Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
27 Апреля , 06:00

Доға

Бәхет булмағас, булмайҙыр инде.  Инде бер-бер артлы ике ҡыҙ табып, уларҙың береһе күҙгә зәғиф булып, икенсеһе тотлоҡҡас, Сәлим, былай ҙа ҡыҙыу кеше, ҡатынға ҡул күтәрә башланы. - Йүнһеҙ бисә! Малай тапмауың етмәгән, инде ике зәғиф ҡыҙ таптың! Өсөгөҙҙө лә ҡыуып сығарып ебәрермен! Миңә инвалид йорто кәрәкмәй!

Иртәгә шәмбе, тимәк, балалары ҡайта.

 Хәниә ус аяһындай ғына иҙәнен йыуып, өйөн йыйыштырҙы. Ҡалған ондан бәлеш баҫайым тип, ҡулын йыуып ҡына тора ине, оло тауыш ҡуптарып, үгәй атаһы менән әсәһе килеп инде. Атай булған кеше, ғәҙәттәгесә, төшөрөп алған. Әсәһе иһә бөйөн айныҡ. Юғиһә, сирхүш иренә эйәреп, ҡойған бер стаканды түңкәрергә генә тора. Ана бит, эсе эскә йәбешеп, ҡарайып киткән. Йәшкә лә күпкә оло күренә. Элек матур ғына булған ҡатын, көҙөн япраҡ ҡойоп, яланғасланған шыҡһыҙ ағас кеүек. Таралмаған сәстәре туҙып, уҡмашып тора. Ҡара күҙҙәре эскә батҡан. Таушалған кейемендә урамға сығырға ла оялмай.

 Иренең һүгенеп әрләүенә лә күнеп бөткән. Түҙә, сөнки башҡа барып төртөлөр урыны юҡ. Тәүге ире эсеп, барлыҡ ҡаралтыһы менән өйҙәрен яндырып, үҙе лә утта һәләк булғас, ғаилә урамда ҡалды. Ярай, шул саҡта күрше районда йәшәгән һеңлеһе ярҙам ҡулы һуҙҙы. Фәниә инде үҫеп килгән ҡыҙы менән туғанына һыйынды. Улы Өфөлә ятаҡта көн күрә. Эскән ир менән әлдә күп бала тапмағанына һөйөндө: ҡайҙа ҡуйыр ине уларҙы? Бай туғандары ла, көтөп торған ата-әсәһе лә юҡ.

 Ҡайҙа ла бер донъялыр инде. Ҡара сәкмәнең үҙеңдән һис кенә лә ҡалмай. 

 Фәниә аҙмы-күпме йыйған донъяһынан, эсеп ыҙалаһа ла, егерме йыл бергә йәшәгән иренән яҙыуынан шаңҡып, байтаҡ ваҡыт аңты-тиңке йөрөнө. Әммә нисек тә йәшәргә, бигерәк тә үҙ торлағыңды хәстәрләргә кәрәк ине. Яҡын туғаны булһа ла, бер айҙан инде һеңлеһе лә ризаһыҙлығын һиҙҙерә башланы. Ул арала Фәниә фермаға һыйыр һауырға ингәйне. Унда ла малсы булып эшләгән Хәмит шаяртыпмы, ысынмы:

- Әллә миңә кәләш булаһың да ҡуяһыңмы? Өйөм буш тора. Хужабикәһеҙ бер йәм дә юҡ, - тип бер нисә тапҡыр өндәшкәс, ҡапыл бер ҡарарға килде. Ниңә яҙмышты һынап ҡарамаҫҡа? Эскән ирҙән ҡатыны ҡайтып киткәнен ишетһә лә, әллә ни уйланып торманы. Ни булһа ла, булыр. Хәмит эшкә уңған. Йәшәгән йорто хан һарайындай ҙур, элек колхоздар ҡеүәтле саҡта төҙөлгән. Ябай ғына йыһазлы, ҡото ҡасҡан йортҡа үҙенсә йәм индерергә тырышты ҡатын. Янғындан ҡалған ҡойто ғына мөлкәтен күсереп, һәүетемсә генә йәшәп киттеләр.

 Ул арала ҡыҙы Хәниә лә үҫеп етте. Уҡыуға һәләте бер сама булған ҡыҙ, урта мәктәпте тамамлағас, эшләп тә өлгөрмәй, кейәүгә сығып китте. Ул да булһа, ошо ауыл егете, уҡыған саҡта уҡ эсергә өйрәнгән Сәлимгә. Үткер, телгә бөткән егет Хәниәнең башын тиҙ әйләндерҙе.

 Бәхет булмағас, булмайҙыр инде.  Инде бер-бер артлы ике ҡыҙ табып, уларҙың береһе күҙгә зәғиф булып, икенсеһе тотлоҡҡас, Сәлим, былай ҙа ҡыҙыу кеше, ҡатынға ҡул күтәрә башланы.

- Йүнһеҙ бисә! Малай тапмауың етмәгән, инде ике зәғиф ҡыҙ таптың! Өсөгөҙҙө лә ҡыуып сығарып ебәрермен! Миңә инвалид йорто кәрәкмәй!

 Тормошо  бер генә лә ыңғай бармаған ҡатын ҡайғыһынан эсә башланы. Әсәһенең хәле лә шәптән түгел. Иренә эйәреп, эскелек һаҙлығына бата бара. Кейәүе менән ҡыҙына шешә күтәреп килеп, кәйеф-сафа ҡороуҙар йышайҙы.  Бындай саҡта балалар асығып, ваҡытында йоҡлай алмай илашып ултырыр булды. Иртән йә дәрескә һуңларҙар, йә бөтөнләй бармай ҡалырҙар ине. Әллә ни атлығып та тормайҙар мәктәпкә. Сөнки теле тотлоҡҡан Йәмиләнән, күҙе зәғиф Әминәнән дә малайҙар көлә.

- Ана, ҡылыйғүҙ килә. Кемгә ҡарайһың? Миңәме, Сабирҙамы? Хи-хи-хиии...

- Т-т-т-тик тор. Ү-үҙең-де бел. Һин ҡар-аҡ!

Тотлоға-тотлоға апаһын яҡлашҡан ҡыҙҙан инде башҡалар көлә башлай. Ғәрләнеп, мәктәптәп илап ҡайтҡан ҡыҙҙарын әсәһе әрләргә тотона.

 - Эшкинмәгәндәр! Өйҙә һуғышҡанда шәпһегеҙ! Нишләп унда ҡурҡып тораһығыҙ, һуҡҡан ерҙә һуғығыҙ, типкән ерҙә тибегеҙ!

 Үҙе йыуаш, мәшәү булып үҫкәс, иренән рәнйетелеп йәшәгән Хәниә, исмаһам, балаларының үткер, ҡыйыу булып үҫеүен теләй. Киләсәктә әле ниҙәр күрәһе барҙыр...

 Балаларының алдағыһын уйлап та, әсәһенең, үҙенең тормошона ла йәне көйөп эсә ҡатын. Яратмаһа ла, эсә. Әсе эсемлек тәнде земберләтеп төшөп китә лә бер аҙҙан шундай йылы, рәхәт була, донъяң түңәрәкләнә. Ауыр уйҙар әллә ҡайҙа оса...

 Тик иртәгәһен генә ҡыйын. Башы ярыла яҙып ауырта, иренең ауыр йоҙроғо төшкән урындар һыҙлай. Кәүҙәне ҡуҙғалтыуы ла ауыр.

- Эй, бәхетһеҙ баш, нимә генә тип тыуҙым был ҡотһоҙ донъяға... Ниңә атайым менән бергә янып үлмәнем...

  Ире генә һин дә мин. Эсә, ашай, донъяһын онотоп йоҡлай. Иртәгәһен дә, балаларҙы ла уйламай.

 Матур, етеш тормош тураһында хыяллана ҡатын. Бәләкәй генә ҡыҫынҡы өйөн эсмәгән саҡтарында таҙа, йыйнаҡ итеп тоторға тырыша, үҙенсә биҙәй. Ире өйҙә юҡта мөхәбәт хаҡында фильмдарҙы яратып ҡарай. Үҙе хыялға сумып, әллә ҡайҙарға ашҡына.

 Матур итеп кейенгән, биҙәнгән, имеш. Оҙон буйлы, һөйкөмлө ир менән сәскәле болонда йөрөй. Бындай ир-егет ауылда юҡ. Шул ваҡыт татлы хыялдарын ҡапыл ҡайтып ингән ире боҙа.

- Ах, инәңде... Аңшайып, телевизор ҡарап ултыраһыңмы! Һәпрә! Тиҙ генә ашарға ултырт!

 

***

 Тамсы тама-тама ташты ла тишә, тиҙәр. Эсеү яҡшыға алып бармауын белһә лә, ғаиләлә  өйрәнгән ғәҙәтенән айырыла алманы үҙе. Шул арҡала инде балаларынан да айырҙылар. Аҙна буйы эсеп, балаларын ҡарамай, мәктәпкә йөрөтмәгәс, районға шылтыратҡандар. Тиҙ арала комиссия килеп, ҡыҙҙарҙы интернатҡа алып та китте. Айнып етмәгән әсәй илап та, ялынып та ҡараны. Комиссия етәксеһенең ҡарары ҡәтғи һәм аныҡ ине.

- Бындай шарттарҙа ҡалдыра алмайбыҙ. Айнығас, һөйләшербеҙ. Төҙәлмәһәгеҙ, атай-әсәй хоҡуғынан яҙырһығыҙ. Әлегә балалар интернатта йәшәп торор.

 Ошо ваҡиға айнытты ир менән ҡатынды.

  Ярай, Хәниә эскегә ныҡлап өйрәнеп китмәгәйне. Тормошонда бер генә яаҙ көн булмағанға. Үҙен ҡап-ҡараңғы баҙҙа йәшәгәндәй тойғанға, зәһәр эсемлектә был хәлдән ҡотолоу юлын тапҡан кеүек ине. Сит ауылда эс сирҙәрен сиреп, рәхәтләнеп һөйләшер кешеһе лә юҡ. Көн дә бер төрлөлөк ялҡыта. Йәштәр күңел асыр клуб та бикле тора. Һәр кем үҙ өйөнә инә лә бикләнә. Һирәк-һаяҡ ҡунаҡҡа йөрөшәләр, уныһы ла эскеһеҙ үтмәй.

 Боҙоҡлоҡтан иман ҡотҡарыр тип, ауылдың бер нисә кешеһе өйҙә йыйылып, намаҙ уҡый башланы. Эйәреүсе генә әҙ. Туғандарының, яҡындарының өйө булмағас, Хәниә лә был йәһәттән битараф ҡалды. Тик күңеле ниндәйҙер таҙарыныу көтә, йылы һүҙгә зарыға. Хатта башынан һыйпаһалар ҙа, рәхәт булыр кеүек.

 Үҙе йәшләй генә оҡшатып барған иренән дә бер яғымлы ҡараш күргәне, иркәләү һүҙе ишеткәне юҡ. Ҡырыҫ әсәһе эсеп алһа, килеп тауыш күтәреүҙән дә тартынмай. Өҫтәлгә хатта ризыҡ ҡуймай, ҡоро араҡы ғына ултыртһаң да ауыҙы йырылып китә. Бына әле лә бит хәйерһеҙ сәғәттә килеп инеп, талашып ултыралар.

 Ишекте асыу менән таныш тауыш, был йәш балалар хәлен күҙәтеү буйынса бүлек етәксеһе ине, Хәниәнең ҡотон алды.

- Һаман күңел асыу дауам итәме?

- Ай, Алла, бәхетһеҙ башҡа тимер таяҡ! - Үгәй атаһына боролоп ҡысҡырып ебәрҙе:  - Етер һеҙгә! Былай ҙа тормошомдо боҙҙоғоҙ! Хәҙер балаларһыҙ ҡалдыраһығыҙмы!

 Ул арала Хәмит ятҡан еренән ырғып торҙо.

- Бирермен бына балаларҙы! Ҡыуып сығарам барыһын да!

 Хәниә, ояһын ҡарсығанан һаҡларға тырышҡан инә ҡоштай, килеүселәргә ҡаршы талпынып, хәлде аңлатырға ашыҡты.

 - Ирем дә, үҙем дә инде дүрт ай эсмәйбеҙ. Иптәшем эшләп йөрөй. Баҡса ултырттыҡ. Бына ҡыҙҙарыма матур сандалиҙар алып ҡуйҙым, ҡышҡылыҡҡа ла кейемдәре бар...

 Өйҙөң йыйыштырыулы, һыуытҡыста байтаҡ аҙыҡ булыуы, йәш ҡатындың ҡамырлы ҡулдары тикшерергә килгән ханымдарҙың күңелен бер аҙ йомшартты, буғай.

- Ярай, тырышҡанығыҙ күренә. Күршеләрегеҙ ҙә яҡшыға үҙгәреште билдәләй. Бына бит, теләк булһа, эсмәй ҙә йәшәп була, - тип һүҙҙе ыңғайға борҙолар.

 Хәниәнең эсенә йылы йүгерҙе, бәлки, балаларын кире ҡайтарырҙар. Шул ваҡыт араларында иң өлкәне:

- Хужабикә рөхсәт итһә, йортоғоҙҙоң, балаларығыҙҙың именлеге, күңел тыныслығы өсөн бер аят уҡып китер инем, - тине.

 - Уҡығыҙ һуң, - тине ҡатын көтөлмәгән тәҡдимгә аптырап.

 Көслө, моңло тауышлы абсытай көйләп “Йәсин” сүрәһен уҡый башланы. Ят телдәге бөтөнләй аңлашылмаған һүҙҙәр күңелгә ҡан тамырҙары аша таралғандай, үтеп инде, йәнде тетрәтте. Ғүмере буйы йыйылып, тәне-йәненә юшҡын булып ултырған рәнйеүҙәре, ғазаптары, үҙенсә уйланыуҙары, борсолоуҙары, әйтерһең дә, ҡалын боҙҙай күкрәк китлектәрен ҡыҫып, баҫып торған. Имле һүҙҙән, иманлы ауыҙҙан сыҡҡан аяттан ошо боҙ ҡатламы көтмәгәндә ирене лә туҡтамай, күҙ йәштәре булып аҡты. Кисергән аһ-зарҙары шул тиклем лә күп булған икән. Быуылып торған йылғаны ҡапыл йырып ебәрҙеләрме ни! Уның һыңҡылдап илауына әсәһе ҡушылды. Атай булған кеше ҡапыл айныҡҡандай, битен ҡаплап ултырҙы.

 Ниндәй мөғжизә булғандыр был! Ҡөрьәндең ҡөҙрәтеме, изе һүҙгә зарыҡҡан, ҡараңғылыҡтан, бысраҡлыҡтан сыға алмай йонсоған, әле кешелек сифатын юғалтып бөтмәгән кешеләрҙең тәүбәгә килергә ынтылған бер илаһи мәле булдымы...

 Күңелдәре таҙарынып, йөҙҙәре яҡтырып киткән ҡатындар комиссия ағзаларын оҙатҡанда, һауа йәшенле ямғырҙан һуң сафланғандай, һулап туйғыһыҙ саф ине...

Мәрйәм Күсмәева.

Автор:
Читайте нас