

Тере кеше тереклеген итә. Ҡыбырҙай.... Ҡыймылдаған тауҙар ашыр тиме әле? Ҡәйнәм көн һайын яңы өйөнә йөрөнө. Оҫталар ялланы, улдары менән дә күмәкләп эшләнеләр. Иҙән түшәнеләр, мейес сығартты, тәҙрә ҡуйҙырҙы. Иштуғанды өйләндерҙе, Айтуғаны ғаилә ҡороп ебәрҙе. Малдарын тотондо. Өҙөлөп -йолҡоноп өлкән ҡыҙы Таңһылыуҙы туйлап кейәүгә бирҙе. Туйҙы яңы өйҙә яһанылар, соланға иҙән дә түшәлмәгән ине әле. Йонсоно, бөтөрөндө ҡәйнәм. Ябыҡты, кәкерәйеп китте. Тешләнеп түҙҙе, сыҙаны. Яңы өйөнә күсеп ингәнендә бер арыҡ һыйырға ҡарап тороп ҡалды. Шунан Айсыуаҡ улын әрмегә оҙатты. Ҡышҡа йонсоп, һуғымһыҙ барып инде.
-Әсәй манный ярмаһы һорарға ебәргәйне, - шығырҙап ишек асылып китте лә кинйәкәүҙең башы күренде. -Манныйыбыҙ юҡ шул... -Кинйәкәү эсе бошоп ҡына ҡайтып китте. Бының бутҡа ашағыһы килдеме икән, тип уйлап тороп ҡалдым. Ай үттеме икән, ҡәйнеш тағы килде. -Әсәй ағайҙы тиҙ генә килһен әле, эштән ҡайтҡас та тип әйтергә ҡушты,-тине лә, ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып югерҙе. Кисләтеп кенә ҡайтып килгән ,,Беларусь” тауышы ишетелеү менән ҡаршы югереп сыҡтым. - Айҙар, ҡәйнәм һине тиҙ генә килеп ҡайтһын тип сәләм ебәргән. Көндөҙ үк кинйәкәү килеп әйтеп китте. Айҙарым шәп тиҙлек менән күпер яғына төшөп китте. Ней булыр был? Ҡәйнәмдең ниндәй кисектергеһеҙ йомошо төштө икән, тип үҙемә урын тапмай, сыпраңлап йөрөүем. Балларҙы өйҙә ҡалдырып, тыштан йоҙаҡ элдем дә ҡәйнәмдәргә киттем. Ҡышҡы селлә ингән, һыйыр мөгөҙөн шартлатып һындырырлыҡ һыуыҡ.Аҡыллы әҙәм бындай көндө этен дә урамда ҡалдырмай... Ҡәйнәмдәргә барып инһәм,табынды уратып дүрт улы менән ҡәйнәм әңгәмәләшеп сәй эсеп ултыралар.Ҡәйнәм ябығып,кәкерәйеп киткән .Йотом һыуға сарсаған ыласынға оҡшап ултыра.Инәләре янына йыйылған ыласындар шымып ҡалдылар,бөтәһе бер юлы миңә боролдолар. Ҡәйнәмдең йөҙөндә йылмайыу ҙа,күҙҙәрендә осҡон сәскән йылылыҡтың әҫәре лә юҡ. ,,Сабырһыҙ!”-тип, өтөп ҡараны ҡараны ул миңә. -Улдарымды ғына йыйғайным....килгәсең...үтеп ултыр...-ҡәйнәм сынаяҡҡа тип үрелеүе булды,мин ишекте шарт ябып сыҡ та кит! Ҡәйнәмә үсегеүме инде,сабырһыҙлыҡмылыр...Шул ҡылығым өсөн үҙ-үҙемде оҙаҡ ғәфү итәлманым. Ҡәйнәм ҡаты ауырып китеп,үҙенең хәлен аңғартыу,кәңәш-төңәш ,һорау-яуап ,донъяны һөйрәү,етем-еһер ҡаласаҡ ҡыҙҙарын,кинйәкәүҙе ҡурсыу,бер-берегеҙҙе тартыу,һуҡмау,ситкә типмәү , йоҙроҡ һымаҡ уҡмашыу кеүек тормош һабаҡтарын-васыятын күндереү өсөн иң һуңғы кәңәш-ҡорона ыласындарын йыйған ине. Кинйәкәүҙең манный ярмаһы һорап килеүенең сәбәбе лә шул -ҡәйнәмдә яман шеш ауырыуы булып,тамағына аш үтмәй башлаған мәле булған икән. Ҡәйнәмде Өфөгә больницаға һалдылар,оҙаҡ ҡына дауаланып ятты.Бикәстәрем,кинйәкәүҙәре һағындылар,әсәйһеҙ өйҙә йәм тапмай зарыҡтылар. Операция яһағайнылар ҡәйнәмә.Мин иң бәләкәс бикәсем менән Өфөгә юлландыҡ.Арыуланған булһа,ҡәйнәне ҡуша алып ҡайтырбыҙ,тип тә уйлашҡан булдыҡ. Ҡәйнәм ятҡан больницаны барып таптыҡ, палатаһына индек.