

Бына Марат, үҙенә бөтөн урамды йәмһеҙләп торғандай тойолған өйөнән сығып, инде серей башлаған, Ританың осло тағалы туфлиҙары тишкеләп бөткән ағас тупһаһында ултыра. Эйе, башҡа күршеләренең донъялары гөрләй генә: яйлап ҡына булһа ла, төрлө ҡаралтылары төҙөлә, баҡсалары күҙ яуын ала, балалары үҫә... Уң яҡта йәшәгән арыҡ егеттең ихатаһында һыйыр, һарыҡтар, ҡош-ҡорт барлыҡҡа килде, һөт, ит, йомортҡа, йәшелсә менән сауҙа иткеләйҙәр, ти. Ҡаршылағы күршеләре тимерҙән семәрләп ҡапҡалар яһай, унан арғырағы пластик тәҙрәләр менән булыша икән.
Ғөмүмән, был ауылда оҫталар, йүнселдәр күплеге ижтимағи селтәрҙәрҙәге яҙмаларҙан да күренә, урамдар буйлап үткән саҡта ла күҙгә салынып, иғтибарҙы тарта. Ританың һөйләүенсә, байтаҡ хужабикәләр, бәләкәй бала ҡарап өйҙә ултырғанғалыр инде, төрлө нәмәләр бәйләп, сигеп, бешереп йә үҫтереп һатырға әүәҫләнгән. Ирҙәрҙән тиҫтәләп кеше йыйылып, мәхәллә ойоштороп, мәсет һалдырыуға документтар юллау өҫтөндә икән.
Марат иһә эргә-тирәләге бер кем менән дә йүнләп аралашмай, сөнки, беренсенән, эшкә иртән үк сығып китә лә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта, икенсенән, ҡасандыр маһайып йөрөгәне өсөн үҙенән мыҫҡыл итеп көлөрҙәр һымаҡ.
Шулай ҙа һаҡаллы күршеһе бөгөн урамдан үтеп барышлай уларҙың өйөнә табан боролдо ла Мараттың янына килеп сәләм бирҙе:
– Әссәләмү ғәләйкүм, Марат күрше! Хәлдәрең нисек?
– Сәләм. Арыу ғына былай. Ни йомош?
– Ней, күрше, иртәгә ҡорбан ашына инерһегеҙ әле, йәме.
– Саҡырыуың өсөн рәхмәт, күрше...
– Абдулла булам. Йылдан ашыу бергә йәшәп тә, килеп танышмаған өсөн ғәфү итә күр инде. Ҡунаҡҡа инерһегеҙ, малай тыуғас, ғәҡиҡә ҡорбаны салдыҡ. Һеҙҙе күптән саҡыра алмай йөрөй инек, бына сәбәп тә булды...
* * *
Һәм Марат менән Рита тәүге тапҡыр күршеләренең тупһаһын аша атланы. Бер сәғәттән саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт уларҙа тормошҡа яңыса ҡараш тыуҙырыр, тип бер кем дә фараз ҡылмай ине ул саҡта.
Ҡунаҡтан ҡайтҡас, Марат, үтә атмалы төкәтмәһенең ишек яҡлауына һөйәлеп ултырып, байтаҡ ҡына ваҡытты уйланып үткәрҙе. “Ниндәй һоҡланғыс был күршеләрҙең хәле, – тип ҡуйҙы ул. – Шул тиклем ябайҙар, алсаҡтар һәм бер үк мәлдә шаҡтай юғарылар ҙа. Йорттары беҙҙекенән тарыраҡ һәм тәпәшерәктер, әммә унда бөтөн матурлыҡ һыйған: мөхәббәт, үҙ-ара ихтирам, татыулыҡ, өмөт һәм ышаныс. Йорттарының эсе лә, тышы ла хужа менән хужабикәнең ҡулы тейгәнгә ялтырап, балҡып тора. Бер ниндәй ҙә зиннәттәр кәрәкмәй. Ишек тупһаһын мәрмәрҙән һалдырһаң да, өйөңдә – ҡот, күңелеңдә тынғылыҡ булмаһа, ниндәй файҙа?.. Абдулла бая һүҙ араһында был донъяны мәңгелек тормошҡа илтеүсе һуҡмаҡ менән сағыштырҙы. Ғүмерҙең ҡасан тамамланырын белмәйбеҙ, шуға һәр аҙымыбыҙҙы саф ниәт, Аллаһ Тәғәләнең ризалығына иҫәп менән яһарға тейешбеҙ, тине... Ысынлап та, фани донъя байлыҡтары һәм дәрәжәләре кешегә һынау ғына икән...”
– Марат, ин дә ят инде, – тине шул саҡ ҡатыны, башҡортсалап. – Күршеләр аптыратты әле, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, имеш. Ана, улар дүрт бала үҫтерә, һис тә зарланмайҙар. Беҙ ҙә, иркен тормоштоң килгәнен көтөп, ошолай тупһала ултырып ғүмер уҙғармаҫбыҙ инде...
Был ваҡытта өй хужаһына бөтөн донъяһы мәрмәрҙән ҡоролған һарай кеүек тойола башлаған ине.
Автор - Даян Мәзитов.