Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
10 Май , 03:05

Тупһа (дауамы)

Иртәгәһенә Марат төҙөлөш баҙарынан мәрмәр тупһалар алып ҡайтты, таныштары тәҡдим иткән бер ойошма менән өйөнә икенсе ҡат һалдырыу тураһында килешеү ҙә төҙөнө.

Тупһа (дауамы)Тупһа (дауамы)
Тупһа (дауамы)

Иртәгәһенә Марат төҙөлөш баҙарынан мәрмәр тупһалар алып ҡайтты, таныштары тәҡдим иткән бер ойошма менән өйөнә икенсе ҡат һалдырыу тураһында килешеү ҙә төҙөнө. Эшҡыуарҙар ни, шәмбе тип тормай, бөгөндән үк тотонорға әҙер. Тик Мараттың әлегә ҡыйығын һүттерерлек кенә аҡсаһы бар, кирбес, цемент, таҡта, тәҙрә һәм башҡаһын алыу, ойошмаға түләү өсөн кредит юлламайынса булмай. Ҡалала быға тиклем йәшәгән бер бүлмәле фатирҙарын һатыуҙан килгән аҡсаны ошо йортҡа тотоноп бөткәйнеләр. Ярай, кредитты ни, биш йыл эсендә яйлап ҡайтарыр ҙа бирербеҙ. Яңы вазифала эш хаҡын күберәк аласаҡмын, аҫтан төртөүселәр ҙә табылыр әле, – тип уйланы хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләргә йыйыныусы ир. – Фәҡирҙәр араһында тиң булып йәшәмәҫмен бит инде...

Дүшәмбелә Марат, эшенән һорап китеп, банктан миллион һумлыҡ кредит алды. Артабан ике аҙналыҡ ялға ғариза яҙҙы. Был ваҡыт, күңелле мәшәҡәттәр менән үтеп, икенсе ҡатты төҙөп бөтөүгә һәм ҡыйыҡты яңыртып ябыуға таман ғына булды, әммә мәрмәр тупһалар һалынмай ҡалды, сөнки төҙөүселәр тәүҙә солан рәүешендә кирбестән төкәтмә яһатырға кәңәш иткәйне. Аҡсаһы һәм материалдары етерлек булһа ла, өй хужаһы был эште йәй аҙағындағы ялға хәтлем кисектерергә ҡарар итте – үҙе көндәр буйы Хөкүмәттә булғас, ҡатынын ят ирҙәр менән ҡалдырырға ҡурҡты. Һуңғы осорҙа Ританың ғаилә тормошонан ҡәнәғәт түгеллеге ныҡ һиҙелә бит: йә иренең тупаҫлығына зарлана, йә балалары юҡлыҡҡа ғәрләнеп илап ала, йыш ҡына бер ниндәй сәбәпһеҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелә.

Ҡатыны ризаһыҙ йөрөгән саҡтарҙа Марат, ғәҙәттә, уң яҡ күршеләренең көнкүрешен үҙҙәренеке менән сағыштырып ҡарай ҙа аптырай. Яулыҡлы ҡатын ағас соландарының тупһаһын ямғырлы көндәрҙә бер нисә тапҡыр йыуып ала, өй алдарын төрлө төҫтәге матур-матур сәскәләр менән биҙәне, береһенән береһе бәләкәйерәк балалары ихаталарында аталары төҙөп ултыртҡан ябай ғына ҡаласыҡта сәғәттәр буйы сыр-сыу килеп уйнай. Һәр нәмәнән йәм табалар һымаҡ. Ғаилә башлығы ниндәйҙер ҙур эшкә тотонор булһа, шунда уҡ төрлө яҡтан ҡәрҙәштәре йыйыла ла ярҙам итергә керешә. Ана, мунсаларын да һә тигәнсә күтәреп, башын ябып ултырттылар. Ҡатыны көн дә таҙа тупһа, яҡты йөҙ, йыл һүҙ менән ҡаршы алған, балалары ураған һайын йүгереп сығып: Атай, әйҙә, ин, әсәйем ашарға саҡыра! – тип һөрәнләп торған иргә ҡарап, Марат көнләшеүҙән тыйыла алмай. Ҡойто ғына бер ирҙе шул ҡәҙәрем ҙурлайҙар бит әле!.. – тип йәне көйә хатта.

