

Йомош менән район үҙәге урынлашҡан ҡалаға йөрөүселәр, күрше ауыл мәктәбендә уҡыусылар ел-ямғырҙа, ҡышы ҡар-буранда тау битләүендә үткән юлда өшөп-туңып торорға мәжбүр. Ауыл халҡы йыйылып, Район хакимиәтенә, юл идаралағына мөрәжәғәт итеп ҡараны, тик бушҡа ғына. Уларҙан: “Ғәбит ауылында туҡталыш төҙөү, планға ярашлы биш йылдан ҡаралған. Әлегә көтөгөҙ!” – тигән яуап килде. Ауыл старостаһы Рауил Ғабсалиҡов был көнүҙәк мәсьәлә буйынса сход йыйҙы. “Хөрмәтле ауылдаштар, көн тәртибендә бер һорау: ауыл ситендәге оло юлға туҡталыш төҙөү! Һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? Әгәр һәр өйҙән аҡса йыйып, туҡталыш төҙөтһәк, нисек булыр?” Йыйылған халыҡтың күбеһе ризаһыҙлыҡ белдерҙе: “Ул ниткән эш, һулы һайын кешенән аҡса йыйыу? Зыяратты кәртәләүгә ике тапҡыр йыйҙыҡ. Өсәр меңдән йыйып урамға ҡырсынташ түшәттек. Әле мәсет төҙөргә йыйябыҙ. Улай булмай инде. Район түрәләре нимә ҡарай? Медпунктты яптылар. Әлғаяҙым биллаһи, укол һалдыры өсөн дә городҡа йөрөлә. Төҙөһөндәр туҡталыш!”
Шаулаған халыҡты туҡтатырлыҡ түгел ине. Шунда, ҡасандыр тракторҙа эшләгән пенсионер Ғәйзулла: “Ауылдаштар! Бик булмаһа, туҡталҡа төҙөргә үҙем тотонам. Минән булһын бер изгелек! Ара-тирә ярҙам итергә егеттәр булһа, шул еткән. Ағас-ташына ғына аҡсаһын табырмын!”. “Һай! Ғәйзулла ағай афарин! Һин шәп кеше!”- тип хупланы ауыл халҡы. Ғәйзулла яҡынса күпме аҡса китәсәген иҫәпләп сығарҙы ла, бесән ташый торған үҙенең газель машинаһына ултырып, ҡалаға юлланды. Етерлек материал һатып алды. Үҙенең гараж төҙөгәндә артып ҡалған тимерҙәрҙе лә тотондо. Йәмғеһе – йөҙ меңгә төштө. Аҙна-ун көн тигәндә, ауыл осонда асыҡ йәшел төҫтәге бик күркәм туҡталыш пәйҙа булды. Артына бәҙрәф тә эшләп ҡуйҙылар. Яңы туҡталышҡа ауыл халҡы ҡыуанып бөтә алмай. Барыһы ла Ғәйзуллаға, уға ярҙам иткән егеттәргә рәхмәт уҡый. Елдә эшләп йөрөп Ғәйзулла һалҡын тейҙереп, район дауаханаһына кереп ятты. Ҡаратаулы районының хакимиәт башлығы Шәрғит Шәриф улы Шәһәрбәев Өфөлә йөрөп ҡайтты. Эше уңды, Республика кәңәшмәһендә ҡатнашты, университетҡа уҡырға ингән ҡыҙына үҙәктән өс бүлмәле фатир алып бирҙе. Һөйәркәһе Альбина менән күреште. Альбина иһә күпкән ҡорһаҡлы, табаҡ битле, төпөш һәм ныҡыш был әҙәмде бик хушһынмай. Әммә Шәрғит биргән ҡыйбатлы бүләктәр әйләнгән һайын иҫәбенә күсеп торған аҡса үҙенекен итә шул! Алдың менән торһаң, байлыҡ арты менән килеп керә
-Беҙҙең районда ла үҙенсәлекле байрам үткәрергә ҡуштылар, - тип башланы һүҙен Шәғиәт Шафиҡович дүшәмбе кәңәшмәһендә, - бына күрше Күгәрсен районында “Балаҫ байрамы” үткәрәләр, Кушнаренда виноград байрамы. Һеҙҙән ниндәй тәҡдим булыр?
