланды.Сөңгөлдәргә осорға әҙерләнгән инә ыласын һымаҡ берсә талпынды,берсә кәйпелеп кенә ергә ҡунды.
Таң ҡалмалы!

Сулпан Әбдрәхимова.

(Дауамы бар)

Автор:
Читайте нас