– Бына инде минең йорт, – тине ҡала кешеһе, машинаһын туҡтатып.
Ауылдан уға ултырып килгән, ихлас саҡырғас, ҡуна ҡалырға ла ризалашҡан, алыҫыраҡ булһа ла туғаны тейеш ир аптырап китте – әллә ошонда, баш ҡаланың ҡап уртаһында, өй һалып ебәргәнме был?! Һай, афарин! Малай йәшенән эшкингән ине былай: еләк йыйып та һатты, утын да ярҙы, ялланып көтөү ҙә көттө. Студент сағында уҡ автомобиль алған кеше ләһә! Ә ул заманда машина олораҡтарҙың да һирәгенә генә эләкте. Көндөҙгө бүлектә уҡыған башы менән дә йүнселлеккә ваҡыт тапҡайны – нимәлер ойоштороп ебәргәйне. Үҙе хәстәрләгән, ҡыҫҡаһы, аҡсаны.
Килендән генә уңманы – әҙергә хәҙер йәшәүҙе күтәрә алманы уныһы. Әҙер ине шул: ҡалала – ҙур фатир, эргәләге районда – тағы ла киңерәк йорт. Эшен ташлаған сибәркәй. Сыуала башлаған. Был, түҙгән-түҙгән дә, сығып киткән. Бөтә нәмәне ҡалдырған. Яңынан фатир алған, тип ишетелгәйне былай ауылға, тимәк, өҫтәп өй ҙә алғанмы, һалғанмы... Ярай, байыһын, ҡулынан килгәс.
Ләкин эргәлә шәхси өй күренмәйсе.
– Әйҙә, ағай, ҡана, бир сумкаңды. – Йөгөн эләктерҙе. – Һай, тейәгән генә һиңә еңгә!
– Ауыл күстәнәсе. – Ҡунаҡ һаман ҡарана.
Аһ, аһ, подъезға ымлай ҙаһа.
Шунда ғына аңланы: ҡала кешеһе шулай күп ҡатлы йортто ла минеке, ти бит ул. Ҡайһылыр бер өлөшөндә һауала аҫылынып торған тигәндәй фатир ғынаһын да шулай ололай.
Ауыл күҙлегенән улай түгел: унда – айырымлыҡ, үҙ аллылыҡ. Һөҙөмтәлә – яуаплылыҡ та. Ә был ни, ана, автомобилен ҡыҫыҡ урынға төрттө лә, сипылдатып бикләп, инде лә китте – тышта уға тимәгәйе әллә нимә булып ятмаймы...
Шуға күрә «мин йәшәгән йорт» тиеү дөрөҫтөр.
Әллә «минең йорт» тиеүҙә яуаплылыҡ күберәкме? Әйтә алмайым. Тәҡдимем, эйе, оҙонораҡ, әммә мәғәнә яғынан теүәлерәктәй.
Р.Сәғитов.