Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
20 Апрель , 04:04

ҺИН АҠ ҠАЙЫН ЯНЫНДА ТОРА ИНЕҢ...

Мәрхүмә ҡатыным Әлиәгә «Вот тот мир, где жили мы с тобою, Ангел мой, ты видишь ли меня». Федор Тютчев. Минең ҡатыным бар ине, шул мөғжизәнең ысынбарлыҡ булыуына хәҙер ышанғы ла килмәй. Эйе, эйе, Әлиәм, һин бар инең. Етмеш өс йылдың утыҙ дүртен мин ғаиләле кеше – ир, атай, олатай булып йәшәнем. Ошо йылдарҙа, үтә һирәк көндәрҙе хисапҡа алмағанда, көнөн дә, төнөн дә һин минең менән булдың – айырым йоҡлаған саҡтарҙы хәтерләмәйем дә. Йәшәй-йәшәй мин быны, шулай булырға тейеш, тип ҡабул иттем һәм, дөрөҫөн әйткәндә, әллә ни оло бәхеткә иҫәпләмәнем дә.

ҺИН АҠ ҠАЙЫН ЯНЫНДА ТОРА ИНЕҢ...ҺИН АҠ ҠАЙЫН ЯНЫНДА ТОРА ИНЕҢ...
ҺИН АҠ ҠАЙЫН ЯНЫНДА ТОРА ИНЕҢ...

Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Бәхетле никахтар шулайҙыр, әммә беҙҙеке, тойомлауым, һиҙеүем, ысынлап та, күктә, әйтергә яраһа, Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, яралды. Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, миңә ҡырҡ йәш яҡынлай, минең буйҙаҡ һәм бигүк таҙа булмаған түшәгемдә байтаҡ ҡатындар аунаны, шуныһы ғәжәп, уларҙың барыһы ла миңә кейәүгә сығырға теләйҙәр ине. Дөрөҫөн әйткәндә, әллә ни күркәмлек тә юҡ, етмәһә урыҫ түгелмен, ярлымын, уның ҡарауы эсмәйем. Әҙәбиәт институтында уҡыйым, коммуналь фатирҙа бүлмәм бар. Дөйөм алғанда, уларҙың һәр ҡайһыһы һәйбәт ҡатын була алыр ине, тип уйлайым. Әммә миндә өйләнеү тураһында уй юҡ, мин унан ҡурҡам, сөнки иртәгәһе көнөм үтә ышанысһыҙ, билдәһеҙ, тормош маҡсатым – яҙыусылыҡ эше – барып етә алмаҫлыҡ йыраҡ һәм ауыр тойола. Ғаилә, балалар быға ҡамасаулар, минең самалы ғына булған талантымды асылып етмәҫ элек томалар, тип фараз итәм. Бәлки, мин берәйһен көткәнмендер, яҙмышыма яҙылғанын, Аллаһы Тәғәлә ебәргәнен? Йәғни, һине, күгәрсенем, һине көткәнмен булып сыға. Ете йыл...

Измайлов паркында үткән һабантуйҙан һуң ете йыл. Ә һабантуйға мине ябай бер ҡыҙыҡһыныу килтерҙе – мин бит бала саҡ һабантуйҙарын ғына беләм, ә бында, Мәскәүҙә, паркта, Мәскәү татарҙарын, яҡташ башҡорттарҙы осратырмын, бәлки, тигән теләк бар. Көрәште күҙәтеп торҙом, татар ҡыҙҙарына күҙ һалдым...

Һин ҡайын эргәһендә, дөрөҫөрәге, ҡайын аҫтында тора инең. Ап-аҡ ҡайын аҫтында. Яңғыҙһың. Төҫһөҙ генә йөҙҙәр араһында һинең йөҙөң сүп үләндәре ҡамауындағы сәскә кеүек балҡып, айырылып тора. Ҙур һоро күҙҙәрең тирә-йүнгә таҙа һәм балаларса ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән ҡарай. Оҙон, ауыр толомоң билеңә тиклем төшкән. Ҡыҫҡаһы, ҡайын суҡтары аҫтында матур кейенгән, килешле буй-ҡиәфәтле сибәр ҡыҙ баҫып тора ине.

Мин һинең яныңа барҙым да һүҙ ҡуштым. Нимә әйткәнемде хәҙер хәтерләмәйем дә инде. Беҙҙең янға ниндәйҙер татар егете килде, һүҙ ҡушыуы буйынса бер-берегеҙ менән таныш икәнлегегеҙҙе аңланым, тик һин уға һалҡын, хатта күрә алмаусылыҡ мөнәсәбәт күрһәттең. «Ирҙәргә тышҡы ҡиәфәт ул ҡәҙәре мөһим түгел, аҡылы булһын», – тине лә әлеге егет китеп барҙы. Уның был һүҙҙәре минең бәләкәй кәүҙәгә ишара ине – ул мине һинең егет итеп ҡабул итте. Кем ул, ниңә һин уға дорфалыҡ күрһәттең, тип һорағас: «Коля. Миңә тәҡдим яһаны, ә мин кире ҡаҡтым», – тинең. «Нишләп? Сибәр егет бит». «Эсергә ярата, етмәһә маҡтансыҡ», – тип яуапланың һин.

Мин, әйҙә, парк буйлап йөрөп киләйек, тинем. Аллеялар буйлап атланыҡ, унан киноға керҙек, үлтер, ниндәй фильм ҡарағанды иҫләмәйем, шуныһы ғына хәтерҙә ҡалған: минең кассаға һонолған ҡулды һирпеп, үҙеңә билетты үҙең алдың.

Унан мин һине «Тыныслыҡ проспекты» метроһына тиклем оҙата барҙым. Киләһе йәкшәмбелә осрашырға һүҙ ҡуйышып, айырылыштыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, килереңә ышанманым, әммә һин билдәләнгән ваҡытта шунда инең. Матур кейенгәнһең, тимәк, оҡшарға тырышҡанһың. Ул осрашыу күренештәре лә иҫтә ҡалмаған, ресторан йәки кафеға, моғайын да, саҡыра алмағанмындыр, йәнә киноға кергәнбеҙҙер.

Һинең Преображенский майҙанындағы аяҡ кейемдәре магазинында эшләүеңде белдем. Шул көндән башлап эш урыныңа кергеләп йөрөй башланым. Ҡай саҡ прилавка янына ла бара инем. Әхирәттәрең миңә иғтибар менән ҡарай, йылмая, йылмайыуҙары серле. Мин ул саҡтағы үҙемә улар күҙе менән ҡарайым да нимә уйлағандарын бөгөн бик яҡшы аңлайым.

Әммә осрашыуҙар оҙаҡҡа барманы. Бер көн: «Бүтән килмә, бүтән артымдан йөрөмә!» – тип өҙә һуҡтың да ҡуйҙың. Байтаҡ йылдар үткәс, һин әлеге ҡылығыңды былайыраҡ аңлаттың, һин минең менән араларҙы боҙорға теләмәгәнһең, әммә ҡыҙҙар: «Фу, тапҡанһың инде кепкалы метр, етмәһә, эшсе. Һинең буй-һының, төҫ-башың менән унан арыуыраҡты таба ала инең», – тигән. Ул йәштә ҡыҙҙар принц көтә һәм йәш йөрәк өгөт-нәсихәткә тиҙ бирелеүсән була шул.

Мин ныҡыш, тәүәккәл булырға ҡарар иттем: тыйыуыңа ҡарамай, магазинға кереп йөрөнөм һәм, магазин ябылғанын көтөп алып, һине оҙатырға тағылдым. Әммә һинең сираттағы «артымдан йөрөмә» тигәнеңдән һуң «Комсомол» метроһында, әллә ни асыулы ла һүҙ түгел ул, уның ниндәй һүҙ икәнен һин яҡшы хәтерләйһең, «алыҫҡараҡ» ебәрҙем дә үсегеп, үпкәләп, эйәрмәй тороп ҡалдым. Бер нисә йыл үткәс, әлеге метроның өҫкө галереяларынан үткән саҡта беҙҙе оҙаҡҡа айырылыштырған урынды күрһәттем. Нимә, рәхәтләнеп көлөштөк инде...

Шул ваҡиғанан һуң ете йыл буйы һин минең тормошомдан ситкә киттең. Дөрөҫ, ҡай саҡ, үәт, яуыз, кире ҡаҡтың, бәлки, өйләнер ҙә инем, тип хәтергә төшөргөләй инем.

Ете йыл үтте, алтмыш өсөнсө йыл бара. Әҙәбиәт институтының өсөнсө курсында уҡып йөрөйөм. Яңғыҙ ҡалырмын, ғүмер буйҙаҡлыҡта үтер ахыры, тигән уй менән килешеп тә бөткәйнем инде. Хәйер, икенсе уй ҙа юҡ түгел ине: ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, танышҡан беренсе ҡатын-ҡыҙға әйләнәм дә ҡуям. Мөхәббәтһеҙ. Яратыуһыҙ. Был йәштә ниндәй мөхәббәт ти инде ул. Малай табып бирһә, шул еткән.

Беҙгә, дөйөм ятаҡ егеттәренә, Люся Медведовская тигән бәләкәй кәүҙәле, йәмһеҙ генә бер йәһүд ҡыҙы кергеләп йөрөй торғайны. «Толя, ҡасан өйләнәһең?» – тип йыш ҡына миңә бәйләнә был. «Өйләнерҙәйен тапмағанмын әле», – тип ҡотолорға тырышам. «Давай, мин һине бер татарка менән таныштырам, – ти Люся бер ваҡыт, – бергә эшләйбеҙ, матур кейенә». «Сибәр, аҡыллы» тиһә бер хәл, «матур кейенә», имеш. Кейеме миңә нимәгә хәжәт? Унан килеп, бер татарка ла баштан ашҡан, тип уйлайым үҙемсә.

Таныштырырға ниәтләнгән татар ҡыҙы менән Люся «Колхоз майҙаны» менән «Самотечный» араһындағы аяҡ кейемдәре магазинында бергә эшләй икән. «Ярар, берәй һуғылырмын, татаркаңды ҡарармын», – тинем һәм... ул турала бөтөнләй оноттом.

Мәскәү урамдарынан мин «Сретенка» менән «Кузнецкий мост»ын ярата инем. Унда – китап магазиндары, күргәҙмәләр, Мәскәүҙең мәҙәни һәм сәнғәт үҙәге. Әлеге урамдар буйлап йөрөгәндә, мин ҡала тойғоһон тоям, уның еҫен, булмышын һиҙәм, күперҙәге таштар әле лә Толстой ҡарттың аяҡ һөйрәп атлағанын, Есениндың штиблеттарын хәтерләй. Ун туғыҙынсы быуаттың гуманитар еҫе бөгөнгө бензин еҫе менән һаман ҡыҫырыҡлап сығарылмаған кеүек.

Бер көн шулай «Лермонтов» метроһынан «Колхоз майҙаны»на китеп барам һәм «Сретенка» йүнәлешенә боролайым тигәндә генә магазин, Люся димләгән татар ҡыҙы иҫкә төштө бит. Урам аша сыҡтым, аяҡ кейемдәре магазинын эҙләп таптым, эскә керҙем, прилавкаларҙы ҡарай-ҡарай уң ҡулда теге ҡыҙҙы, һине, күгәрсенем, күрҙем. Тән-кәүҙәң бер аҙ тулыланған, ҡатын-ҡыҙ нәзәкәте менән тулышҡан, ә бит-йөҙөң бынан ете йыл элекке кеүек һаман шундай таҙа, шыма, асыҡ.

