

– Нәҡ үҙе, ҡайнаға, – тип йылмайҙы рәйес, ыңғайҙа ветеринарҙың үҙенә ҡәрҙәшлеген танытьш. – Кисә райцентрҙа тап иттем дә үҙебеҙгә алып ҡайттым. Алып барып ташлайбыҙ бына хәҙер.
– Һоу-у, йыраҡ әле «хәҙер» тиергә... Йөҙ саҡрым ғына барҙыр, – тип һүҙ ҡыҫтырам.
– Йөҙ саҡрым нимә генә ул! Ҡандай машина, эйе, тиң, ҡандай шуфир! – Мәрәкәсел икән ҡартлас, тауышы ла көләкәсерәк. – УАЗ-ың ремонтҡа ҡалғандыр... Арба һымаҡ дыңғырҙай ине шул.
– Элек алтын йыуған ерҙәргә етәбеҙ. Артабан юлды белмәйем. – Машина ҡырсын ташлы йылғасыҡ ярында барышын кәметте. – Һин беләһеңер? – тип төшөргә ынтылды «шуфир».
Баш һелктем, тик кабина ишеген нисек асырға белмәй аҙапландым. «Ошолай бор, ошолай, – тип көлөмһөрәне ағай, – Хәҙер ҡымыҙҙы пышылдатып алам әле. Шартлар йә. Әйҙә, һемерегеҙ. Бахмурығыҙ ҙа бар кеүек... Бына көрөшкә».
– Ҡымыҙ ғына шул...
– Һыу инеп алайыҡ, берәй сөмөкәйе юҡмы икән? – Тегеләрҙе ишетмәмеш ҡыланам. – Урыны ла аулаҡ ҡына...
– Кәнишне, эҫергәнеп килгәнсе! – Дуҫым малайҙарса дәрт менән сисенеп тә алды. – Әйҙә, ҡайнаға, сисен һин дә инәнән тыума. Шулай, кеше юҡта «ҡайнаға»нан һалдырам, былай, Рәхмәтуллин иптәш, тим гелән.
Арҡа күмерлек ятыуҙа, өшөй-өшөй, сәпелдәп сыҡҡан булдыҡ. Йәнгә-тәнгә рәхәт – ураҡ бөтөп барһа ла, сыуағыраҡ мәл ине. Тирә-йүндә уҫаҡтар буҙара, сағандар ҡыҙара, ҡайындар һарғая.
– Бар, ҡайнаға, өҫкәрәк мен дә сум, – әле ләпелдәп ҡыҫтаны ағайҙы һүҙгә һараныраҡ рәйес. – Бәлйерәмә, элекке десантсы лаһа һин! Ҡара уны, берәй ереңде ҡыҫала тешләп ҡуймаһын – аптырар үгәй апайкалар.
– Ҡурҡмайым да, – китте Рәхмәтуллин әллә уң, әллә һул аяғына һылтаҡлап. Тәмәке көйрәткән арала ишетәм: «Етмеште уҙһа ла, һөнәрен һаман ташламай. Ике туған ҡайнағам. Колхоз малын да, өс ауылдыҡын да яңғыҙы тиерлек ҡарай. Стажы илле йылға яҡын! Йышылып бөткән, һораған әҙәмде лә дауалап ебәрә шунда... Ваҡ-төйәк үгеҙҙе яңғыҙ-яры йыға ла бесә». Ағайыбыҙ, артыҡ ағармаған, һирәгерәк сәсен бармактары менән тарай-тарай, тиҙ үк әйләнеп тә килде – биленә тиклем генә сайынғанға оҡшай.
Ҡымыҙ менән һыуһын ҡандырғанда юлдаштарымдың беҙҙең яҡта арлы-бирле йомоштары ла барлығы асыҡланды, һуғым-ит планы үтәлмәһә, килә һалып, йәнәһе, тейәп алырға – тоҡомло мал, ағас, бал хаҡтары, арба-сана оҫталары менән ҡыҙыҡһынмаҡсылар. Был хаҡта дуҫым кисә өйөндә үк һорашҡайны. Леспромхозға ҡараған ауылдар байтаҡ, һин уларҙы бер көндә генә йөрөп тә сыға алмаҫһың, тигәйнем дә...
Ҡуҙғалдыҡ. Рәйес ҡайнағаһының урынын алмаштыртты: рычагтарға йәбешһә, минең тубыҡтарға ҡулы тейгеләп, йәнен көйҙөрә, имеш.
– Ике ыздарауай араһына, эйе, тиң, эре генә һыйынайым әле, – тигән булды ҡарт, сит-миттәре томанһыуланған күҙ алмаларын йылтандатып. Шул арала күпте күргән йәшкелт пинжәгенең уң яғаһы ҡайтармаһында ниндәйҙер награда шәйләнем.
Бер-ике ауылды елдереп уҙып киттек, руль хужаһы «магазин... күстәнәс» тип һөйләнһә лә, яҡын туғандарым йәшәһә лә, алыҫтан тауҙай һарғайып күренгән йыуынты руда өйөмдәре яғына ла борҙорманым. «Шунда инде рудник ҡасабаһы», тип кенә аңғарттым да лавкалары ябылмаҫ борон леспромхоз үҙәгенә етергә кәрәклеген иҫкәрттем.
