Әҙәбиәт
31 Мая , 09:00

Иртәгә йәй башы. Ә мин ...

Яңыраҡ ҡына ҡыш тип шатландыҡ, унан һуң шаулап-гөрләп яҙ килде. Ә иртәгә - йәй! Эй, ваҡыт, ҡайҙа сабаһың?!

Ә мин яҙҙы тойоп өлгөрмәнем,
Өлгөрмәнем яҙҙан иҫереп,
Бәпембәләр башы ағарышып
Ялбырашып бара, иҫкереп...

 

Ә мин яҙҙы тойоп өлгөрмәнем,
Өлгөрмәҫмен кеүек йәйгә лә,
Эй был донъя, беҙҙе саптар ише
Йүгертә бит көн дә бәйгелә.

 

Ә мин яҙҙы тойоп өлгөрмәнем,
Ыуыҙлығы үткән, ыуалған,
Кәзә һаҡалдары ҡатҡылланған,
Һөтлөгән дә кинәт һыуалған.

 

Ә мин яҙҙы тойоп өлгөрмәнем,
Яҙлыҡтым да, яҙлай алманым,
Йәй ҙә сәскә ҡойоп бына ғына
Һоноп торор инде алмаһын...

(Гөлнара Хәлфетдинова)

Иртәгә йәй башы. Ә мин ...
Иртәгә йәй башы. Ә мин ...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас