Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
3 Май , 08:00

Кем ғәйепле? (Фирүзә Абдуллина)

Байрамда ауылға ҡайттығыҙмы?

 
Таныш ерҙәр... Йәнгә яҡын ерҙә
Сүп үләне үҫә ҡотороп...
Бында – бала-саға уйнай ине
Шау-гөр килеп, урам тултырып.


Эре генә ҡарап тирә-яҡҡа,
Ҡаҙҙар үтер ине теҙелеп...
Мөңрәй-мөңрәй көтөү ҡайтыр ине –
Иҫләп, йәнем илай өҙөлөп.


Был ерҙәрҙә йәшәү дөрләй ине –
Һәр кешегә етер эш ине,
Тракторҙар гөрләп үтер ине,
Тапмаҫ инең эшһеҙ кешене!


Балҡып тора ине тәҙрәләре
Бейек, күркәм, төҙөк өйҙәрҙең...
...Турпаҡ өйөмдәре ятып ҡалған –
Иҫтәлеге яҡты көндәрҙең.


Һәр нигеҙҙең урынында бары
Тороп ҡалған тупраҡ өйөмө...
Ел сығарған эс бошорғос тауыш –
Әллә ошо матәм көйөмө?


Бында ауыл ине. Иң ҡәҙерле,
Иң-иң ғәзиз, яҡын ере ине,
Күпме кеше өсөн ошо ауыл
Бөтә донъяларҙа бер ине.


Хәҙер ул юҡ. Уны үлтергәндәр.
Урам булып ҡәбер теҙелгән.
Өй нигеҙе булған өйөмдәргә
Күпме әсе йәштәр түгелгән...


Күпме кеше тыуған өйһөҙ ҡалып,
Борсаҡ кеүек илгә һибелгән,
Хатта үҙ ерендә ерләнергә
Өмөттәре инде өҙөлгән...


Һәр енәйәт өсөн яза тейеш!
Кем ғәйепле, ҡайҙа язаһы?
Гөрләп торған матур ауылдар юҡ,
Ҡалды бары тарих яҙаһы.


Ҡәһәрләргә була ғәйеплене,
Әллә иларғамы ултырып?
Таныш урам... Өйҙәр урынында
Сүп үләне үҫә ҡотороп...
 
 
 
Кем ғәйепле? (Фирүзә Абдуллина)
Кем ғәйепле? (Фирүзә Абдуллина)
Автор:
Читайте нас