Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
22 Мая , 08:00

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә тоя

Төҫ менән түгел, эш менән.

  • Төҫө барҙан төңөлмә.
  • Төҫөң һары булһа ла йөҙөң нурлы булһын
  • Төҫ бирмәгән малды аҫырама.
  • Төшкән ереңә таш булып бат.
  • Тубылғынан өй булмаҫ, туҡалдан тыуған бей булмаҫ.
  • Туҙға яҙмағанды дөрөҫ булһа ла һөйләмә
  • Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ
  • Туйға барһаң туйып бар, Асыуыңды ҡуйып бар
  • Туйғанға тауыҡ ите лә тупраҡ тәме итер
  • Туйғансы аша, тирләгәнсе эшлә.
  • Туйҙың булғанынан була тигәне ҡыҙыҡ
  • Туй үткәс, дөмбөрөнә
  • Туймаҫ элек туя бел, ҡалағыңды ҡуя бел
  • Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы.
  • Туҡал ҡатын төлкө булыр, уны алған көлкө булыр.(Туҡал ҡатын - көндәштәрҙең иң кесеһе)
  • Туҡһан билең бөкөрәйтер, ике күҙең секерәйтер
  • Туҡлыҡ йыл яҙынан билгеле
  • Тун да китте, өн дә бөттө.
  • Тун яғаһыҙ булмаҫ, ил ағаһыҙ булмаҫ.
  • Туры ат еккән тура киткән.
  • Турпыша төбөн еҫкәмәк, ат туймай
  • Тупраҡ игеп, тары урмаҫһың.
  • Тура бармаҡҡа май эләкмәй
  • Тура барһаң - уңырһың, кәкре барһаң - туңырһың.
  • (Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре)
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас