Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
28 Апреля , 03:05

ҺИНЕҢ МЕНӘН КИЛӘ ҠАРТАЙҒЫМ

Бошонмайым, йыйырсыҡтар күрһәм,Йәшлек үткәнендә юҡ ҡайғым –Бер хыялым йәшәй күңелемдә:Һинең менән килә ҡартайғым!

ҺИНЕҢ МЕНӘН КИЛӘ ҠАРТАЙҒЫМҺИНЕҢ МЕНӘН КИЛӘ ҠАРТАЙҒЫМ
ҺИНЕҢ МЕНӘН КИЛӘ ҠАРТАЙҒЫМ

Бошонмайым, йыйырсыҡтар күрһәм,
Йәшлек үткәнендә юҡ ҡайғым –
Бер хыялым йәшәй күңелемдә:
Һинең менән килә ҡартайғым!

Юҡ-бар өсөн һис бошонмаҫ инем,
Һин янымда саҡта мин - ғәмһеҙ,
Һинең менән миңә һәр саҡ рәхәт,
Һинең менән булмаҫ күңелһеҙ.

Ерҙәр гиҙеп, донъя күрер инек,
Бергә саҡта ожмах йән-яғым…
Бер өмөтөм миңә көс-дәрт бирә :
Һинең менән килә ҡартайғым!

Йәш саҡтарҙы иҫләп көлөшөрбөҙ,
Бала-сағаларға һөйләрбеҙ,
Килер көнгә пландар ҡорған булып,
Күңел ятҡан йырҙы көйләрбеҙ…

Сәстәребеҙ, әйҙә, салланһындар,
Булһын әйҙә ҡулда таяғым –
Иң ҙур үтенесем Хоҙайыма:
Һинең менән килә ҡартайғым!

Фирүзә Абдуллина.

https://vk.com/beauty_blog19

Автор:
Читайте нас