Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
21 Май , 09:00

Бөгөн дә күңелкәйегеҙ тыныс булһын, йәме!

     Миләүшә ҠАҺАРМАНОВАНЫҢ шиғырын уҡып алайыҡ 

Таҙалап алдым йөрәкте
Сүп-сарҙан, ҡый-шаҡынан.
Һуҡыр тин генә тормаған
Дуҫ-туғанлыҡ хаҡынан.

Сығарып ҡаҡтым хистәрҙең
Һынауҙа хурланғанын,
Кемдәрҙәндер урланғанын,
Яһалма ҙурланғанын.

Уңдырғансы йыуып элдем
Ипһеҙ иҫтәлектәрҙе.
Яҙған булһа булыр әле
Иҫем китмәлектәре.

Һепереп түктем үрсемәҫ
Ҡыҫыр өмөт-хыялды,
Аҙмы шулар шауҡымында
Ҡанатланып ҡыялдым.

Ҡырҙым, йыуҙым, олаҡтырҙым
Өйкәп, игәп торғанды,
Һыпырып алып ырғыттым
Үрмәксе ау ҡорғанды.

Бушатып алғайным шулай,
Ауыр, тип, урын тарҙа…
Аһ-аһ!
Бында ҙу-ур бер һөйөү
Һыйырлыҡ урын бар ҙа!

(Миләүшә Ҡаһарманова)

Бөгөн дә күңелкәйегеҙ тыныс булһын, йәме!
Бөгөн дә күңелкәйегеҙ тыныс булһын, йәме!
Автор:
Читайте нас