Өлгөрҙөк. Уны-быны мул ғына алып, йәнә егермеләп ҡул салғыһы тейәнек тә, машинала ағайҙы ҡалдырып, леспромхоз контораһына барып әйләндек. Әҙәм заты юҡ, һуң да ине шул. Таныштар осраны быуа ярында, сәйгә саҡырҙылар – юлыбыҙ ҡабалан, машина иртәгә кире борола тип, тәпәшерәк түмәләс ашаһынан үркәсләнеп күренгән, һыртына һырығып аҡһыл болоттар йөҙгән Елмәрҙәк тауына ымлайым.
Машинабыҙ артылышҡа зыйлап, артыҡ ҡыҙмай ғына менеп етте. Һыртта инде алдан һикереп төштөм, мәйтәм, ошо урында тегеләй үткәндә лә, былай уҙғанда ла туҡтамау – гонаһ. Аяҙҙа бынан йыраҡ-йыраҡ ауыл-ҡасабаларҙы төҫмөрләп була.
Минекеләр ул йылы Елмәрҙәк битләүендәге утарҙа йәшәй ине әле. Тиҙ үк шунда төшөп еттек. Әсәй аптыранды ла, шатланды ла. Самауырға ҡуҙ өҫтәп, тоҙланған ит сайғас, ярайһы әсегән бал һарҡытырға кереште. Бесән теүәлләнгән икән. Ҡояш байыуғараҡ елле алмасыуар ат менеп, ялда ятҡан ҡустыларҙың иң кесеһе балыҡтан ҡайтып инде. Ветеринарҙың – эре генә бәрҙеләрҙе, һалдау эҙҙәре беленгән шамбыларҙы, ә дуҫымдың алмасыуарҙы күреп күҙҙәре аҡайҙы.
– Ни хаҡ тора? Һатмайһығыҙмы? – тине әсе-мәсенән ҡыҙара төшкән рәйес.
– Ни хаҡ тора, тиһеңме? Беселгән хайуан нимәгә хәжәт, йә? – Кейәүенә битәрләгәндәй ҡаҙарынды ветеринар. Тегеһе лә юғалып ҡалманы:
– Атты һорамайым, балыҡты... – тип ауыҙын йырҙы.
– Шулай тиң... Ана, нәйәт сана аҫылған безделаға. – Бая хәл-әхүәл һорашып, кәртә-ҡураны ҡараштырып әйләнгәнсе, аҙбар стенаһына табандарынан эленгән шаҡтай ҡупшы, сөм ҡараға буялған кашауайға иғтибар иткән. – Шуны апҡайтырға йәтешләйек... Бурандарҙа фермаға үтә алмай йонсойбоҙ әтеү...
* * *
Ҡыуыҡлы шәмдәрҙе ҡабыҙып, ҡыҙҙырылған балыҡ еҫе таралғас, мәжлес ҡыҙа төштө. Шулай, тарау ултырған унлаған ғына өйлө ауыл йоратынан миңә электән таныш ике ғаилә – Харрас еҙнә менән Яҡшыбай ағайҙар саҡырылғайны ҡунаҡ күрмәгә. Хәлдәренсә кейенеп, ҡарсыҡтары менән эйәртенешеп килеп ингәйнеләр. Эй, башҡорттоң нәҫел тамыры! Мал «духтыры» менән – йә, йәһәннәмдә бит ауылы – беҙҙекеләрҙең уртаҡ таныш-тоноштары, сыбыҡ осо туғандары йә ҡоҙалары булыуына хайран ҡалырһың. Яҡшыбай боронғоса көйләп ебәрҙе, ерәнерәк мыйығын әлегә ҡырмай йөрөгән ҡустым шаҡтай ғына гармунын зыңғырлатты. Хуш-рәхмәт әйтеп, ҡайтырҙан алда еҙнәбеҙ – ул да ғәжәп төртмәс телле – ветеринарға ҡулдарын болғай-болғай өндәште:
– Иртәнсәк кәзә тәкәһен бесербеҙ, йәме, абзый? – Ҡунаҡҡа саҡырыуы ине Харрастың, – Ә һиңә, Яшка, тауыш итмәйем – барыбер үҙең киләһең.
– Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит. – Сәсен тотош ҡырҙырған Яҡшыбай, тотлоға-тотлоға, миңә текләне. – Беҙгә лә һуғылырһығыҙ, әҙәмгә һанап...
– Мин һеҙҙең тирәгә малай сағымда ат эҙләп юлыҡҡайным, ағай мәрхүмгә эйәреп. Көскә табып апҡайттыҡ биш-алты атты, вәт. Ох, көрәйгәйнеләр! – Соланда аяғына эҙләп маташҡан Харрас ветеринарға мыңғырҙай. – Ыштобы килегеҙ иртәнге сәйгә. Тәңгәл генә!
Дуҫтарымдың иртәгә үк кире юлланасағын кем тиште икән ҡолағына? Күреп китһендәр, утарҙа ла бөтөнләй үк икмәкһеҙ, зат-ырыуһыҙ йәшәмәйбеҙ, йоланы онотмағанбыҙ, тимәксе инде үҙенә күрә.
* * *
Эй, йоҡосомон да инде – сәғәт ун! Юл йөрөү ҙә йонсотҡандыр. Ярым серегән таҡта башлы оло өйҙән сығып, һалҡынса утынлыҡҡа ыңғайланым. Шунда, арбалағы муйыл күрепкә, йәшкелт бесән өҫтөнә кейеҙ түшәттереп, төнәүгә ятҡайны юлдаштарым. Юҡ, бер әҙәм күренмәй, тиер инем, йәнәштәге йыуан бүрәнәле йәйге өй тәҙрәһенән ҡустының башы һонолдо:
– Кисәгеләр вис Харрастарҙа... – Тфү, хәҙерге йәштәр үҙенән егерме йәшкә олоно ла һанға һуҡмай. Еҙнә тиһәсе, исмаһам, өс туған апайҙың ире ләһә. – Һине көтәләр.
Ҡулйыуғыста ауыҙыма теш таҙартҡыс һытып, ҡулыма һабын еүешләп, ике-өс һүтек өй нигеҙе-ҡалдығы ашаһында кесерткән, киндер-маҙар араһынан аҡҡан бәләкәс кенә шишмәгә ыңғайлайым. Бәй, алан-йолан ҡаранһам, берәү һәнәк болғап йөрөйсө зыярат тапҡырында. Танығандай ҙа итәм. Булмаҫ!..
Ҡайтып инеүгә ҡаҙ үләне ялмаған бушлыҡтан Харрас һөрәнләп ебәрҙе:
– Әйҙә, ҡәйнеш, бигерәк инәлтәһең. Бая апайың уятырға йәлләгән, ну мин йәлләп тормам! – Йоҙрок күрһәтә теге. Йүгерекләп сығам да саҡ ҡыуып етәм үҙен. Тәнтерәгерәк булһа ла, харап йырбандай.
– Һый барҙа – давай, һыйлау түгел, тупһама ла баҫтырмаҫ инем дә, һинең хаҡың дарага. Малай сакта, һуғыш бөткән йыл... Йонсой-йонсой ат эҙләп, ауылдарына һуғылғайныҡ – һыу ҙа эсермәнеләр.
– Ниндәй ауыл ине һуң?
– Анау-теге... Ҡайынөй, шикелле.
– Ул ауылдан түгел былар, яңылышаһың.
– Булмаһа ни, бер колхоз, ти бит.
– Ауылдарҙың да холҡо бер-береһенән айырыла ул. Кешеләрҙеке һымаҡ.
Яҡынаябыҙ. Туҡтап ҡалам: атаҡ, дуҫым кәбән таратып йөрөй, ҡайнағаһы апайҙарҙың келәтен ҡараштыра. Бәйләнәм еҙнә кешегә:
– Ә һин, шайлы хужа, ниңә ҡунағыңды мәғәнәһеҙ эшкә ҡуштың әле?
– Һис ҡушманым. Үҙе баҡса артына йөрөп килде лә, абзый, кәбәнең йылый башлаған, ҡулды тығып ҡарағайным, ти. Бер-ике ыстакан эсергәйнем, түҙмәнеме, ләм-мим өндәшмәй, китте-барҙы күбә һәнәген тотоп. Кәбәнде яуын көндө һалдырғайным оло малайҙан. Ҡыҙалыр, хәл юҡ... – Малай тигәне – утыҙҙы уҙған баш балаһы, быныһы миңә мәғлүм. – Олаҡты шул Беларитына, отпускаһы бөттө лә. Яҡын ара-ерме, килә һалып эш итер ине.
– Үҙең һуң? Бер кәбәнде ни...
– Үҙем ни, апайыңа кәр етһә лә, һәнәк ауырая башланы бит әле. – Һаман мәрәкәләп маташа, төкөрәйем холҡона. Телендә ятыраҡ, дөрөҫөрәге, онотола барған, беҙҙең быуын бигүк ҡулланмаған һүҙ-әйтемдәр йыш осрай. – Бәсәк, бухый дуҫың кәбәнде арма-торма итеп тә бара! – Бухый тип бүлтәйеп торған ҡорһаҡты әйтеүе. Ауыры беленгән бисәләрҙе лә шулайыраҡ атайҙар был төбәктә.
– Яуып ебәрһә?..
– Яумаһын инде ул, әй. Һатлыҡ кәбән был, яҙға табан бесән ҡиммәтләнә. Бер башланымы, шыйыра ғына бит бында, үҙең беләһең.
Бейек тауҙар әллә болоттарҙы үҙенә тартамы, эйе, ямғырҙар харап ыҙалата торған. Былтыр, ана, үрләй алмай, Елмәрҙәк текәһенән лысма һыу боролдоҡ мотоциклда. Эшкә бер көн һуңларға тура килде шул сәбәпле.
– Яумай әле бөгөн-иртәгә, – ти ел ҡапҡаһын асышлай Харрас. – Ташморонға томан һарылмай, минең тубыҡ һыҙламай... Әйҙүк, ҡәйнеш, әйҙүк.
Төҫө уңған уҫаҡ өйҙөң ҡорғаны тартылған тәҙрәһенән табын өҫтәле шәйләнә: шим бал, ҡорот, ҡаймаҡ, ҡыяр... «Ауылда беҙҙең шул ғына һый инде», – тип ебәрәләр бит әле үҙҙәре. Ҡабыҡтан ҡыҫылған аласыҡтан һурпа еҫе аңҡый. Унда балитәкле күлдәгенә оҙон алъяпҡыс быуған хужабикә әсәмә, йәнә Яҡшығолдоң китек тешле әбейенә шыпырт ҡына көрәгәһен тәмләтә, шикелле. Мине күргәс, маңлайын уратып бәйләгән яулығын рәтләй-рәтләй, өлтөрәргә кереште апай.
– Хәҙер, энем, хәҙер, иптәштәреңде үҙең саҡыр.
