

Нимә һуң ул бәхет?
Ҡыҫҡа бер һүҙ -
Ғүмер буйы төшмәй телеңдән.
Ғүмер буйы шуға ынтылаһың,
Ғүмер буйы йәнең-тәнеңдән
теләгәнең ошо -
бәхет ҡошо! -
Алға әйҙәй, үҙенә саҡырып.
Аҡ ҡанатлы сихри ҡош булып, ул
Күренмәйҙер күҙгә, ахыры?..
Бер йотом һыу, телем икмәк тә бит -
Булмағанда — иң ҙур бәхетең.
Һыуһын ҡанғас, тамаҡ туйып алғас,
Был бәхет тә ташлай тәхетен...
Әгәр булһаң юлда,бәхет алда -
Һинең барып етер урының.
Оҙаҡ ямғырҙан һуң бәхет һымаҡ
Иркәләүе ҡояш нурының.
Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет
Китап ҡәҙерен белгән кешегә.
Күпме бәхет яҡты был донъяла
Бәхет тигән һинең ишегә!..
Эшләр эштәрең күп - сикһеҙ улар!
Йөрөр юлдарың күп - шул бәхет.
Сикһеҙ һинең татыр тойғоларың,
Йырлар йырҙарың күп - шул бәхет.
Йырлағанда, тик йыр бүленмәһен,
Йыр тыңланып бөтһөн - шул бәхет.
Айырылғанда, тик хис һүрелмәһен,
Йәр һағынып көтһөн - шул бәхет...
Бәхет! - Ҡыҫҡа бер һүҙ. Һәр кем уның
Үҙенсәрәк аңлай мәғәнәһен.
Мин тик шуны беләм: кешенең ул -
Бер ҡасан да туймаҫ нәмәһе! -
бәхет ҡошоң -
ошо тормошоң!..
(Рәми Ғарипов)