

Хәлемде һорап килмәгеҙ -
Хәлдәрем әүәлгесә:
Баш ҡалҡытһам, ҡылыс төшә,
Эйелһәм, битем бешә.
Хәлемде һорап килмәгеҙ -
Бирерлек хәлдәрем юҡ,
Юҡ һүҙ һөйләп ултырыуға
Күнерлек мәлдәрем юҡ.
Йөрөмәгеҙ хәл һорашып,
Былай ҙа эсем бошоҡ!
Теләһә кем инеп сығып
Күңелем тишек-тошоҡ...
Буранбай Исҡужин.
https://vk.com/beauty_blog19