Ҡәйнәм бәләкәс кенә булып ята. Бикәсем әсәһенең эргәһендә суҡайып ҡына ултырҙы,әсәһе ҡыҙының етен сәстәренән оҙаҡ итеп һыйпап ятты-ҡулдары ҡурай һымаҡ нәҙек кенә булып ҡалғайнылар. Һөйләшмәнек.Ҡәйнәмдең шыпа хәле юҡ ине. Дауалаусы врачҡа индек. -Был ҡыҙыҡай әсәһе янында булып торһон.Беҙ ололар һөйләшеп алайыҡ,тип врач Көнһылыуға сығып торорға ҡушты. -Беҙ ҡәйнәмдең хәле арыуланған булһа,алып ҡайтайыҡ тип уйлашҡайныҡ...- тамағыма килеп тығылған төйөндө саҡ йотоп ебәрҙем. Врач миңә һынап ҡараны. - Юҡ. Өлкәнерәктәр юҡмы? Ир кешеләр? Юлығыҙ алыҫ ҡына.Әсәйегеҙгә юлда бер -бер хәл булып ҡуйһа,ҡыҙығыҙ ҡурҡыр, ир- егеттәр килһен. Аңлағанһығыҙҙыр.Операция эшләнек.Тик бик һуң врачтарға мөрәжәғәт итеү сәбәпле,операция ярҙам итмәне. Икенсенән.Яра урынынан ҡан һарҡып тора әле.Һарыҡ ите алып килһендәр улдары.Яраһын сей ит менән ябып алып ҡайтырға тура киләсәк. Йәшәргә лә күп ҡалмаған.Үҙегеҙ ныҡ булығыҙ. Врач кабинетынан иҫәңгерәп килеп сыҡтым. Ҡәйнәмде алып ҡайтырбыҙ,йәшәр әле ! -тигән өмөттәр менән,бикәсемде ,үҙемде йыуатып килгәйнек бит! Яңы өйөнә ыҙалап,өҙөнөп-йолҡоноп ҡына барып инде ...Иркенләп,рәхәтләнеп йәшәп тә өлгөрмәне!Ике ҡыҙын,ике улын башлы-күҙле итәһе бар ине бит! Беҙ ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ.Көнһылыу палатанан сыҡҡанда әсәһенең аяҡ осона ятып бер һығылып иланы. Бикәсем поезда йоҡланы,юл һуҡты,арыны.Бала бит . Беҙ ҡайтып төшкәйнек кинйәкәү ҡаршы йүгереп сыҡты.Әсәһен таптырып ,иҙәндә тәгәрәп йөрөп иланы. -Мине лә әсәйгә апарығыҙ,әсәйҙе минең дә күргем килә!!!Һеҙгә рәхәт,Әсәйҙе күреп ҡайттығыҙ... Айтуған ҡәйнеш Өфөнән ҡәйнәмде алып ҡайтты.Тик станцияға етеп,поездан төшөрөп алғас,ҡәйнәмдең хәле ныҡ мөшкөл булғанға күрә ауылға алып ҡайтып тормай,юл ыңғайы станцияға яҡын йәшәгән һеңлеһе Хәнифә апайға ҡалдырып ҡайтып төшкәндәр. Әсәһен ҡаршы алырға сыҡҡан кинйәкәү буш сананы күргәс,тағы иларға тотондо. -Әсәйгә апарығыҙ,әсәйҙе күргем килә!!! -Иртәгегә саҡлым ғына сабыр ит,көн кисләп китте бит,иртәгә ағайың алып барыр,тип тынысландырып ҡарайбыҙ.Юҡ.Буш санала тик ултыра. Кис үтә һалҡын.Тирҫтән өргән буран да,Ирәндектән иҫкән әсе ел дә һөйәккә тиклем үтә. Атты туғарып,саналағы бесәнгә ҡушып ҡуйҙы ҡәйнештәр.Санала һыҡтап ятҡан ҡәйнешем янында ҡалтырап ултырам. Йыуатыр һүҙ ҙә табалмайым.Атҡа ҡарағанмын да тынып ҡалғанмын. ,,Аҡылы мул хайуанҡай.Ул сабыр,ҡеүәтле,көслө... Уның һымаҡ сабырлыҡты ҡайҙан алмаҡ кәрәк?” Икенсе көн таң менән ҡәйнештәр кинйәкәүҙе үҙҙәре менән алып,Хәнифә апайҙарға ҡуҙғалдылар.Ҡыҙыл йылғаһын үткәндә былар ҡәйнәмдең кәүҙәһен алып ҡайтып килгән ылауға тап булғандар:ҡәйнәм төнөн үтеп киткән икән. Шулайтып ҡәйнәмде өйҙөң түренә индереп һалдылар. -Тере сағында күргем килгәйне...-кинйәкәү тубыҡтарын ҡосаҡлаған килеш өнһөҙ генә ҡалтырап ултырҙы,тамсы ла күҙ йәшен сығарманы. Шулай итеп ҡайнымдан өс йыл ҡалып,ҡәйнәм гүрҙәргә инеп ятты. Көндәрҙе төндәр ,ҡыштарҙы яҙҙар ,дәүерҙәрҙе дәүерҙәр ялғай.Кисәге ер битендә йөрөп ятҡан әҙәмде лә саң-тупраҡ баҫа...
Шул замандарҙан бирле байтаҡ ғүмер үтеп киткән икән. Юҡ. Ғүмер үтмәгән.Шул ғүмерҙе беҙ үҙебеҙ уҙып киткәнбеҙ. Әле ҡайны -ҡәйнәнең илле йыл элек күтәргән өйҙәренең ҡоймаһына тотонғанмын да, һығылып ҡына илап торам. Был өйҙә бер кем йәшәмәй хәҙер. Буп -буш. Биш улының бишеһе лә юҡ ер битендә. Ә баҡсала быйыл алма шашып уңған! Алмағастың ботаҡтары емешенә көсө етмәй, ҡара тупраҡҡа тиклем эйелеп торалар. ,,Ботаҡ эйелһә хәлһеҙ икән тимә, емешенең күплегенән эйеләлер. Әҙәм эйелһә, мөхтәж икән тимә, һине хөрмәтләгәнгә эйелә...” Ҡәйнәм мәрхүмәнең кинәйәләп һөйләгән һүҙҙәре иҫемә төшә. Ҡәйнәм үҙе лә ошо ҡартайған, бөгөлгән алмағас һымаҡ күҙ алдыма килеп баҫа. Ҡәйнәм бит бөтә кешене хөрмәтләне, кешеләгә үтә изге булды. Тирә-йүнгә татлы булып алма еҫтәре аңҡып киткән. Ҡәйнәм мәрхүмә тарамыш ҡына ҡулдары менән беҙгә, тереләргә алма өләшә һымаҡ. Ҡойма аша үрелеп кенә бер алманы өҙөп алып тешләнем. Татлы ла, әсе лә ине өҙгәнем...
Ваҡытында ҡәйнәмә күңелен иретерлек, йөрәгенә май булып яғылыр татлы һүҙҙәремде ниңә йәлләнем икән? Йөрәк кенәһе һыҡтап, йән генәһе меңгә туралып ялбырҙап торған саҡтарында, йәненә тыныслыҡ табалмай аҙапланғанында күңелен имләр һүҙҙәрҙе ниңә унан ҡыҙғандым икән. Ниңә бер генә тапҡыр уны ҡосағыма алып яратманым... Йыуатманым. Иңдәренән тупылдатып һөймәнем... Мин дә ҡатын-ҡыҙ затынан бит! Йөрәгемдәге әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрем, йәнде ҡыҫып йөрөгән уйҙарым бөгөн тынғы бирмәй миңә. Берәйһе мине йылымыс һүҙе менән йыуатһын, иңдәремдән һөйһөн ине! ,,Ҡыҙ мыҡты булып тыумай, донъя өйрәтәлер. Ныҡ, мыҡты булырға тырыш. Ҡатындың көсө шул мыҡтылығында бит! Мин башҡалар һынған ерҙә турайып баҫтым, яҙмышым һынауҙарының һуңына тиклем сыҙаным... Барына күнәһең икән ул... Сабырҙар булып күнәһең ,килен...” Әсе татлы алманы тағы ла тешләнем. Алтын ғына балдаҡ,ҡушалы һабаҡ Ергәлә генә төшһә табылмай. Уҙған да ғына ғөмөр,ҡалған хәтер Һатып алам тиһәң дә табылмай! Үәй,үәй,үәй...
Сулпан Әбдрәхимова.
Тамам.