Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
12 Апреля , 03:05

Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер... (дауамы)

Мәжлес тамам булып,ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, ҡайным урҙала эленеп торған кейемдәрен тоҡҡа тултырып алды, атын егеп ауылдан сығып китте.

Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер... (дауамы)Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер... (дауамы)
Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер... (дауамы)

Мәжлес тамам булып,ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, ҡайным урҙала эленеп торған кейемдәрен тоҡҡа тултырып алды, атын егеп ауылдан сығып китте. Аҫҡурамдың эттәре ауылды сығып киткәнсә ылауҙы абалап оҙатып барҙылар. Ирем,  ҡәйнештәрем,бикәстәрем йоҡлап киттеләр .Мин түрбашта сынаяҡтар йыуа инем.
- Ҡуй, килен, иртән йыуырбыҙ, ул туҫтаҡтар ҡайның артынан ҡасып бараларҙыр шул? Былай ҙа таң һыҙылғандан аяғөҫтөһөң.

Мин утты һүндерҙем дә, ҡараңғыла һәрмәнеп барып түшәккә ауҙым. Өй эсе тын. Ҡәйнәм генә тынлыҡты боҙоп ауыр итеп көрһөнөп ҡуя ине.

Әҙәмдең йәне ней ҡоролом таҙа, ниәте ней ҡоролом йомшаҡ булһа, уның ғүмер юлы шул ҡоролом ауыр һынауҙар менән киләлер.
Хоҙай Тәғәлә яратҡан бәндәһенә сабырлыҡты күберәк йөкмәтәлер. Ҡәйнәм иңдәренә төшкәндең барыһын да күтәрҙе. Күркәм сабырлыҡ менән. Тешен ҡыҫып. Илар саҡта көлдө, ҡолар саҡта турайып баҫты.
Ярһып, шашып ергә йәмле яҙҙар килде. Мин ирем менән ҡәйнәмдәргә ҡаршы ғына торған бәләкәс кенә йортҡа күсеп сыҡтыҡ.Ҡайным һарыҡтары менән Яланғаскүлгә күсеп килеп, ҡыуышта йәшәй башланы. Ҡәйнәм көн дә икмәк бешерә. Бешерә лә балларының береһе аша ҡайныма эҫе икмәк ебәрә ине.
,,Минән биҙҙе ҡайның, баллары атаһынан, атаһы балларҙан биҙмәһен, һыуынмаһындар,, - тигән булды.
Май айында иремә етәрәк ҡәйнешем Иштуғанға военкоматтан ,,отправка”килде.
Ҡайныма ҡәйнәм иртүк сапҡын ебәргән ине. Атын ҡара тиргә төшөрөп туҡмап ҡайтып ингән ҡайнымды ҡапҡа алдына йыйылған халыҡ геү килеп ҡаршы алды.
Бал һемереп ҡыҙмаса булып алған Ҡыҙыл буйынан килгән ҡайнаға бер ҡулы менән аттың теҙгененә йәбеште лә икенсе ҡулы менән эйәр өҫтөндә ултырған ҡайнымды гөрһөлдәтеп ҡара тупраҡҡа һөйрәтеп төшөрҙө. Ҡайным ергә йөҙтүбән барып төштө.
Ҡаршылағы өйҙән күнәккә ҡайнар һурпа ҡутарып алып, ҡәйнәмдәр урамына инеп кенә тора инем был мәлдә. Ҡайным менән ҡайнаға ер өҫтөндә айпалашып алып киттеләр: берсә ҡайным өҫкә ҡалҡып килеп сыға, йә ҡайнаға еҙнәһенең өҫтөнә менеп ултырып, башын йоҙроғо менән төйгөсләй башлай. Һалдат оҙатырға килгән халыҡ шәм һымаҡ баҫҡан да ҡатҡандар.
Иштуған ҡәйнеш илай. Ҡәйнәм улын йыуата, мәхшәр китте. Ә был мәлдә ҡайнымдың һеңлеһе Муйылбикә апай келәт ишеген ҙур итеп асып ҡуйған да, тимер мискәнән борҡолдоғо сығарып киндер тоҡҡа он тултыра ине. Ҡысҡырыш башланғас, өҫтө -башы онға буялған Муйылбикә апай ҙа осоп-ҡунып ,,көрәшселәр” эргәһенә килеп баҫты:
- Үлтерешәләр!!! Милиция!!!
Ул ҡатын-ҡыҙ сырылдаша.
Һурпалы күнәгемде бисәләрҙең береһенә тотторғанмын да ҡайнаға менән ҡайным араһына барып ингәнмен.
- Ҡайнаға, ҡайным, туҡтағыҙ, үлтерешеп бөтәһегеҙ бит. Ҡайнаға, имен сағығыҙҙа ҡайтығыҙ! - ҡайҙан килгәндер миңә ул ҡыйыулыҡ, көс -ҡәүәт! Үҙем ҡысҡырып илайым. Тимербулат ҡайнаға ҡайнымдың муйынына батырған ҡыпһыуырҙай бармаҡтарын бушатты. Аяғүрә баҫып лыс тупраҡ булған кейемен ҡаҡҡысланы ла, машинаһын үкертеп ауылды сығып китте. Ҡайным атына һеләүһендәй ырғып менде лә, машинаны ҡыуып сабып китте.
-Атааай! - Иштуған атаһының артынан һөрәнләп йүгереп сыҡты.
Мин мәж килгән халыҡтар уртаһында сәсем-башым туҙған килеш илап ултырып ҡалдым.

Кис ҡәйнәм беҙгә инде. Йөрәген семетеп-семетеп торған уйҙарын яҙырға,таратырға инеп ултырыуы инде.
- Баллар, ғүмерҙең ҡыҙығы шул бит ул. Ҡағылып, һуғылып йөрөп, берәй көн килеп, мең-мең бәләләрҙән үттем, улдарымды ир еткерҙем, ҡыҙҙарымды буй еткерҙем, балларымдың балларын һөйҙөм тип, ҡыуанып, иҫкә алыу мәлдәре булыу. Килен, шул көндәрҙе күрерменме икән? - йөҙө уйсан ине үҙенең.
- Күреүгә яҙһын, ҡәйнәм-башҡа йыуатыу һүҙе тапманым. Мин,ғ өмүмән ололарҙы йыуата белмәйем икән...

Сулпан Әбдрәхимова.

(Дауамы бар)

Автор:
Читайте нас