– Ярай, – тинем дә, арбаларында ятҡан тимер һәнәкте эләктереп, картуф баҡсаһы аша инде тағандары сурая башлаған кәбән яғына һыпырттым.
– Тапҡанһың кәсеп! Колхозыңда кәбән туҙҙырып йөрөмәйһеңдер әле... – Еңелсә һуҡранып, ярҙамлашырға тотондом. – Үҙеңә бесән еткерҙеңме һуң?
– Мин бесән ашамайым! – Көлөшәбеҙ. Ҡустым яҡынлаша урман яҡлап.
– Туҙҙырыуы – өс тин бер аҡса! Ә кем кире өйөп ҡуя?
* * *
Һалҡынса өйҙә яңы картуф менән өйрәк итен йыпырабыҙ, әсе-мәсе лә эләккеләй. Ветеринар, тәҙрәгә ҡайырылып:
– Әллә бынау шарламанан һоҫоп ҡына алаһығыҙмы һары балды? – тине.
– Ҡалдыҡ ҡына ҡурға ҡойғайным, килерегеҙҙе белһәм... – Ыуаланғандай итә хужабикә. – Беҙҙә өйрәк, ҡаҙ әллә ни һимеҙ булмай. Иген үҫмәгәс...
Ире лә йөпләмәксе:
– Бал эстә әсеп етлегә ул. Икенсе юлы фураж тейәп килерҙәр – вәт булыр ҡуры ла, курмыһы ла..
– Алла бойорһа! – тине ветеринар ирәбе генә. – Ябыҡ ит файҙалыраҡ, эйе, тиң, хәҙерге уҡымышлылар әйтеүенсә.
– Беҙгә генә уҡыу эләкмәне, эх, – тип зарланды күңеле йомшарған Харрас һәм, вареньеға сумған һағыҙаҡты сәнске менән һуған һабағына йәбештереп, бисәһенә һондо: ҡабып ебәр, йәнәһе.
– Эй ошоноң! – Апайыбыҙ үпкәсел түгел. – Үҙең аша, шәп булғасһың!
– Һин, ярай, дүрт класс бөткәнһең, Харрас, ә минеке гәзит тә уҡый алмай. – Ауыҙын сипылдатып, Яҡшыбайҙьң ҡарсығы лығырҙай, башы әйләнеп бара, буғай, бисараның. – Белдеш, кемгә сәпсим уҡыу эләкмәгән?..
Йәнәштәге дуҫыма: «Элек... беҙҙә грамотаһыҙ кеше юҡ, тип бөтә донъяға яр һалалар ине», – тигәнерәк фекерҙе еткергәндә, ветеринар, берсә ышанмағандай, берсә маһайғандай, һөйләнеп алды:
– Ә мин етене бөтөп, колхозда ат егеп эшләп йөрөнөм, эйе, тиң. Йәшемде ярты йылға ҙурайтып, һыҙҙым фронтҡа, ҡырҡ икенсе йылдың ҡышында. Ҡайткас, веткурста уҡыным, дә-ә...
– Яҡшыбай, уҡымаһа ни, пинсейә алырға имзаһын ҡыла белә! – Үҙенсә көлдөрөргә маташа әсәйем. – Йәгеҙ әле, көйләп ебәрегеҙ, бер ултырыуың – бер ғүмер, ти торғайны ололар.
– Шулай, шулай...
– Көйлә, ялтас, көйләмәһәң, ҡабат башыңды ҡырмайым.
Алыҫтарҙан, э-һей, күгәреп күренәү,
Бәштин генә тауҙың дай үңере...
Ләкин йыр өҙөлөп ҡалды, аҡланғандай, Яҡшыбай баяғы әңгәмәгә аңлатма бирергә тотонмаһынмы.
– Атай кулак һымаҡ эләкте. Өс ат, байтаҡ бүтән мал тота инек. Ауылда мәктәп юҡ, йөрөп уҡырға көс-мөс етмәне. Леспром артеленән кит тә бар мин фронтҡа – өс ай ғына йөрөп ҡайтылды...
– Дабраволис булып зәйәвлинйе яҙҙырған бер энеһенән, – тип рыяһыҙ һүҙ ҡыҫтыра ҡарсығы. – Йә, ярар, күп һүҙ – буҡ һүҙ, йырлап бөтөр баяғы нәмәңде, һинең шул ике-өс кенә көйөң бар инте.
– Бәштин, Бәштин... Бәй-бәй, ул тауҙың теге осо, эйе, тиң, беҙҙең тирәлә ләһә. – Быныһын ветеринар әйтте, Харрас та, телен көрмәләндереп, бытылдай. – Ә һин, таҡыр баш, һуғышҡа сәпсим бармағанһың! Барһаң, мулыраҡ пинсейә алыр инең йә ялтыр ҡалай тағырҙар ине түшеңә. Франтауиктар, ана, фарсит итә, ашарға бутевка ала...
Әммә ул-был хәбәрҙе йәнә һағышлы моң баҫты, гүйә, күңелдәр халыҡ фәһеменә арбалды: кемдер мышҡылданы, кемдер йәшкәҙәне.
Киләһе йыл был ваҡытта –
Әллә ҡайһыбыҙҙың ғумере...
– Һа-ай, афарин! – Бығаса ләм-мим ултырған колхоз рәйесе, өҫтәл артынан ынтылып, йыраусының ҡулын ҡыҫты. Тегенең дә, күрәм, ҡиәфәте ҡәнәғәт, эйәген кәүшәйтеберәк йылмайған булып, бокалын оңҡолдатып түңкәреп ҡуйҙы.
