Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
16 Мая , 01:05

Муйыл

Түгә муйыл, һибә сәскәләрен,Яуа улар талғын, ел тынған.Әйтерһең дә, күҙҙе арбап ҡынаТаралырға торған аҡ томан.

МуйылМуйыл
Муйыл

Түгә муйыл, һибә сәскәләрен,
Яуа улар талғын, ел тынған,
Әйтерһең дә, күҙҙе арбап ҡына
Таралырға торған аҡ томан.

Ә был ерҙә нимә ғүмерлек һуң,
Хатта кәкүк һанай көндәрҙе,
Һағындырып ҡына килгән яҙ ҙа,
Һис һиҫкәнмәй, ҡоя гөлдәрҙе.

Күп нәмәләр инде тетрәндермәй,
Юғалтыуға күнгән күңелем,
Мин аңланым күптән бәхеттең дә
Сикһеҙ шатлыҡ ҡына түгелен.
Йомабикә Ильясова.

Сығанаҡ: https://vk.com/beauty_blog19

Автор:
Читайте нас