

Кәләшем тәм -том таптыра,
Кейем, ти, туҙған.
Ҡаршы килеп булмай инде -
Балаға уҙған.
Алма -хөрмәләр ташыйым,
Тоҙло кәбеҫтә.
Кәләш инде кәләш түгел,
Гүйә - фәрештә!
Улым һырыға:" Атай, - ти,
- Уйынсыҡ кәрәк!"
Ҡыуаныстан күңел йырлай,
Шатлана йөрәк.
Кәләшем алма таптыра,
Малайым - тәтәй.
...Әсә йөрәге аҫтында
Тибешә бәпәй!
Рамай Ҡаһиров.