Берауыҡ табын шымып ҡалды, хатта себен тызлағаны ла ҡолаҡҡа салынғандай. Аҡһыл йөҙөн сирыштырып, уфтанып, тынлыҡты апай боҙҙо.
– Һуғыш тигәнен берүк ҡабат күрергә яҙмаһын. Йәшләй ир-ат ыңғайына диләнкә ҡырҡтым, сплавта йөрөнөм...
– Нурмыһы һуң, нурмыһы! Әҙ генә әпәкәй өсөн... – тип ҡеүәтләне уны әсәй. – Әлдә генә еңдек дошманды!
Әлбиттә, апай үҙенең тәүге ире менән ике ай ғына йәшәп ҡалыуын, хәләленең ҡәһәрле ҡырҡ берҙә үк хәбәрһеҙ юғалыуын сурытманы. Бешәле тамағындағы урмансылар барагында кашауар булып эшләгән осорҙа үҙенән ете-һигеҙ йәшкә кесерәк Харрасҡа кейәүгә сығыуын да телгә алманы һәм былай ук сиселеүҙең әле, сит-яттар алдында, хәжәте лә юҡ ине. Ә аулағыраҡ мәжлестәрҙә ул барыһын да һөйләй, барыһын да хәтерләй. Сабыр ғына, теүәл генә, тәмләп кенә – тыңлап ялҡмаҫһың.
Мәжлес ҡыҙҙы, лабыр-лобор көсәйҙе. Ҡапыл Харрас эскәмйәнең арғы осонда көйшәнеп ултырған ҡустыма, гармун тартҡан хәрәкәт яһап:
– Ҡайҙа әле тызылдағың? Йырлап-бейеп алырбыҙ, бар, йәһәт кенә килтер, – тине.
– Т-с-с, бында бейерлек кем бар һуң? Бөтәгеҙ ҙә инва-лид!.. – Раҫ: ветеринар – бөгәрҙән, Харрас – тубыҡтан, Яҡшыбай янбаштан һылтаҡлай. Әбей-һәбейҙең йә ҡулы, йә биле һыҙлай... Бейеһә, хужабикә бейер. Ойотоп, бармаҡтарын шартлатып, буй-һынын текә генә тотоп, һүҙе бөтмәгән икән әле ҡустының, үҙе Харрас менән харап ҡаты иркен:
– Тегендә көтә һине гармун, – Егет асыҡ ишек аша ҡараған була, йәнәһе, күрсе кәбәнеңде. – Хәҙер яуып ебәрһә, вот бейерһең! Гладиатор!
– Кемдәр ҡутарған, шулар өйөргә тейеш! Кәбәнем тәмәке тартмай ине...
Әрепләшеүҙе күңеленә һалғандырмы, намыҫланғандай, дуҫым урынынан ҡалҡынды.
– Әйҙә әле, яр буйын ҡарап киләйек, – тигәс, һамаҡлап өҫтәне: – Ауылдары – Бешәлек, эскән һыуы – Бешәле...
– Барығыҙ, бар, самауырҙы яңыртҡансы йөрөп әйләнегеҙ, – тип ҡалды кемдер артыбыҙҙан. Тик дуҫым һыу буйына түгел, ә кәбән яғына тартылды. Барып етеү менән йолҡҡолап-тотҡолап бесәндең кибеүен тикшерҙе лә, тотондо бәҫәргәнерәк өйөмдәрҙе теткеләп тулғандырырға: һалғанда, уҡ елләп-кибеп барасаҡ.
Оҙаҡламай баяғы ултырҙаштар тотош йыйылды һайғау менән кәртәләп алынған дүрткел сабынға. Береһе – айран, икенсеһе – бал, өсөнсөһө ҡорот тотҡан.
– Тә-әк, малайҙар, һеҙҙең кеүек саҡта мин ун күбәне бер сәғәттә ҡоя торғайным, – тип ләпелдәй хужа. – Тапарға менәйемме?
Ҡусты шырпы ҡабын сиртеп өҫкә сөйҙө – «орел» яғы өҫкә яткайны, кәбәнгә үрмәләне:
– Кит, эскән кеше иҫерек кеше менән бер була – ҡолап төшһәң, кем ғәйепле?! Үҙем торам, ә һин, ана, гладиатор булып уйна Яшкаң менән.
Егет һаһылдай, Харрас йәмерәйә:
– Нимә ул гил... гылдатыр? Көлһәң, бажалый, бал тәтемәҫ һиңә.
– Айраның ни, балың ни. Бар, бер-ике ҡап тоҙ әпкил... һиберем әҙләп.
– Айран эсегеҙ, бал быуынға төшә бит ул. Ярай, мин өйгә атлайым әле. – Әсәй яй ғына урам яғына шылды. – Мунса өлгөртәм...
– Бәсәк, бабай, ҡайтайыҡ беҙ ҙә. Һарыҡтың өтөлгән баш-тояғын ҡаҙанға һалайыҡ...
– Бравильны, мин әҙерәк һөйләшеп ултырам әле ҡорҙаш менән. – Яҡшыбай ҡалды, ҡарсығы әсәйҙе ҡыуа төштө.
Беҙ кәбән һалабыҙ, ә өс уҙаман кәртә буйында гәп һата. Бер заман ветеринар түшенә ятып та, тубыҡланып та тоҫҡанды, граната һелтәгәндәй киҙәнде.
– Парашюттан ырғыныҡ, эйе, тиң, чех еренә. Еүеш, томан! Разведка с боем, тип сабаулап йөрөйбөҙ. Засадаға эләктек. Инеш аръяғында инеләр, яҡын ебәрмәйҙәр. Улар ҙа утыҙлап ҡына, беҙ ҙә. Командирҙан һораным да шылдым үргә. Һыуҙы шым ғына кисеп, төлкө һымаҡ якынаям шырлыҡтан. Шунан – бәр очередлап. Атам-атам да урынды алыштыра һалам, граната ла ырғытам... Полная паника! Арҡаларына, аяҡтарына тейеп ҡолай меҫкендәр... Киттек ҡыуып йән-фарман, һанағандар аҙаҡ – ун ике мәйет...
– Алдамай, – тине дуҫым, минең ҡолаҡ һалғанды һиҙеп. – Командиры гәзиттә яҙып сыҡты. Былтырмы, элекке йылмы...
– А как же, бывший десантник мин! – Рәхмәтуллин яға ҡайтармаһындағы билдәне түш кеҫәһенән өҫкәрәк беркетеп тә ҡуйҙы.
– Үрдиндәрең барҙыр, әләйгәс? – Харрас сабыйҙарса төпсөнә.
– Байтаҡ ул, әй. Өс орден, биш миҙал, тә-әк, Сталиндың ете рәхмәте, ишеү – отпуск... Ҡырҡ дүртенсе йылда бирҙеләр, балтырға ярсыҡ ингәс. Шуны алдырҙым да лазаретта, ялға ҡайтып, әйләнеп, фронтҡа, кире һыпырттым. Эйе, тиң, кейәү?
– Шулайҙыр, тик ул саҡта мин бар инемме?
– Һәй, юҡ инең шул, – яугир бот сабып көлөмһөрәне лә етдиләнде. – Әһ-һә, һин Еңеүҙең илле йыллығын байрам иткәндә зампред инең бит әле. Һый ойошторҙоғоҙ, эйе, тиң?
– Эйе, эйе, – тигән булды дуҫым, маңлай тирең һыпырып.
– Яҡыныраҡ килеп тыңлағыҙ оло кешене, – Харрас быны ярамһаҡланыуһыҙ, бойороборак әйтте. – Килештерә берәүҙәр – күлдәкһеҙ кәбән һала тиме кеше? Тәнегеҙ сыйылып, әүрәүҙән ҡысынып, йоҡлай алмай ятырһығыҙ әле бөгәсә.
Эргәләренә яҡынлаштыҡ. Ветеринар аяҡ салып ултырған еренән үрә баҫып, хәтирәһен барланы.
– Йыйналдыҡ клубка, эйе, тиң, өс-дүрт ауылдан. Ун бишләп ветеран... Кемгә күлдәк, кемгә ыштан тигәндәй, миңә галстук – ғүмере муйынға бәйләмәҫ бүләк тотторҙолар мир алдында. Түштәребеҙгә миҙал өҫтәп таҡтылар, юбилейныйҙы. Ысталауайҙа һый мул! Ҡайынөйҙән, анау һин һыу ҙа эсмәгән ауылдан инде, Харрас туған, Ғилметдин ағай бар. Әле ауыр хәлдә ята бахыр. Әйттем яңыраҡ агранум ҡыҙына: бер-бер атаң тегендә ашыҡһа, миңә әйт, әбизәтельне әйт, Алла бойорһа, ерләшергә барам, тинем. – Рәхмәтуллин тамағына тығылған төйөрҙән ыңҡылдап алды. – Шул ағайыбыҙ тотто ла бәйләнде, эйе, тиң, анау-у Торжок танау Насрыйға. Һин нишләп аяҡ аҫтында сыуалаһың, ҡупайып, фронтты ла күрмәгән көйө? Тай бынан, ти бит. Насрый ҙа насар – ҡарышҡан һымаҡ ултыра, эйе, тиң. Бында – фронтовиктар, тыловиктарға урын юҡ, миҙалыңды йә өҫтәлгә һал, йә йолҡабыҙ, тип тағы бер ҡарт ҡырсынды тегеңә. Юҡ, ыжламай ҙа...
– Арҡаһы ныҡтыр, – тигән булды Харрас, тубығын ышҡый-ышҡый. – Әтеүсә...
– Өҫтөнә баҫтың, туған. Райсоветта бутала бесталкауай энекәше, шул яҙҙырған миҙалға. Ярты йыл Магниттамы трудармияла йөрөп, шунан да ауырығанға һалышып ҡайтҡан бәндәне.
– Һин, ҡайнаға, районда һөйләмәҫ инең бындай нәмәне, – дуҫым ветеринарҙы үсекләберәк өҫтәп ҡуйҙы. – Эйе, тиң?
– Бажалый... – Көттөрөп кенә ишетелде яуап. – Әллә ни мах биргән юҡ та ул ундайҙарға ғына.
– Туҡта әле, тәртәңде бүтән яҡҡа ҡайырмай тор, – ни сәбәптәндер Харрасты һуғышҡа ҡағылышлы әңгәмә ҡыҙыҡтыра ине. – Насрыйығыҙҙы нишәттегеҙ?
– Үҙең әйтмешләй, арҡаһы ныҡ булғас, күптәр шыртлаңҡырай шул. Ғилметдин ағай былай тине аптырағас Насрый таймаһа, мин таям. Ул һалдаткаларҙы баҫтырғанда, ниместәрҙе баҫтырған старшина әле мин, ти...
– Юҡсы, – тип бүлдерҙе дуҫым. Ҡайнағаһы аныҡлабыраҡ осланы.
– Эй, тәүҙә көрөшкә бирҙеләр бүләккә, әле лә юлға йөрөтәм. Ағай шуға араҡы һалдырҙы, имеш. Шунан, фронтта наградаларҙы ошолай йыуа торғайныҡ, тинеме, түшендәге яңы миҙалын әлүмин көрөшкәгә сумырып, былт-былт дөңкәйтте лә ҡуҙғала башланы. Артынса – мин, шунан «миҙалыңды йолҡабыҙ» тигән ҡарт, йәнә берәү ҡыбырлаштыҡ. Бынауы әзмәүер юлға арҡыры төшөп, юхалап ҡына Насрыйҙы бер тоҡсай һый менән өйөнә апармаһа, бик йәмһеҙ бөтә ине мәжлес.
– Йөрәкле икән ул абзый! – тип ҡуйҙы был юлы Харрас ғәмле генә.
– Йөрәкле, кәнишнә, нимес формаһын кейеп, ниместәрҙе тереләй апҡайтыр, штабтарын яндырыр, складтарын шартлатыр инеме әтеү? Кәләшенә ты-у «похоронка», ты-у «без вести пропал» килә икән. Терһәге ныҡ зәғифләнгәс кенә ҡайта ауылына. Гелән завферма йөгөн тартты.
– Кукашканан нәҡ шулай һуғышҡан даһа, теге... – Харрас йөпләү көтөп, Яҡшыбайға баҡты.
– Аҙашың ине. Ул да, нимес формаһын кейеп, ғәләмәт һуғышҡан. Урыҫ ыңғайына Кукашка тимәһәң, Күкҡашҡа лаһа ул ауыл...
– Бәй, ул ҡартты осратҡан барсы. Ауыл һайын йөрөй торғайны тире-мире, һөйәк, сепрәкме йыйып... – Мин дә, айран һемерә-һемерә, бала саҡтың хәтер һандығын аҡтарҙым. – Аты дан ине!
– Ҡарт һиңә!.. Ҡырынмай йөрөгәнгә шулай күренгән. – Харрастың бытылдығы сыға. – Өйө янып китте, бисәһе үлеп әрәм булды. Рудник баҙарында нимес теленән уҡытҡан берәүгә нимессә өндәшә икән был. Теге ғәжәп иткән, ҡалай шәп беләһең, тигән.
– Уҡытыусы, мужыт, үҙе лә нимессә икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгәндер, – быны кем әйткәнен аңғарманым
Ҡапыл Харрас күкрәге ҡабарып, нәҙегәйә башлаған кәбәнгә ҡарап ҡысҡырҙы:
– Эй, мортой, йоҡлап ятыш әллә?
– Юҡ, тыңлап ятам, күгәргән еләк мыртам.
– Һыуһынға берәй нәмә әпирәйемме, тырмаға элеп?
– Кәрәкмәй. – Егет телләшергә теләмәне.
– Маладис, йә ни бес итеп ҡуйырһың ут йәшел бесәнемә.
Бәғер һыҙлатҡыс әлеге әңгәмәләрҙән күңел болоҡһоғандырмы, аулаҡ сабынды яңғыратып һаһылдаштыҡ. Оҡшатманы быны ҡустыҡай, үҙенсәрәк аңланы, буғай.
– Ф-у, һөйләйем әтеү гладиаторлығыңды ағайҙарға, – тип баяғы янауын ҡабатланы. Мин хәбәрҙе икенсегә һаплай һалам.
– Был тирәлә кәләш алмаған егетте «мортой» тип мыҫҡыллайҙар.
Әрепләшеүгә тиҙҙән нөктә ҡуйылды – кәбән тапаусы иғтибарҙы урманға йәнәш һуҡмаҡтан бирегә яҡынайған үҙе тәбәнәк, үҙе йыуантаҡ ханымға йүнәлтте: «Кеше килә – артыҡ сәйнәнмәгеҙ».
– Һаумыһығыҙ әле.
Һайғау араһынан һарҡылған тыйнаҡ сәләмде бөтәбеҙ исеменән Харрас алды:
– Һау әле, һау. Ни йомош?
– Йомош тип... Һеҙгә мал врачы килгән, тип ишеткәйнем. – Йәш ҡатын мине таныйҙыр, ҡарашын шундуҡ һәнәккә йәбешкән дуҫыма төбәне, Харрас иһә ветеринарҙың яурынына ҡағылды.
– Уныһы түгел, быныһы. Шәп духтыр! Ҡолоноғоҙҙо бүре сыймаҡлап ҡайтарған, тигәйнеләр, ысынмы?
– Ысын, ысын, ней ирем өйҙә юҡ...
– Бармайбыҙ, – тип юрамал этләшә Харрас. – Ирең өйҙә булмағас...
Йәнә көлөш... Эс бошоуҙан сарланалыр инде ул тел тигәнең. Юғиһә, бер-ике транзисторҙан, пенсия-фәлән менән бергә һанда-һаяҡ почтальон ташыған өс-дүрт дана гәзит-журналдан башҡа, әлеге төпкөл төйәктең оло донъя менән ниндәй бәйләнеше бар һуң? Ярай, йәйҙәрен гөрләп ала әлеге ауыл йораты. Йәштәр, бала-саға өйөрө менән бәрәңге күмешә, бесән эшләшә. Кистәрен йә әүһәләй тағылған ҡарағай төбөндә, йә ҡырсында геүләткәнсе усаҡ яғып, шағараҡ ҡоралар.