Мин, Люся икенсе ҡыҙ хаҡында әйткәндер, ә һин күптән тормоштаһыңдыр, ике балаң барҙыр, тип уйлайым. Үҙ шаһыңды таба алмаһаң да, һинең кеүек күҙгә салынырҙай ҡыҙ иректә оҙаҡ йөрөй алмаҫ. «Сәләм! – тинем мин, эре генә. – Беҙ һинең менән таныш шикелле?» – «Килгән, саң да ҡунмаған, – тинең һин. – Һаман йөрөйһөңмө?» – «Йөрөйөм инде, нишләйем? Саң да ҡунмаған, имеш...»

Йәнем көйөп боролдом да китергә ниәтләндем. Тик артымдан: «Толя, ярай инде, мин шаярттым бит», – тинең. Һәм мин кире боролдом. «Исемең нисек әле?» – «Бына күрәһеңме, мин һине онотманым, ә һин онотҡанһың. Әлиә мин». – «Тормошҡа сыҡтыңмы?» –  «Юҡ», – «Нишләп улай? Шундай һылыу ҡатын?» – «Алыусы юҡ».

Шулай һөйләштек беҙ. Эш сәғәтең бөткәнсе көтөп торҙом да «Банный переулок»ка ҡәҙәр оҙата барҙым. Ә бер аҙнанан: «Әлиә, сыҡ миңә кейәүгә», – тип тәҡдим яһаным.

Һуңынан утыҙ дүрт йыл бергә... Бәхетле булдымы һуң ул йылдар? Өс-дүрт йыл кеүек тиҙ үткән был ғүмерҙе мин ваҡыт берәмеге, тарих, яҙмыш рәүешендә ҡабул итеп тә өлгөрмәнем, сөнки улар бит тиҙ үтте, әйтерһең дә, төш кенә булды.

Йәшәү, тере ҡалыу өсөн тырыштыҡ беҙ. Көнкүреште әҙәмсә итеү өсөн, сир-ауырыу менән алышып, улыбыҙҙы ҡурсалап үтте был йылдар. Ул мәктәпте тамамланы, унан институт бөттө, өйләнде, ейәнсәребеҙ тыуҙы, мине Яҙыусылар союзына алдылар, әҫәрҙәрем нәшер ителә башланы. Ҡулға аҡса керҙе, хатта бер мәл билдәле яҙыусы фиғелендә лә йөрөп алдым.

Эйе, былар барыһы ла һинең йөрәк аша үтте, төрлө ығы-зығы, мәшәҡәт уны туҙҙырҙы, ҡаныңа адреналин бутаны. Әммә беҙҙең арала бер ҡасан да һыуыныу, төңөлөүҙәр булманы, хатта етди бәхәстәр тыуыуын да хәтерләмәйем. Эйе, ҡай саҡ мыжыным, асыуландым, үсектем, һөйләшмәй йөрөнөм, ара-тирә һиндә лә татар темпераменты тоҡана ине, әммә барыһы ла: «Ярай, Толя, бөттө,» – тигәнең менән, көлөү, шаярыу, үбешеү менән ослана торғайны.

Ә бәхетебеҙ булдымы һуң? Журналдарҙа әҫәрҙәрем донъя күргән саҡтарҙы, бәлки, бәхет тип хисапларғалыр? Әммә мин, көтөп арыған, үҙ-үҙемә ышанмай башлаған, мөхәррирҙәр тарафынан әрләнгән, тибелгән, үҙҙәренә яҡынайтылмаған кеше, быны бәхет күреп ҡабул итә алманым. Ә һин шат инең. Ҡулдарыңды сөйөп бейергә төшөп китер инең. Әлбиттә, гонорары өсөн дә ҡыуандың. Бәхет тигән төшөнсә, моғайын да, беҙ «Курская коса» тип аталған ижад йортона барған саҡта булғандыр, тим. Ҡом кисеп, ҡом өйөмдәре, ҡарағайлыҡ аша Балтик диңгеҙенең күбекле ярҙары буйлап йөрөнөк, һин быларҙың барыһын да беренсегә күрә инең.

Һуңынан, октябрь айында булһа кәрәк, ГДР-ға киттек. Берлин, Лейпциг, Эрфурд, Вернигород, башҡа ҡалаларҙы күрҙек. Киләһе йылына – Венгрия, йәнә бер йылдан һуң – Италия. Бына Италияны күреү, ысынлап та, бәхет булғандыр. Ул йылдарҙа был илгә сығыу еңел түгел ине. Венеция каналдары, Флоренция музейҙары, Тоскана тауҙары, Рим, Изге Петр соборы. Алыҫтан булһа ла Папаны күрҙек һәм һинең, диндар кешенең, һоҡланыуҙан, күңелең тулыуҙан күҙҙәреңә йәштәр тығылғайны.

Һиңә, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ярлылыҡта үҫкән, бөтә йәшлегеңде прилавка артында тороп, аяҡ кейемдәре һатып үткәргән кешегә, (ә эшеңде ярата инең) мин оло донъяны, Европаның изге таштарын, уларҙың тауар менән тулы магазиндарын күрһәттем. Мин һыныңды турайтыуыңды, башыңды күтәреүеңде, үҙеңде ғорур, үҙ аллы кеше итеп тойоуыңды теләй инем.

Ә ысын мәғәнәһендә беҙ тик ауылда, минең Ураҙҙа ғына, бәхетле булдыҡ шикелле. Үҙебеҙгә өй һалып алғас, бигерәк тә. Һин ул йорттоң, мунсаның, һарайҙың хужабикәһенә әйләндең. Ураҙҙа йәшәүе оҡшай ине һиңә, йыш ҡына: «Ауылда һин мине нығыраҡ яратаһың», – ти торғайның. Эйе, бала сағым илендә, беренсе яратыу хисе кисергән еремдә, ата-әсәйемдең ҡәберҙәре янында мин тынысыраҡ, аҡыллыраҡ, ихласыраҡ, иғтибарлыраҡ булғанмындыр.

