

Мәшәҡәттәр баҫһа иңдәремде,
Күңелкәйем ҡанат ҡағына,
Мөмкин булһа, бөтә эште ташлап,
Ҡайтыр инем бала сағыма.
...Унда йәшел үлән балаҫ кеүек,
Ямғырҙар ҙа йылы, ҡояшлы,
Унда – рәхәт! Сөнки әсәйем бар
Йомшаҡ ҡуллы, яҡты ҡарашлы.
Бер ҡайғыһыҙ, бер хәсрәтһеҙ сағым,
Һағындырып төшкә керәһең,
Йыуатаһың хәтирәләр менән,
Киләсәккә көс-дәрт бирәһең.
Төштәремдә бала саҡҡа ҡайтып,
Туғандарҙың тоям йылыһын,
Күҙ алдымда тора һәр береһе,
Онотмайым кесе-олоһон.
...Мөмкин булһа әгәр, ҡайтыр инем
Ғәмһеҙ, бошмаҫ бала сағыма,
Эс бошҡанда күңел шунда әйҙәй,
Шул саҡтарҙы күңелем һағына...
Фирүзә Абдуллина.
Фото архивтан.