

Күпме ерҙәр, илдәр үтте.
Онотолған яу яланы -
Хәҙер ейәндәргә күсте.
Атайым азатлыҡ өсөн
Нисә йылдар яуҙа йөрөгән.
Ил намыҫы өсөн көрәш
Бөгөн һеҙгә йөкмәтелгән.
Украина ерендә лә беҙҙең
Олатайҙар эҙе ҡалды.
Фашистар менән көрәшеп,
Улар Киевты ла алды.
Әллә тарих ҡабатлана,
Әллә яңыһы яҙыла.
Ҡәбәхәт был фашизмға
Бөгөн дә ҡәбер ҡаҙыла.
Украиндар менән бергә
Булды халҡым бик борондан.
Кәрәген аласаҡ әле -
Беҙҙең дуҫлыҡҡа оронған!
Олатайҙар беҙҙең еңде,
Хәҙер һеҙ ҙә һынатмағыҙ.
Улар һымаҡ ныҡ булығыҙ,
Һәм ышанысты аҡлағыҙ!
Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.