

Дуҫ-туғандар янда түгел
Күршем эргәлә генә.
Шатлыҡта ла,ҡайғыла ла
Ул тәүҙә хәлде белә.
...Күрше хаҡы-тәңре хаҡы,
Тиһә лә боронғолар.
Күршеһе менән йөрөшмәҫ
Арабыҙҙа әле бар.
Низағ юҡтан ғына булып
Шалтырап ҡуя һауыт,
Күршеһенең баҡсаһына
Әтәс кергән,йә тауыҡ...
Дуҫ йәшәйем тиһәң, әгәр,
Күпте күрмә,аҙҙы бел.
Талаштырған,яраштырған
Дошманыбыҙ беҙҙең -тел.
Күршең шатлығына һөйөн
Яҡтырып китер күңел.
Юҡҡа-барға асыу тотма,
Һин дә фәрештә түгел!
Әгәр күршең яман булһа
Кәрәкмәҫ алтын тәхет,
Яҡшы күрше был донъяла
Олонан оло бәхет!
Минира Биканасова.
https://vk.com/beauty_blog19