

Беҙҙең улыбыҙ тыуҙы. Ҡайным менән ҡайным олатай, өләсәй булдылар. Ейәнен күрергә ҡайтҡан ҡайным ҡәйнәм, баллары янында ҡалды. Яңы өйҙәренә тәҙрәләр уйҙылар, ҡоймалар менән уратып алдылар. Өй һалам тип әйтеүе генә анһат. Өйгә өйәһең дә өйәһең шул. Иштуған улы армиянан ҡайтты, уға етәгеһе Айтуған армияға китте. Был юлы яуһыҙ ғына оҙатып ебәрҙек. Беҙ магазин янындағы ҙурыраҡ өйгә күсеп сыҡтыҡ. Ҡыҙыма ауырлы инем. Бер саҡ ҡәйнәм килеп инде. Эсендәге хәсрәткенәһен бушатырға килеп ултырыуы. Ейәнен тупылдатып һөйһә, йөҙө яҡтырып, күңеле күтәрелеп киткән һымаҡ.
-Ҡайныңды әйтәм....Ҡәҙереңде белмәгән әҙәм, һин ай булһаң да, көн булһаң да, туғыҙ һауһағыңды киҫеп бирһәң дә ҡәҙереңде белмәйәсәк. Хатта фәрештә булһаң да... Ҡайның йәнемде генә һурып алмай. Шул яңы өйгә сығып буламы инде? Тауҙар аҡтарырҙай, таштар ярып таштағандай ғәйрәтем бар һымаҡ ине. Әллә ниңә һуңғы ваҡыт хәл дә юҡ, юҡҡа-барға ла гөлп итеп ҡабына ла китәм. Ҡәйнәм бирешеп, йонсоп,бәләкәсәйеп киткән һымаҡ. Мейескә икмәк һалған һайын ҡәйнәмдәргә лис алырға төшәм. Үҙебеҙҙеке юҡ. Етешеп китә алмайбыҙ. Шулай мейескә яғып ебәрҙем дә, ҡәйнәмдәргә югереп төштөм. Ҡайным урмандан ҡайтып, ағастарын бушатып тора ине. Баш һелкеп кенә һаулашып өйгә индем дә, йомошомдо йомош итеп ҡайтып киттем. Икмәк яһаным, листә ҡалҡып ултыра. Мейестәге ҡуҙҙарҙы болғап торһам, ҡып-ҡыҙыл булып кинйәкәү ҡәйнешем килеп инде. - Еңгәй, әсәй һине саҡыра, тиҙ генә килеп китһен, - инер -инмәҫ хәбәрен теҙҙе малай.
-Аһ.Аһ..улай ашығыс нимә булды? -Ней...теге..атай ауырый...- ҡәйнеш сығып югерҙе. Ишеккә йоҙаҡ элдем дә артынса киттем. ,,Ауырып киткән ҡайнымды шылдырып һалышырға кәрәкме икән ? Ҡалайыраҡ ауырып киткән һуң?” тип югерә-атлай барып индем. Ҡайным урындыҡта ята. - Нисек ауырый ҡайным? -үрелеп кенә ҡайныма ҡарап торам. -Ҡайның үлеп ҡуйған әле ул...-ҡәйнәм урындыҡ ситенә ултырып һығылып илап ебәрҙе. -Нисек,ҡәйнәм ,утын бушатып ҡына тороп ҡалғайны лаһа...ҡайным...лис алырға килгәнемдә. -Утынын бушатып бөтөп инеп ике сынаяҡ сәй эсте лә Муйылбикә һеңлеләренә китте.Тайын өйрәтергә...Мәктәп яғында бысылған тополь өйөп киткәндәр.Шул ерҙән юртып барғанда,кәйпелеп кенә китеп,башы менән шул тополға барған да төшкән...Яраһы -фәләне юҡ былай... Ах,был яҙмыштар.Ҡасан йүкә ,ҡасан ҡайыш шартлап өҙөлөрөн әйтеп булмай.Кәләш алам тип дәрте ташып торған ҡайным донъя ҡуйҙы. Тирә яҡтағы ауылдарҙағы туғандарға хәбәр иттеләр. Моргҡа алып барыуҙан ҡәйнәм ҡырҡа баш тартты. -Юҡ.Телгәсләргә бирмәйем...Язалатмайым. -Врачтар үлемдең сәбәбен белеп ,ҡағыҙ яҙып бирәләр,еңгәй.Ҡуй улай итмә.Ҡағыҙы,справкаһы булмаһа,балларыңа пенсия сыҡмаясаҡ бит ,еңгәй-,ҡайнымдың ҡустыһы Хөсәйен ҡайнаға аҡыллы кәңәш биреп ҡарай.Ҡәйнәм һүҙен бирмәй. -Ҡуй.Ярҙырмайым.Кәрәкмәй пенсияһы. Моргка алып барманылар.Хөсәйен ҡайнаға районға барып,врачтың үҙен алып килде.Ҡәбергә төшөрөр алдынан,врач мәйеттең башын тотҡослап,мейе ҡумтаһы онталған тип,справка яҙып бирҙе.Ҡәйнәм балаларына пенсия юллап алды. Аллаһы Тәғәлә әҙәмгә һис ҡасан күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡты йөкмәтмәйҙер. Ул һинең йәнеңдең самаһын беләлер.Был ҡайғыны ла күтәрҙе ҡәйнәм...Күтәрә алмаҫ,урталайға бөгөлөр,шартлап һындырыр ҡәйнәмде был ҡайғы тип уйлағайным... Ҡайнымдың ҡырҡын уҡытып,ҡәйнәм янында Бәҙриҡәмәр инәй менән мин генә ҡалғайныҡ.Ҡәйнәм былай тине: -Бәҙриҡәмәр апай, әллә Шайморатҡа икенсе бисә алырға ризалығымды бирмәй хата яһаныммы икән? Ҡайғырыр, илар инем дә тынсыр инем... бәлки... Күңелем бөгөн тыныс булыр ине. Олоғайған һайын, әҙәмгә йән тыныслығы, яйлы уй, таҙа аҡыл, бәхетле йөрәк кәрәк. Ә беҙ нимә эшләнек? Тәмһеҙләштек, һүҙгә килештек, янъяллаштыҡ, мәсхәрәләргә төшөп бөттөк. Ах! Шуныһы үкенесле булды... Үкенесле...
Сулпан Әбдрәхимова.
(Дауамы бар)