Урынбаҫарҙары төрлө байрамдар тәҡдим итә башланы. Тик береһе лә ҙурҙан ҡубып, Район байрамы итеп үткәрерлек түгел ине.-Яңыраҡ Сурман яғына агитклуб менән барғайныҡ. Ғәбит ауылын үткән саҡта бик матур туҡталыш күрҙем. Ауыл халҡы үҙ көсө менән эшләгән тинеләр. Әгәр шул туҡталышыты тантаналы асып, район күләмендәге байрам итеп үткәргәндә? – тине мәҙәниәт бүлеге мөдире Зиннәт Теүәлбаев.
Был тәҡдимде хужа эләктереп тә алды.-Идея был! Бындай байрамдың бер ерҙә лә булғаны юҡ. “Туҡталыш байрамы” тип атайбыҙ ҙа район кимәлендә үткәрәбеҙ. Иртәгә үк ойоштороу эшен башларға! Райондың барлыҡ ижади көстәрен йыйырға! Өфөнән ҡунаҡтар, телевидение, журналистар саҡырырға! Ҙур концерт әҙерләргә, спорт ярыштары ойошторорға! Магазиндар тауарҙарын алып барһын!
Һәр йәһәттән яуаплы кешеләр тәғәйенләнде.-Бәлки Өфөнән берәй популяр йырсы саҡырырбыҙ, - тине мәҙәниәт бүлеге мөдире.-Нимә, әллә үҙебеҙҙә әртис бөткәнме? Хәҙер йырсылар бигерәк күбәйҙе, сусҡа кеүек үрсейҙәр. Элекке йырсылар моңло ине, хәҙер сығалар ҙааҡырып-баҡырып һикерәңләйҙәр. Аҡса тиһәң, бәҙрәфтә ултырған сағыңда ла йырларға әҙерҙәр. Ярар, һинеңсә булһын, саҡыр белгән йырсыларыңды, - тине ахырҙа Хужа. Кәңәшмәлә туҡталыш байрамының көнө билдәләп ҡуйылды. Смета төҙөлдө. Байрам үткәреү, район ҡаҙнаһына ун биш миллионға төшәсәк!
Июнь айының һуңғы шәмбе көнөндә Ҡаратаулы районының Ғәбит ауылына автобустар, машиналар ағылды. Туҡталыш тирәләй тирмәләр ҡоролдо, сауҙа нөктәләре урынлашты. Ҙур сәхнә яһалып, көслө аппаратура ҡуйылды. Унан яңғыраған музыка тауышы әллә ҡайҙарға таралды. Туҡталышты тантаналы асыуҙа район түрәләре, Өфө ҡунаҡтары ҡатнашты. Район ауылдарынан бик күп халыҡ йыйылды, концерт ҡараны, әйберҙәр һатып алды. Танһыҡ ризыҡ тип балалар ғына түгел, әбей-һәбейҙәр ҙә туңдырма һатҡан урынға ябырылды. “Маружный тигән нәмәләре бик тәмле икән”, - тигән була Ғәрифә әбей, ауыҙын сәпелдәтеп, туңдырма ялай-ялай. – Алып бөтмәҫтәре элек тағы эләктереп ҡалайым әле”, - тип ҡабат сиратҡа баҫты.
“Киләсәктә “Туҡталыш байрамы” традицияға әйләнеп, йыл һайын үткәреләсәк!” – тине район хакимиәте башлығы Шәрғит Шәһәрбаев, республика телевидениеһына биргән интервьюһында.
Дауахананан һауығып ҡайтҡан Ғәйзулла ҡарт, был тамашаны ситтән генә ҡарап торҙо. Хәйер, уның исемен телгә лә алған кеше булманы.
Харис Шәрипов.