

Әлегеһенең киреһе булғанғалыр, ишетеү менән был ваҡиғаны ла хәтеремә һеңдерҙем.
...Ирәндек тарафтарындамы, ике йәш ғашиҡтың араһынан ҡара бесәй уҙа: ҡыҙ егетен ҡыуып ебәрә, башҡаны табасағы менән янай. Елһәреп-дөмһәреп ҡайта төн уртаһында мәжнүн тау ашаһындағы ауылына. Юлда уҡ тәүәккәлләргә уйлаптыр, йоҡлап ятҡан барса туғандарын аяҡландыра һәм күндерә: кәләш әйттерергә һыпыртабыҙ. Хәҙер үк!
Егет яғыныҡылар иртәнге һауындан да алда, таң һарыһы менән, килеп тә керә кәрәкле ауылға. Аңлаталар: юл өҙөлмәҫ
борон килдек әле бына... Ҡыҙҙың әсәһе буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының йомошон тиҙ төшөнә, бары тик:
— Атаҡ-атаҡ, сүпрәм әсемәгән дәһә, — тип кенә яуаплай ҙа он иләгенә йәбешә. Тауышынан иһә аптыраш үә тартыныу ҡатыш һөйөнөс, иң мөһиме, ризалыҡ сағыла.
Эй, башҡорттоң зирәк аҡылы, кинәйәле теле! “Сүпрәм...” тигән һүҙбәйләнеш хәҙер йәтеш кенә лаҡап һымаҡ яңғырай кәләштең ауылында. Ә теге пар һәләк матур донъя көтә, тиҙәр.
Сабир Шәрипов.