Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
28 Апреля , 01:05

ҮҘЕМӘ ҠЫЛЫҠҺЫРЛАМА

Үҙем булайым тип үрһәләнәм -Үрләр үрҙәрем күп.Моңһоҙ ҡалмайым тип маташыуым -Әйтер һүҙҙәрем күп.

ҮҘЕМӘ ҠЫЛЫҠҺЫРЛАМАҮҘЕМӘ ҠЫЛЫҠҺЫРЛАМА
ҮҘЕМӘ ҠЫЛЫҠҺЫРЛАМА
Үҙем булайым тип үрһәләнәм -
Үрләр үрҙәрем күп.
Моңһоҙ ҡалмайым тип маташыуым -
Әйтер һүҙҙәрем күп.
Отороға иҫкән елдәре күп -
Үтатмаһы ҡаға.
Йылан булып, уҫал телдәре лә
Әлдән-әле саға.
Ауҙарһалар, төпһәләрҙә үҫер
Ҡайын-үргенде мин.
Бөкһәләр ҙә тура ҡарап барам
Сәйнәп теҙгенде мин.
Иҙһәләр ҙә наҙға иҙерәгән
Хыялый бер затмын.
Ташҡа ла аш менән яуаплаған
Шиғри хисле ҡатын...
 
Айһылыу Ғарифуллина.
Сығанаҡ: https://vk.com/beauty_blog19
Автор:
Читайте нас