Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
16 Май , 08:00

Башҡорт аты

Бына ниндәй киң фекерле шиғыр! Дала буйлап сапҡан өйөр күҙ алдығыҙға килдеме? (Мөхәмәтйәр Мәсәғүтов ижады).

Дала күрке ҡылғандарҙы ярып,
Йылға ярҙарынан уң яҡлап.
Батырҙарҙың тоғро пар ҡанаты,
Башҡорт аты саба уйнаҡлап.
Сысҡан һыртлы, һиҙгер ҡолаҡ,
Саҡма тояҡ, ҡыҫҡа тороҡло
Ебәк ялын елгә елберләтеп,
Текә сәсеп килә ҡойроҡто.
Нисә быуат ошо аттар менән,
Кеше яҙмыштары бәйләнгән?
Оло яуҙар, утлы юлдар үтеп,
Бер бөтөнгә улар әйләгән.
Ажғыр бурандар ҙа өркөтмәгән,
Кәртә була алмаған уларға.
Ҡырыҫ тәбиғәткә яраҡлашып,
Тоғро ҡалған ғорур Уралға.
Йәшәйештең ерҙә үҙ ҡануны,
Һынауҙары ғәҙел, ҡаты ла.
Ер йөҙөндә башҡорт бөтмәниһә,
Мәңге йәшәр башҡорт аты ла...
М. Мәғәсүмов.

Башҡорт аты
Башҡорт аты
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас