

Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында тыуған мәҡәләбеҙ геройы ауыл мәктәбендә уҡығандан һуң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатта белем ала. Уның тәүге шиғыры 13 йәшендә район гәзитендә донъя күрә. Күптәргә осар ҡанат биргән белем уса4ында әҙәби түңәрәккә яҙыла, уның етәксеһе Сажид Зәйләлова уҡыусының фекер ҡеүәһе, тасуирләү көсө, тел байлығына иғтибар итә. Был осорҙа үҫмер балаларса ябайлыҡ менән төрлө байрам, иҫтәлекле сараларға арналған шиғыр яҙа.
Гуманитар һәм теүәл фәндәр буйынса иң көслөләрҙән һанала. Әҙәбиәт йүнәлешен һайламаһа ла, яҙмышы уны йылдар үткәндән һуң тап ошо өлкәгә кире алып ҡайта. 1968 йылда Куйбышев (хәҙерге Һамар) политехник институтын тамамлап, инженер-электрик һөнәре ала. Йәш белгес хеҙмәт юлын Ҡарман ГРЭС-да башлай, һуңғараҡ Өфө дәүләт нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта, ғүмеренең 12 йылын Күмертау “Искра” заводында роботтар көйләү һәм уларҙы камиллаштырыу өҫтөндә эш алып бара. Ғүмеренең күп өлөшө Мәләүез ҡалаһы, уның үҫеше менән бәйле.
Ҡайҙа, кем булып эшләмәһен, күңел төбөндә шиғриәт тигән мөғжизәле донъя йылдар дауамында төрлө темаларҙы туплай, әммә улар тәғәйен мәлен көтөп, аҡ ҡағыҙға төшмәй ҡала. Ниһайәт, 80-се йылдарҙа тос ҡына тормош тәжрибәһе туплаған инженер үҙенең артабан шиғырһыҙ йәшәй алмаясағына төшөнә. Ғүмеренең ошо осоронда ҡасандыр туҡталып ҡалған ижад быуаһы йырылып, шағирҙарға хас йоҡоһоҙ төндәр, тема эҙләү, уларҙы шиғри тәртипкә һалыу менән бәйле. Тимер Әбдрәхим улының бер кемгә лә оҡшарға теләмәй, үҙенә генә хас һүрәтләү алымы менән тыуған шиғырҙары республика баҫмаларында донъя күрә. Ижадының уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителеүе уға ҡанат өҫтәй, яңынан-яңы темалар өҫтөндә эшләргә этәрә.
Бынан 32 йыл элек “Йәш көстәр” йыйынтығында шиғырҙары донъя күрә. Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә , тап ошо йыйынтыҡ буласаҡ шағирға яңы көс, илһам бирә. Бер нисә йылдан Тимер Ниәтшиндың бер нисә йәш авторға ҡушылып баҫылған “Һүҙ һорайым” китабы сауҙа нөктәләренә сығарыла. 1993 йылда Таңһылыу Ҡарамышева менән берлектә "Уянған өмөт" исемле икенсе китабы сыҡҡас, өмөтлө шағир бер йылдан Яҙыусылар союзына алына. Тимер ағай Мәләүездә йәшәгән һәм ижад иткән шағирҙар, ҡаланы үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәр тураһында бай мәғлүмәт туплаған кеше. 2021 йылда “Әйтер инем” исеме аҫтында өсөнсө китабы донъя күрһә, 2006 йылда “Әрем тәме”, 2011 йылда “Минең мәлдәрем” китабын баҫтыра.
Ҡасан ижад ителеүенә ҡарамай, уның шиғырҙарында образдың төрлө яҡтан асылыуы, авторҙың тәрән философик фекерләүе, шиғри алымдарҙы урынлы файҙалана белеүе, әйтер һүҙенең эҙмә-эҙлеклелеге ярылып ята.
Тимер ағайҙың шиғырҙары йәнде тетрәндерә, фәлсәфәүи бәхәскә тарта, тематикаһы менән күңел ҡылдарына ҡағыла, уйландыра, ә тәржемәсе оҫталығы һоҡландырай ҡалмай. Публицистик әҫәрҙәре аша тарихи дөрөҫлөктө аса, уҡыусыларға фекер тәрәнлеген һәм һүҙ матурлығын бүләк итә. Бөгөн дә аҡһаҡал тос фекерле шиғырҙары аша милләттәштәренә башҡорт телен, уның тарихи асылын тергеҙеү, милләтте һаҡлау һәм үҫтереү, тәбиғәт, уны һаҡлау, туған телең менән ғорурлана белеү бурысын ҡуя.
Тимер Ниәтшин район-ҡалала үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай. Китапхана, мәктәп, мәҙәниәт йортонда уҙған саралар булһынмы - тос фекере, аҡыллы кәңәше менән йәм өҫтәй. Беҙ яҡташыбыҙҙың ижад емешен беренселәрҙән булып тап “Көнгәк” гәзите аша уҡыусыларға бүләк итеү мөмкинлеге менән дә бәхетлебеҙ.
Үҙ сиратында беҙ ҙә юбилярға ижади ҡомар, һаулыҡ, уңыш, уҡыусыларҙы яңы шиғырҙары менән шатландырыуын теләйбеҙ.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
Шиғри күстәнәс
Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар!
Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар,
Һаумыһығыҙ, йәштәр, ҡарттар!
Хәлдәрегеҙ арыу-шәпме,
Нисек әле һеҙҙең эштәр?
Тыуған ерҙең тартыу көсө
Арта бара йылдар менән.
Беҙҙең яҙмыш бәйләнгән бит
Кендектәге ҡылдар менән.
Сәстәремә сал ятһа ла,
Имсәгеңде һаман имәм.
Һинән генә алам ҡөҙрт,
Һинән генә алам иман.
Ят яҡтарҙың ере ташлы,
Тамыр йәйеү үтә ауыр.
Ғүмер буйы асфальт тишеп
Кибә йөрәк, яна бауыр.
Беҙҙең заман – һалҡын заман,
Күңел өшөй йылы юҡҡа.
Күпме меҫкен ғазаплана
Алға барыр ере юҡҡа.
Тамъян, ҡыпсаҡ, юрматыһы –
Бер туғандай тойһон үҙен.
Ҡырҡлап ырыу бер тауыштан
"Беҙ башҡорт",-тип әйтһен һүҙен.
Ел иҫте, тип тәгәрләргә
Ҡамғаҡ түгел минең халҡым.
Аҡтамырҙай ерҙә үҫер,
Ҡояш булып күктә балҡыр.
Тимер НИӘТШИН.