* * *

Өмөттөр аҡланманы. Хыялдар селпәрәмә килде. Бер ай ҙа үтмәҫтән Рахманов вазифаһынан китер ҙә урынына Хәлимов тигән ят кеше килер, ә Сардаров сәйәсәттән бөтөнләй ситләтелер, тип кем уйлаған һуң? Властың башында торғандар ғына түгел, тотош команда китергә мәжбүр булды, аҫтыртын золомға түҙмәгәс. Марат та, иң ҙур перспективалы дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында иҫәпләнгән кеше, министрлыҡтағы баш белгес кимәленә тиклем аҫҡа тәгәрәне. Дәрәжәңде юғалтыу бер хәсрәт булһа, күп аҡсалы урындан ҡолаҡ ҡағыу тағы ла ауырыраҡ икән. Әлеге йорт өсөн бер ай эсендә теге миллион һумдан тыш тағы бер кредит алынып өлгөргәйне шул. Йәнә кредит картаһын файҙаланырға тура килде...

Ярай әле Рита, иренең бурыстарҙан ҡотолорға хәле етмәҫен аңлап, бер нисә айҙан эшкә төштө. Хеҙмәт хаҡы юғары уҡ булмаһа ла, ғаилә ҡаҙнаһын йылдан ашыу инде шул тотоп килә. Марат үҙе, министрлыҡтағы белгестәрҙән өйрәнеп, сайттар эшләү һөнәрен үҙләштереп алды ла яйы сыҡҡанда әҙ-мәҙ кәсеп иткеләй. Бигүк мохтажлыҡ кисереп йәшәмәһәләр ҙә, өйҙәренең икенсе ҡаты эске яҡтан эшләнеп бөтмәй ҡалды, ихата алдына таш ҡойма буралманы. Төкәтмәнең ни ҡыйығы, ни иҙәне булмағас, мәрмәр тупһалар ҙа һалынманы, улар урынына элекке ағас һикәлтә генә күсереп ҡуйылды.

Тағы ла үкенеслерәге – бурыстар күплегенән ҡурҡып, Рита алдағы биш йылда бала табыуҙан баш тартты. Марат уның менән килешмәй булдыра алмай, хатта ҡатынына һүҙ әйтергә лә ҡыйып бармай хәҙер. Ни тиһәң дә, аяҡ-ҡулдары менән миллионлыҡ бурыстарға бығауланған һәм яңғыҙы ғына ул йөктө кәметерлек хәлдә түгел.

Хөкүмәт машиналарына ғына ултырып йөрөү бөттө, бурыстарҙы бер аҙ кәметеү ниәтендә үҙҙәренең өр-яңы тип әйтерлек “Тойота”һы һатылып, урынына ябай ғына “ВАЗ” алынды. Уныһын автосалондан көткән арала Маратҡа аҙна тирәһе эшкә автобус менән барып ҡайтырға ла тура килде әле. Бәләкәй генә “ГАЗель” эсендә һәр саҡ кеше күп, буш ултырғыстар ҡалмағанлыҡтан йыш ҡына юл буйы аяғөҫтө торорға мәжбүр булаһың. Ҙур кәүҙәле егеткә башын түбәгә теймәһен өсөн ныҡ эйеп тороуҙан башҡа әмәл юҡ. Уныһы ярар ҙа, ә ғәрлеген күтәреүе шундай ауыр ине дәүләт хеҙмәткәренә!

Шулай ҙа, ябай кешеләр араһында булып, үҙҙәренең эшенә ҡарата бик яҡшы баһалар ишетте Марат. Барыһы ла тиерлек шөкөр итә, хатта ошондай алама автобустар йөрөгән өсөн ҡыуанып бөтә алмай ине: “Рахманов китер сағында ғына ла күпме ғаиләне өйлө итеп ҡалдырҙы! Үҙ торлағыбыҙ, ерҙәребеҙ бар, мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла өр-яңы, юлдарҙа – асфальт, айырым маршрут асылған...” Ә шул уҡ ваҡытта инде Хәлимовтың көйөнә күсерелгән киң мәғлүмәт саралары үҙ аудиторияһын былай тип ышандырырға тырышты: “Ул программаға әшнәлек һәм ришүәт аша ғына индергәндәр... Халыҡты алдағандар, бурысҡа батырғандар... Йорттарҙың сифаты юҡ, диуарҙары емерелеп төшөргә тора... Беҙ яңы программа булдырасаҡбыҙ!..”

Автор - Даян Мәзитов.

(Дауамы бар)

Автор:
Читайте нас