Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
10 Май , 02:05

Тупһа (башы)

– Был ауылдағы иң матур, иң бейек, иң бай өй минеке буласаҡ! – тип, вәғәҙә биргәндәй, тантаналы тауыш менән әйтеп ҡуйҙы Марат ҡатынына.

Тупһа (башы)Тупһа (башы)
Тупһа (башы)

– Был ауылдағы иң матур, иң бейек, иң бай өй минеке буласаҡ! – тип, вәғәҙә биргәндәй, тантаналы тауыш менән әйтеп ҡуйҙы Марат ҡатынына. Ҡойма артында ҡаҙынып йөрөгән күршеләре лә ишетерлек итеп.

– Ну ты загнул, Маратик, – тип йылмайҙы Рита. – За всеми не угонишься. Можно и поскромнее...

Баш ҡала ситендә яңы төҙөлә башлаған ауылдан иң ҙур майҙанлы йорттарҙың береһен алыу шатлығын хеҙмәттәштәре менән йыуып ҡайтып, хыялдарына ирек ҡуйырға маташҡан иргә ҡатынының шул ғына бәйләнеүе лә оҡшап етмәне:

– Нимә, минең кем икәнде оноттоңмо әллә? Теләйем икән – хан һарайы һалдырам! Теләһәм, ул һарайҙы ер менән тигеҙләтеп, урынына яңыһын төҙөп ултыртам!..

Мөмкинлектәренә ҡарата шик белдерелгәнгә асыуланып ҡына түгел, хатта ярһып киткәйне Марат. Телләшкәне өсөн Ританың битенә сәпәп ебәрерлек хәлгә етте. Бынау бисәнән кәмһетелеп торорға ни мин... Теләһәм, бөгөн үк артына тибеп сығарам да иртәгә икенсеһен, сибәрерәген алып ҡайтам бит! – тип уйланы. Ләкин уныһын ҡысҡырып әйтеүҙән нисектер тыйыла алды.

– Белгең килһә, Хөкүмәттәге иң ҙур перспективалы хеҙмәткәр менән йәшәйһең! Минең алда хакимиәт башлыҡтары, ҡайһы бер министрҙар ҡурҡып, ҡалтырап тора! Бына күрерһең: Рахманов урынына президент булып Сардаров ҡаласаҡ, ә унан һуң – мин!..

Рита башҡаса өндәшмәне. Мараттың нимәләр һөйләгәненә лә иғтибар итмәҫкә тырышты. Йыл ярым бергә йәшәп, ишетерен ишетеп бөткән инде ул. Тик яңы күршеләр алдында уңайһыҙланыуҙан, ғәрләнеүҙән күҙҙәре йәшләнде. Был ир, артымдан эйәреп өйгә инеп, шунда ҡысҡырынһа, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине, тип, баҡсанан сыҡты ла тупһа яғына йүнәлде. Марат иһә урынында тора бирҙе, һөйләнеүенән тыйылырға уйламаны ла.

Арыу уҡ иҫерһә лә, ауыҙынан сыҡҡан хәбәрҙәр мәғәнәһеҙ кеүек тойолһа ла, үҙенең нимә әйткәнен яҡшы аңлай ине ауылдағы иң зиннәтле йорт булыуға дәғүә иткән өйҙөң хужаһы. Бер аҙна тирәһе элек кенә, төньяҡ төбәктәге эш сәфәренән ҡайтып барышлай аулаҡта тап итеп, Хөкүмәт башлығы Сардаров уны тағы ла һәйбәтерәк вазифаға үрләтергә теләүен белдергәйне. Марат ҡустым, аҙ ғына сабыр итһәң, һине аппарат эшендә яңы баҫҡыс көтә. Үҙең беләһең ниндәй икәнен... Беҙгә һинең һымаҡ аҡыллы, эшлекле егеттәр ныҡ кәрәк, – тине. Хеҙмәтеңде баһалайҙар, ҙур өмөт бағлайҙар икән, ниңә тартынырға? Тағы ла арыуыраҡ урындарға ынтылыр әле Марат, тырышыр, кәрәк кешеләргә ярар...

Тора биргәс, хыялланыусыға күрше-күләне йәл булып китте. Бахырҡайҙар көнө-төнө йорт-ҡура эштәре менән мәшғүл бит: ҡатындары таң һарыһынан баҡсаларына сығып, ер ҡаҙырға, йәшелсә утарға керешә, ирҙәренең сөй ҡаҡҡан, таҡта йышҡан, тимер бысҡан тауыштары туҡтауһыҙ яңғырап тора. Шуныһы ҡыҙыҡ – эштәренең һөҙөмтәһе күренмәй ҙә. Ә Мараттың өйө улай оҙаҡ төҙөлмәйәсәк, ғәрәп әкиәттәрендәге һымаҡ, иртән уянып, тәҙрәнән ҡараған күршеләре, мөһабәт һарайҙы күреп, үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмаясаҡ. Ошо айҙа уҡ, ҡыйығын алып ташлап, йортҡа кирбестән икенсе ҡат һалдырыр, урамға ҡараған яҡтағы диуарҙың күп өлөшөн зауыҡлы итеп быяланан ҡорҙорор, ҡоймаларын боронғо ҡәлғәләрҙеке һымаҡ таштан өс метрғаса бейегәйтеп буратып, өҫтөнә тимерҙән семәрҙәр ҡуйҙырыр...

Иртәгәнән дә ҡалмай тупһамды яңыртам, унан һуң ҡыйыҡ эшләүселәрҙе саҡыртам, – тип ниәттәрен билдәләп ҡуйҙы Марат. Торлаҡҡа мохтаж ғаиләләр өсөн иҫәпләнгән социаль программаға ярашлы төҙөгәс, ауылдағы йорттарҙың барыһында ла бер төрлө проектты ҡулланғандар шул. Ҡайҙа ҡарама, ҡыҙыл йәки йәшел төҫтәге ҡыйыҡлы, таҡтанан әтмәләнгән бәләкәй генә соланлы кирбес өйҙәр. Мохтаждар араһында юғалып ҡалмаҫ өсөн Марат, төҙөүселәр менән алдан килешеп, нигеҙен киңерәк итеп һалдыртҡайны. Соландан да баш тартты, ишеге алдына ҡалын таҡталарҙан ваҡытлыса һикәлтә генә эшләтте. Барыбер емертеп, үҙемсә ҡорасаҡмын, тине. Их, бер юлы икенсе ҡатты ла төҙөтөргә баш етмәгән икән, тип үкенеп алды бер аҙҙан.

Ә күршеләр нимә эшләгән була икән? – тигән уй тынғыһыҙлай башланы шул саҡ. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, Марат, ҡойма аша ынтылып, уң яҡтағы күршеһенең ихатаһына ҡараны. Унда арыҡ ҡына бер һаҡаллы егет ер ҡаҙыу менән мәшғүл ине. Нимәгәлер нигеҙ ҡора буғай.

– Сәләм, күрше! Хәлдәр нисек? – тип һөрәнләне Марат.

– Үә ғәләйкүм әссәләм! Яҡшы ғына, Аллаға шөкөр! – Күршеһе башын күтәреп ҡараны. Йөҙө ҡәнәғәт күренә.

– Тәмәкең юҡмы? Минеке бөткән дә ҡуйған...

– Юҡ, тартмайым, – егеттең сырайынан тәүҙәге алсаҡлыҡ юғала биреп ҡуйҙы.

– Мин дә тартмайым былай. Эскән саҡта ғына шаярып алам...

Мараттың аҡланырға тырышыуы тағы ла яманыраҡ тәьҫир итте шикелле, күршеһе уға шелтәләгәндәй күҙ һирпте лә өндәшмәне. Унан, байыу яғына ыңғайлаған ҡояшҡа ҡарап алды ла, көрәген ергә ҡаҙап ҡалдырып, өйөнә ашыҡты...

Автор - Даян Мәзитов.

(Дауамы бар.)

Автор:
Читайте нас