Беҙ йылға буйлап алыҫҡа-алыҫҡа китә торғайныҡ, бала саҡтан таныш һәм яратҡан ерҙәргә. Август айында ялан-туғайҙарҙа кәбәндәр ҡалҡа, беҙ шуларҙың төбөнә ултырабыҙ ҙа ҡояшта йылынып, хыялдарға биреләбеҙ. Әгәр мөмкин булһа, мәңгелеккә ошолай йоҡоға ла талыр инек.

Әгәр мин яҙға тиклем йәшәй алып ауылға ҡайтһам, һинһеҙ нисек ҡайтырмын да, кем менән әлеге һуҡмаҡтарҙан йөрөрмөн? Хәйер, яңғыҙым инде. Әммә һин һәр ваҡыт минең эргәмдә буласаҡһың, һинең менән һөйләшәсәкмен, бәхетем минең.

Һай, яңы мунсаға нисек ҡыуанғайның! Беҙ бит үҙебеҙгә мунса һалыу хаҡында күптән хыяллана инек – кешелә йыуыныу эш түгел. Шуға ла, мунса төҙөп кергәс, һин ифрат шатландың...

Былар барыһы ла, шаулы оло юлдан тыныс һуҡмаҡҡа төшкән беҙҙең мәңгелек үк булмаһа ла, оҙаҡ дауам итер кеүек тойола ине. Беҙ ҡышты ауылда йәшәргә ниәтләнгәйнек һәм саҡ ҡына һуңыраҡ, әйтәйек, бер-ике йылдан, һиңә йөрөүе ҡыйын була башлағас, ҡалған ғына ғүмерҙе ошонда үткәрергә, беҙҙең ауыл зыяратына йәнәш ятырға теләгәйнек. Хатта атайым эргәһенән урын да һайлағайныҡ. Мин «Тау артында ниҙәр бар» тигән автобиографик повесымда башымды һинең тубыҡтарыңа һалып үлергә теләйем, тип тә яҙғайным. Эйе, беҙ уйлайбыҙ, ә Аллаһы Тәғәлә үҙенсә хәл итә. Мин түгел, һин минең ҡулдарҙа был донъянан киттең...

«Слезы людские, о слезы людские,

Льетесь вы ранней и поздней порой...»

Федор Тютчев

Үҙ ғүмерендә байтаҡ ҡайғы-хәсрәт күргән Тютчев яратҡан ҡатынын юғалтыу фажиғәһен кисермәгән, үҙе лә йәшләй генә үлгән пәйғәмбәр Пушкинға ҡарағанда тормош аянысын һәм кеше ҡайғыһын нығыраҡ аңлай.

Егерме етенсе ғинуарҙа беҙ, ғәҙәттәгесә, беҙҙең урам, беҙҙең яратҡан аллея буйлап йөрөнөк. Мин Тургенев шиғырына яҙылған «Утро туманное, утро седое, нивы печальные, снегом покрытые...» тигән романсты йырларға маташам, дөрөҫөрәге, ауыҙ эсенән генә көйләйем, ә һин көләһең, әле лә йәш йөҙөң асыҡ, ихлас. Һәм ҡапыл: «Толя, һин мине яратаһыңмы?» – тип һораның. Һуңғы йылдарҙа һин был һорауҙы миңә йыш, төрлө ерҙә, төрлө саҡта бирә торғайның. Эйе, бер ваҡытта ла минең туп-тура, яратам тип әйткәнем булманы, гел генә: «Үҙең нисек уйлайһың?» – тип яуаплай торғайным йәки: «Яратмаған булһам, күптән яратҡан булыр инем», – тием. Әммә һиңә: «Әлиә, мин һине яратам, ныҡ яратам, шашып яратам!» – тигән ҡәтғи яуап кәрәк. Был һүҙҙәрҙе мин һиңә әйтә алманым. Яратмауҙан түгел, ә ул һүҙ миңә ғүмер буйы ифрат юғары, яуаплы тойолғандан, уның эсенә һалынған ҙур мәғәнә кешенең эске рухынан, булмышынан атылып сығырға тейеш, тип аңлағандан. Юҡ, был ҡурҡыу йәки алдауҙан килмәй ине, шул һүҙ асылының бәләкәй генә бер өлөшөн дә һиңә еткерә алмам кеүек тойола торғайны.

Ә бит бергә йәшәүҙең тәүге йылдарында, һине үҙемдең яҙмышым тип иҫәпләһәм дә, етерлек кимәлдә яратмайымдыр, тигән уйҙа инем. Эйе, оҡшай инең, танһыҡ инең, көн һайын һинең йөҙөңә, күҙҙәреңә һоҡлана инем. Телефондан тауышыңды ишетһәм, эшеңдән тиҙерәк ҡайтыуыңды көтәм, шунан, түҙмәй, яныңа йүгерәм. Йәшермәйем, һәр ир-атҡа хас булғанса миндә лә ниндәйҙер идеал ҡатын тураһында хыял бар ине. Бер көн урамға сығырмын да ҡаршымда, хушбуй еҫтәрен таратып алиһә пәйҙә булыр кеүек ине... Таныш булмаған ул гүзәлдәр янымдан күп үтте, әммә береһе лә туҡталманы, әйҙәмәне, ә һин, минең үтә таныш яҙмышым, бәхетем, ҡайын төбөндә тора инең...

Егерме етеһендә аллеялар буйлап йөрөгән саҡта һин йәнә лә: «Һин ниндәй матур!» – тинең һәм оҙаҡ итеп йөҙөмә ҡарап торҙоң. Ҡарашыңда нимә бар ине – мөхәббәтме, әллә ҡартайған иреңә булған йәлләү, йылылыҡмы? «Тапҡанһың матурҙы!» – тип көлдөм мин.

Ҡайғы килер ул көндөң кисендә беҙ телевизор ҡараныҡ, нимә ҡараған иҫтә юҡ инде хәҙер, үҙемдең әрләшкәнде генә хәтерләйем – экранды ун минут буйы һыра, сәйнәү, ҡауаҡ бөтөрөү средстволары менән тултыралар ҙа ҡуялар. Мин ҡыҙам, ә һин көләһең. Һуңғы йылдарҙа һин минең әрләшеүгә, ҡәнәғәтһеҙлеккә әсәйҙәрсә көлөп, йылмайып ҡараның, нишләйһең, иҫәр әле тип иҫәпләнең, ахыры.

Ҡапыл: «Һин ниндәй матур!» – тип ҡабатланың. «Мин түгел, бына һин ысынлап та матур», – тинем мин яуапҡа. Һәм ирендәреңде, бит-йөҙөңдө, күҙҙәреңде үбергә тотондом. «Ҡуй, мин ҡарт бит инде», – тинең, көлөп. «Минең өсөн һин һәр ваҡыт йәш», – тинем. Дөрөҫөн әйттем. Һине көн һайын күргәнгәмелер, минең ҡарашҡа гел йәш булып ҡалдың, эйе, йөҙөң саҡ ҡына ауырайҙы, әммә ул һаман сырышһыҙ, элекке кеүек шыма, йәш, асыҡ. Ә күҙҙәрең бөтөнләй үҙгәрмәгән, тик ҡараштарың ғына аҡыллыраҡҡа, тынысыраҡҡа әйләнде.

Бер аҙҙан һин йоҡларға йыйындың. Һин ятҡас, мин, һауа торошо үҙгәрә, магнит тулҡындары ҡоторалыр, ахыры, дарыуҙарыңды эстеңме, тип һораным. Эйе, эстем, тип яуапланың. Һәр ваҡыттағыса. Бәлә килере башҡа инеп тә сыҡманы. Зарланманың, үрһәләнмәнең. Ҡайҙа йығылырымды белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем, тиҙәр. Белгән булһам, ул дарыуҙарҙы көсләп ауыҙыңа тултырыр инем. Шунан мин уянып киттем – һинең тороуың һәм кухняла йөрөүең уятты. Иртәнге алты ине. Ҡапыл кухняла нимәлер ауған ише дөбөрләү ишетелде. Дарыу алған саҡта һыуытҡыстың кәштәһе йәки бүтән әйбер төшөп киткәндер, тип уйланым мин. Тик бер минут та үтмәне – йөрәк ярғыс ҡысҡырыу яңғыраны. Һин мине исемем менән атап та ҡысҡыра ала инең, ә был ҡурҡыу, үлем алды ҡурҡыуы ине, күрәһең, һүҙҙе әйтергә хәлең етмәне һәм, һуңғы көсөңдө йыйып, һөрәнләнең. Һикереп торҙом да кухняға ташландым. Газ плитәһе яҡлап ултырғыста ултыраһың, башың күкрәгеңә һәленеп төшкән, ҡулдарың өҫтәлдә, шунда уҡ таблеткалар һибелеп ята. «Нимә булды?» – тип ҡысҡырҙым мин, йөҙөңә эйелеп. Телең һәленеп төштө, ауыҙыңдан шайыҡ китте. Көрмәлә-көрмәлә һин нимәлер әйтергә тырыштың, мин ул һүҙҙәр араһынан «баш» тигәнде генә аңланым... Ошондай уҡ хәл әсәйем менән булғайны: ул минең менән һөйләшеп ултырған көйө ҡапыл башын эйгәйне...

Мин ҡысҡырып илап ебәрҙем, һине ҡосаҡлап: «Үлмә, мин һине яратам бит, үлмә!» – тип һыҡтаным, тормошобоҙҙоң, бәхеттең һуңғы минуттары килеүен аңлағайным инде. Ни ҡылырға белмәй, сәй сынаяғына валокордин тамыҙҙым да ауыҙыңа килтерҙем, һин эстең, тимәк, аңың бар ине әле, минең әйткәндәрҙе аңларлыҡ хәлең бар ине. Барыһы ла ифрат тиҙ, көтмәгәндә булды, уны, ул сирҙе, юҡҡа ғына «удар» тип атамайҙарҙыр. Һиңә ҡыйын булғандыр, ауыртынғанһыңдыр, ҡурҡыуҙан ҡысҡырғанһыңдыр, минең һыҡтауҙы ишетеп, аңыңды юғалтҡанһыңдыр. Үҙеңдең үлеп барғаныңды аңлай алдыңмы икән?

«Зинһар, түҙ, хәҙер тиҙ ярҙамды саҡырам!» – тип ҡысҡырҙым мин. Ярҙам килде, тик һуң ине инде: йоҡоға талғайның. Һәм бер сәғәттән үлдең дә. Мин һуңғы мәлгә тиклем ҡулыңды тотоп ултырҙым, пульсың саҡ ҡына беленә ине әле, унан ике мәртәбә тәрән итеп тын алдың да йөрәгең тибеүҙән туҡтаны. Ошо мәлдә ни нәмә тойғаныңды, туннель аша яҡтылыҡҡа сыҡтыңмы, юҡмы, Аллаң йылы һүҙҙәр менән ҡаршы алдымы – быларҙың барыһын да һин үҙең генә беләһең.

Был һинең икенсе инсульт ине. Бынан ун ике йыл элек табип миңә былай тигәйне: «Һеҙ ҡатынығыҙҙы юғалта яҙҙығыҙ». Мин был һүҙҙәргә әллә ни иғтибар итмәнем – юғалтманым, терелде, йөрөй башланы бит. Һин тағы өс йыл йәшәй ала инең, һиңә етмеш йәш тулыр ине, миңә етмеш биш, беҙ, бергә үк булмаһа ла, бер тирәлә үлә ала инек. Март айында һин уколдар алырһың, апрелдә ауыл яғына ҡуҙғалырбыҙ, тип ниәтләнә инек, килеп сыҡманы, хыялдар тормошҡа ашманы...

Теләгең буйынса беҙ һине Көньяҡ Бутоволағы ҡоро зыяратҡа ерләнек. Ҡәберең – ҡайындар араһында. Һин ҡайындарҙы ярата инең бит. Беҙ Уралда ҡайын сауҡалығы араһында йөрөгәндә, һин арҡаң менән йыуан ҡайынға һөйәләһең дә, ул миңә энергия бирә, тип әйтә торғайның. Үҙең дә миңә йәшәү өсөн көс, бәхет биреүсе ҡайын инең бит. Һине осратҡанда ҡайын аҫтында тора инең һәм әле лә, яҙҙар еткәс, ҡәберең янында ҡайын япраҡ ярып, шаулап ултырасаҡ...

«... Ангел мой, где бы души наши ни витали,

Ангел мой, ты видишь ли меня?»

Нимә ул үлем? Бөтә аңлы тормошом буйы үҙемә ошо һорауҙы бирәм. Һәм унан ҡурҡам. Һуғышта, госпиталдә үлемде күп күрҙем, атайым менән әсәйемдең үлемен, йәш булғанлыҡтан, улай уҡ ауыр кисермәнем. Һеңлемде лә ул ҡәҙәре бөтөрөлөп ерләмәнем, дөрөҫөрәге, этләнеп көн итеүҙән ҡотолдо, ниһайәт, тип еңел тын алдым, ә һинең үлем үҙемдең үлемгә әйләнде лә ҡуйҙы. Хәҙер кем инде ул мин? Кемгә кәрәгем бар? Ғәҙәт буйынса йәшәйем, дөрөҫөрәге, көн итәм, ҡырынам, ашайым, гәзит уҡыйым, телевизор ҡарайым, ышанысһыҙ ғына ауыл тарафтарына ҡайтыу тураһында уйлайым. Ҡайтһам да, һинһеҙ нишләрмен икән һуң?

Үлереңде алдан тойҙоңмо икән? Һуңғы ваҡытта һин үҙгәрҙең. Юҡ, ҡартайыуҙы әйтмәйем. Һин нисектер тыныс, һил, бар нәмә менән ҡәнәғәт кешегә әйләндең, иркәләү- иркәләнеүҙәргә лә ҡаршылығың булманы, туҙына башлаһам: «Толя, ҡысҡырма миңә!» – тип кенә әйтә торғайның. Ҡыҙған мәлдәремә хәҙер ныҡ үкенәм. Шулай килеп сығырын кем белгән инде. Мин һинең өсөн күңелемдә әллә күпме матур һүҙҙәр һаҡлап йөрөттөм, уларҙы мин һинең тубыҡтарыңа ятып үлгәндә әйтермен, тип ниәтләнә инем. Һөйөү, үкенеү, ғәфү үтенеү, рәхмәт һүҙҙәре ине улар. Әйтә алмай, әйтеп өлгөрә алмай ҡалдым. Бик йәл...

Хәтереңдәме, үлерҙән бер аҙна элек күргән төшөмдө һөйләгәйнем. Ниндәйҙер шаҡмаҡ рәүешендәге ҙур, ҡара нәмә инде төшөмә. Ул әллә ҡаранан һуғылған балаҫ, әллә стенаға уйылған ҡара тишек, аңламаҫһың. Ошо ҡара нәмә мине үҙенә саҡырған, тартҡан һымаҡ. Миңә ҡурҡыныс. Уяндым да ошоно һөйләнем. Ғәҙәттә, һин минең төштәрҙе юрай торғайның: аҡсаға, шатлыҡҡа, хат килеүгә һ.б., һ.б. Ә был юлы бөтөнләй өндәшмәнең, был мине аптыратты. Төш тура килде – ҡара ҡайғы мине үҙенә тартып индерҙе...

Йыш ҡына төн уртаһында мин һинең уҡынғаныңды, Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшкәнеңде ишетә торғайным. Һинең унан нимә һорағаныңды, нимә үтенгәнеңде беләм хәҙер. Һин минән алдараҡ үлергә теләнең – минең үлемде күтәрә алмаҫыңды әйткәнең бар ине. Бынан тыш оҙаҡ ауырымаҫҡа, паралич менән ятмаҫҡа, Аллам һаҡлаһын, әсәһенеке кеүек аяғында гангрена башланмаһын, үҙе лә түшәктә ятып этләнмәһен, башҡаларҙы ла йонсотмаһын, ире менән улы ауырыуға юлыҡмаһын, ғүмерҙәрем оҙон, яҙған әҫәрҙәремә уңыш юлдаш булһын...

Һин егерме һигеҙенсе ғинуарҙа үлдең, изге рамаҙан көнөндә ерләнек. Кемдер, был көндә гонаһһыҙ, изге кешеләрҙе генә ерләйҙәр, тине. Был, ысынлап та, шулайҙыр.

Һинең үлемеңә, янымда булмауыңа, бынан ары бер ваҡытта ла янымда булмаясағыңа һис ышанғым килмәй. Кәфенгә төрөнөп, өйҙә ятҡаныңда, миңә, бәхетһеҙлектән, ҡайғынан шаңҡыған кешегә, һинең менән әле генә хушлашмайымдыр һымаҡ тойолдо. Һин минең янда, хәҙер торорһоң да көндәлек өй мәшәҡәттәренә сумырһың, донъя ығы-зығыһына бирелерһең төҫлө ине. Артабан йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ, был – һуңғы нөктә, сик. Ә кистәрен һинең кухняла ҡашығаяҡ йыуыуыңды, ванна бүлмәһендә теш таҙартыуыңды, төнөн янымда тын алғаныңды ишетмәгәс, мин үҙемде тере килеш ҡәберҙә ятҡан кеүек хис итәм. Иртәгеһенә бушлыҡта уянам. Ерләгәндең икенсе көнөнә, улыбыҙ менән киленебеҙ ҡайтып киткәс, фатирҙа япа-яңғыҙым ҡалдым һәм саҡ аҡылымдан шашманым. Төнө буйы бүлмәләр буйлап йөрөп сыҡтым, һинең менән һөйләштем, һин бындамы, янымдамы, әгәр бындаһың икән, әгәр һинең рухың, астраль тәнең өйҙә икән, күрен, шәүләңде күрәйем, исмаһам, тип һораным, ишетһәң, күрһәң, унда һиңә рәхәт икәнен белгерт, тип инәлдем...

Ҡөрьән уҡығанда мин һинең эргәңдә ултырҙым, уң ҡулыңды тотоп ултырҙым – аҡ кәфен аша ул боҙ кеүек һалҡын. Мине иркәләгән, массаж яһаған, ваннала йыуындырған һинең йомшаҡ, йылы ҡулдарың үле есемгә әйләнгәйне. Уны нисек аңларға, нисек күҙ алдына килтерергә – элекке көн генә беҙ үҙебеҙҙең аллея буйлап йөрөнөк, Хромов урамындағы беҙҙең ҡайындар янынан үттек, ә бөгөн һин юҡ. Баш етмәй, был хәлде аңлауы ҡыйын. Һинең рухың, уйҙарың, мөхәббәтең, шатлыҡ-ҡыуаныстарың, ҡайғы-хәсрәтең, өмөттәрең, йәлләүең ҡайҙа булды һуң? Һин ҡабул иткән минең булмышым ҡайҙа? Былар барыһы ла һинең мейеңдең нейрондарында, молекулалар йыйылмаһында ғына булдымы икән ни? Улар хәҙер үле, тимәк, беҙ тормош тип иҫәпләгән нәмә тулыһы менән көл, мәйет, үлемме?.. Әгәр был ысынлап та шулай икән, Тыуҙырыусы үҙенең ижад емешенә үтә аяуһыҙ. Миһырбанһыҙ эволюцияның үлергә тейешле тере ҡорбандары ғынамы ни беҙ?

Аллаһы Тәғәлә – ифрат ҙур йыһан хужаһы һәр кем яҙмышын ҡарап-күҙәтеп тора алмай, сөнки беҙҙән, ерҙә көн иткән йән эйәләренән башҡа ла Галактикала бүтән бик күп, миллион, миллиард фекерләй белгән тере организмдар бар. Ә беҙ, меҫкендәр менән, уның фәрештәләре генә етәкселек итәлер. Ниндәйҙер өмөтһөҙлөккә бирелеп, мин ҡайсаҡ, ғүмерем буйы янымда фәрештәм йөрөгәндер, ахыры, тигән уйға киләм. Миллиондар араһынан ул мине табып алды ла гел генә һаҡлап йөрөттө бит. Тормоштоң һалҡын тулҡындарына ырғытылған етем инем, яҡтылыҡҡа, белемгә ынтылдым, әҫәрҙәр ижад иттем. Һуғышта йөҙ мәртәбә үлә ала инем, тере ҡалдым, әйтерһең дә, миңә тоҫҡалған пуляларҙы, мина ярсыҡтарын кемдер ситкә һирпеп торҙо. Өйләнешеү. Танышып айырылышып китеүебеҙгә ете йыл уҙҙы, мин һине онотоп та бөткәйнем, ул беҙҙе йәнә осраштырҙы...

Һәм мин йыш ҡына, һин бит үҙең минең өсөн ер ҡатыны төҫөнә ингән фәрештә булғанһың, тип уйлайым. Шулай икән, ниңә улай иртә киттең һуң? Икебеҙгә ниндәй рәхәт, күңелле ине. Бәхетле мәл үтә тиҙ үтте. Бәлки, һин минең алда ҡарт булып күренергә теләмәгәнһеңдер, мин, маразмға бирелгән ҡарт, һине, ҡарсыҡты, ҡыйырһытыр, тип ҡурҡҡанһыңдыр. Мин һине һәр йәһәттән дә үтә күрәм, һинең турала бөтәһен дә беләм, тип уйлай торғайным. Һинең йыйнаҡлыҡты, таҙалыҡты, ихласлығыңды беләм, һиндә үҙ-үҙең тураһында ғына уйлау юҡ. Ун йыл буйы һинең елкәңдә ултырҙым да ҡуйҙым, үҙемдең хикәйә, повестарымды яҙҙым, һин бер үҙең эшләнең, мине ҡараның, ашаттың һәм был турала бер ҡасан да әйтмәнең, хатта төрттөргәнең, ишаралағаның да булманы. Мыжыҡ, ваҡ түгел инең һин... Һәм бер кемдән дә көнләшмәнең...

Ә шулай ҙа, хәҙер килеп аңлауымса, мин бик мөһим һәм тәрән нәмәне барыбер ҙә белә, аңлай алмағанмын. Оҙаҡ йылдар минең менән ниндәйҙер сәйер ҡатын йәшәгән, тип тә уйлап ҡуям ҡай саҡ. Һинең менән бер ваҡытта ла юғары төшөнсәләр, юғары материялар тураһында һөйләшеп ултырғаныбыҙ булманы. Һинең баш минеке кеүек китап сүбе менән тулмағайны. Тәүҙәрәк йыш ҡына быны мин һинең кимәлең, белемең түбәндер, тип уйлай торғайным, баҡһаң, йәшәйештең төп аҡылын һин китапһыҙ ҙа бына тигән итеп үҙләштергәнһең икән. Күпме генә аҡыл һатма, барыбер ҙә бер төп фекергә – бөтә нәмәнең дә мөхәббәттән яралғанына киләһең.

Мин сәйәсәткә төшөп фәлсәфә һата башлаһам, һин өндәшмәй торғайның. «Һин мине тыңлайһыңмы, юҡмы?» – тип һораһам, «Эйе, тыңлайым, шулай тинең, былай тинең»,– тип яуаплайһың. Әммә бер ҡасан да ҡаршы төшмәнең, бәхәсләшмәнең минең менән. Шәхси фекерең булһа ла, иргә ҡаршы хәбәр һөйләргә тейеш түгелмен, тип иҫәпләнең, күрәһең.

Беҙҙең һөйләшеүҙәр, нигеҙҙә, тормош, бала саҡ тураһында була торғайны. Пенза ҡалаһында йәшәгәнеңдә баҙарҙа буяуҙар һатҡаныңды бәйән иткәнең хәтерҙә. Пакеттарға ҡойолған ул буяуҙарҙы кешеләр яҡшы һатып алған. Һин шул рәүешле ас һуғыш йылында ғаиләгеҙгә ярҙам иткәнһең, әммә мәктәптә дәрестәреңде ҡалдырғанһың. Класташ малайҙарың: «Ул баҙарҙа буяуҙар һата», – тигән. Оят булған һиңә. Мәскәүгә күскәс, һине тимер юлына күмер йыйырға ебәргәндәр. Йәнә дәрес ҡалдырыуҙар, йәнә насар билдә алыуҙар...

Үҙ сиратымда, мин ун бер генә йәшемдә атайһыҙ ҙа, әсәйһеҙ ҙә ҡалыуым тураһында һөйләйем. Шунан бирле, һиңә өйләнгәнсе, ғаиләм дә, үҙемде яратҡан кеше лә булманы, тим. Мине йәлләп, һин илайһың...

Оло ышаныс менән шуны әйтә алам: һин минән күпкә яҡшыраҡ, аҡыллыраҡ булғанһың икән. Һин ғорур инең, тыумыштан килгән ихласлыҡ, ҡатын, әсә киң күңеллеге һәм дә зыялылыҡ бар ине. Һәр ваҡыт минең, улыбыҙҙың һаулығын хәстәрләү менән йәшәһәң дә, йомоҡ, кәйефһеҙ булманың. Беҙ көлә, шатлана белә торғайныҡ – көләүеңде ярата инем. Мин һинең юҡлығыңа һаман ышана алмайым, мин һине – әсәһен юғалтҡан бала һымаҡ, үлгән итеп ҡабул ҡыла алмайым. Ваҡыт үтә килә асыҡ йөҙөңдө онота ла башлармын, әммә көләүеңде, тауышыңды, һоро-ҡара күҙҙәреңде, асыҡ йөҙөңдө онотоуҙан ҡурҡам, ныҡ ҡурҡам, уларҙың гел генә күҙ алдымда тороуын теләйем...

Һинһеҙ оҙаҡ йәшәй алмамдыр. Һине бер кем дә алыштыра алмай. Шулай ҙа үҙеңә саҡырмай тор, саҡ ҡына булһа ла йәшәйһе килә әле. Ҡырҡ көндән һуң кейемдәреңде туғандарыңа таратып бирәм дә апрелдә ауылға китәм. Июндә яныма Маша киләсәк. Беҙ ейәнсәрем менән йылға буйында йөрөйәсәкбеҙ, ялан, туғай, кәбәндәр төбөндә ултырасаҡбыҙ һәм һине иҫләйәсәкбеҙ. Һуңынан, бик ашыҡтырмаһаң, әлбиттә, ҡайын төбөнә килермен. Ауылда үлһәм, беҙҙең һөйәктәр бер-береһенән айырым-айырым ятасаҡ, ә рухтарыбыҙ теге донъяла ҡушыласаҡ. Хәтерләйһеңме: «Унда һин мине танымаҫһың да әле, эргәнән үтеп китерһең, берәй һарыҡай артынан сабырһың», – ти торғайның. Танырмын, борсолма. Теге ваҡыттарҙа эштән йәки магазиндан ҡайтҡан саҡта атлауыңды үсекләгән ише үсектерәсәкмен әле. Рәхәтләнеп көләсәкбеҙ, унан ҡосаҡлашырбыҙ ҙа иларға керешербеҙ. Һәм мәңге бергә булырбыҙ. Унда айырылышыу юҡ, тиҙәр.

Быларҙы мин нимә тип яҙам әле? Әҙәби әҫәргә дәғүә итмәйем. Һәр ваҡыт уйлаған һәм кистәрен һиңә һөйләгәндәрҙе машинкала баҫтым. Үлемһеҙлек барҙыр, тим. Рух үлемһеҙлеге булмаһа, ерҙә йәшәүҙең мәғәнәһе лә ҡалмай. Һәм һин, минең үлемһеҙ ҡатыным, минең янда осоп йөрөйһөң һәм, эсеңдән генә ҡағыҙҙағы хаталарҙы төҙәтеп, ошо яҙмаларымды уҡыйһың...

Бәлки, икенсе кешегә әүерелеү, йәғни, реинкарнация барҙыр. Шулай икән, күпмелер ваҡыттан һуң һинең асыҡ, таҙа рухыңды минең гонаһлы, әммә ғәфү ителгән рух менән берләштерер ҙә Тыуҙырыусы яңы биологик тышлыҡ ижад итер. Һәм сыуаҡ бер яҙҙа, йәп-йәшел яҙҙа, мин паркка килермен дә һине осратырмын...

Һин аҡ ҡайын янында торасаҡһың...

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас