Ҡабара болоттар, ҡабара,
Күктәрҙә ҡанатын яҙа ла.
Оҡшай ул күперткән күбеккә,
Ебәктән туҡылған бер епкә...
Оҡшай ул яҫтаған яҫтыҡҡа
Йә оҡшай күлдәге балыҡҡа.
Аҡбуҙат булып та йәйелә,
Аҡсарлаҡ төҫлө лә кәйелә.
Арыҫлан кеүек тә ҡабара,
Ҡояшҡа үрелеп ялбара:
Бүҫкәрә бер аҙҙан һағышы,
Кешенең дә шулдыр айышы:
Болоттай ҡабарып, киңәйеү,
Ҡай саҡта күп көтөп һемәйеү.
Тулышыу, сайпылып, бүҫкәреү,
Бараһын йөрәктән үткәреү.
Болоттай, юҡ булып, таралыу,
Һуңынан яңынан яралыу.
("Болотҡа оҡшашлыҡ")
Гөлназ ҠОТОЕВА.