Көнгәк
+14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
26 Апрель , 05:04

ШУЛ ҒЫНА

ФИРҮЗӘ АБДУЛЛИНА.

ШУЛ ҒЫНАШУЛ ҒЫНА
ШУЛ ҒЫНА


- Һин ҡыйыуһың, - тей ҙә тораһығыҙ,
Мине белмәгәндәй, дуҫтарым,
Тимәк, һиҙмәйһегеҙ, ҡайһы саҡта
Нисек тирләп сыға устарым.

 

Күп ваҡытта яңғыҙ тороп ҡалам,
Үҙемә тик үҙем – терәгем,
Белмәйһегеҙ, бындай ауыр хәлдә
Нисек йомарлана йөрәгем.

 

Һеҙ һаҡланып ҡараш йәшергәндә,
Оҡшаһам да ҡая ташына,
Үҙем генә беләм, ошо мәлдә
Нисек ҡан һикерә башыма!

 

Минең дә бар икеләнгән сағым,
Абынғаным, бешкән-туңғаным,
Нисек булһа, шулай йәшәп үттем,
Ләкин ҡурҡыу ҡоло булманым.

 

Ситтән ҡарап күҙәткәндәр өсөн
Минең тормош шыма, уң ғына.
Ҡыйыу түгелмен мин. Бер туҡтауһыҙ
Ҡурҡыуымды еңәм – шул ғына.
Фирүзә Абдуллина

Автор:
Читайте нас