

Тол ҡатындар бейегәнен
45-тә - Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
Күҙ алдымда минең бөгөн дә).
Сәсрәп тора улар бейегәндә,
Күктә түгел, залда ут-йәшен.
Бейей улар, берсә көлә-көлә,
Һыға-һыға берсә күҙ йәшен.
Ел-ямғырҙа талдар бөгөлә-һығыла,
Сайҡалыша йылға ярында.
Талдар кеүек бөгөлә-һығыла бейей
Тол ҡатындар байрам залында.
Күңелдәре ярты-йорто бәхет,
Етем яҙмыш өсөн тулышҡан.
Бейей улар арып йығылғансы,
Ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.
Күргәнем бар минең
Аяҡһыҙҙар бейегәнен
45-тә - Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
Күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә).
Матур баҫа белмәй улар, ләкин,
Күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә - шатлыҡ, күҙҙәрендә
Әле булһа нәфрәт һаҡлана.
Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
Онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Йөрәк тетрәй, туҡ-туҡ
Һуғылғанда ағас аяҡ ағас иҙәнгә.
Туҡ-туҡ, гүйә, улар иҫкәртәләр
Фажиғәһен үткән һуғыштың.
Туҡ-туҡ, гүйә, шулай раҫлай
Улар еңә барыу көсөн тормоштоң.
Күргәнем бар...
Сығып киткәнем бар
Ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
Ах, күрмәһәм ине яңынан!
Рафаэль Сафин.