– Бармаҫтыр ул. Укыл ҡаҙарға эспирт кәрәгә, ти бабайың, белдеш?
– Юҡ бит әле. – Йомошсоноң тауышы мөштөмөрәк сыҡты. – Самауынка бар әҙ-мәҙ.
– Барам, һеңлекәш, ҡайғырма... Малдың рәнйеүе ихтимал. Кәнде ярай «самай» тигәнең. Сумкам соланыңдамы әле? – Ветеринарҙың мут ҡына күҙ ҡыҫыуына Харрас эйәк ҡаҡты ла Яҡшыбайға өндәште. – Һин, ялтас, эйәрмә беҙгә. Әбейеңә ярҙамлаш, ана, төтөнөгөҙ йүнләп сыҡмай. – Беҙҙе лә онотманы. – Эй, ҡәйнештәр, ыштобы ҡаҙ күкәйе һымаҡ ослағыҙ минең кәбәнде! – Бисәһенә лә ҡул иҙәп һөрәнләне. – Алып кил әле абзыйҙың күн сумкаһын...
Өс ҡыҙмаса баш, өҫкө һайғауы һүтелгән кәртә аша бер-береһенә тотоношоп сыҡты һәм тыштан ярайһы арыу күренгән йорт яғына йүнәлде.
Кәбән осланып, эргә-тирәһен тырмаштырып ҡуйыуға, апайыбыҙ өйөнә әйҙәне. – Йәшергән нәмәм бар әҙерәк, әйҙәгеҙ, энекәштәр, ҡалай ҙур ярҙам күрһәттегеҙ. – Инәлеүенә ҡарамаҫтан, ҡайтырға булдык. – Улайһа, оҙатҡанда һыйлармын, – тип аҡыл да өйрәтеп ҡалды хужабикә: – һыуыҡ һыуҙа сайынмағыҙ берүк, лутсы мунсағыҙға инеп кенә ғосол ҡойоноғоҙ.
* * *
Шулай иттек тә. Әсәй кесе өйгә сәйгә саҡырҙы ла, оло ҡунаҡты алып ҡайтайым әле тип, үрге осҡа юрғаланы. Ҡустынан Харрасты ниңә «гладиатор» тип мыҫҡыллауының сәбәбен белештек. Тиктомалға ыҙғышып алалар икән бәғзе саҡ.
Ҡаурыйҙарын елпеүес һымаҡ тарбайтып, тәҙрәнең ике яғына ҡыҫтырыулы һуйыр ҡанаттарын күргәс, күңелдәрҙә һунар ҡомары елкенде. Ҡустым да шапырынырға апаруҡ:
– Яҙғы уйында алдыҡ. Элекке класташ менән. Лесник ул, бесәнен ташып бөтмәйҙер, килергә тейеш ине бөгөн поселоктан. Эргәләге анау-у ағастарға килеп ҡуна ҡорҙар. Беҙ уларына теймәйбеҙ – кеше алама, ошаҡ яҙып ебәреүҙәре бар тип, мотоциклда элекке диләнкәләрҙе урап ҡайтабыҙ. Бер мылтыҡтан алмаш-тилмәш атҡылайбыҙ, балыҡҡа ла йөрөштөрәбеҙ. Хәҙер һуйырҙар кәнде ваҡ таш сүпләргә юлға сыҡҡылай. Эх-те-и!
– Мотоциклың яҡшымы? – Дуҫым устарын ыуғыланы.
– Иҫкерәк, ну тарта! – Егет баш бармағын сөйҙө. – Белореттан ҡайтҡылап йөрөйөм: йөҙ илле кымы-ны – выжт!
Мин гәзит ҡараштырған арала был икәү шыш-быш килде. «Кабинала мылтыҡ бар...» «Бензин етеңкерәмәҫ...» «Кузовтағы кәнистерҙән өҫтә лә...» Дәрттәренә дарман өҫтәнем:
– Бер сәғәт ваҡыт һеҙгә! Ташморон яғына барһағыҙ, уңырһығыҙ, моғайын.
– Кәбән һалыуға – бер сәғәт, һуйыр эҙләүгә лә... Ярай, ағайҙарҙың бәхетен һынап ҡарайыҡ әле.
Ҡустының беҙҙе «һеҙ»ҙән ҡырҡып тороуына йән ирей, мәгәр үҙемдекен ныҡыйым;
– Ҡор осраһа – икәү, һуйыр насип итһә – берәүгә лә шөкөр. Инәләренә теймәгеҙ!
Тиҙҙән танымаҫлыҡ инеләр: ҡустым һалдат хеҙмәтенән ҡалған күлдәк-салбарын, дуҫым минең иҫке-моҫҡоно кейгән, баштарында – шлем, аяҡтарында – ҡыҫҡа ҡуныслы ҡойма итек. Әммә артҡы тәгәрмәскә тын өҫтәргә кәңәш бирҙем, сөнки ҡунаҡтың тослоғонан ялпаша яҙҙы. Машина насосынан йәһәт кенә өрҙөрөп, әүернә юлдан төрлө ағасы төрлө төҫкә мансылған хозур урманға инеп тә юғалды былар.
Күп тә үтмәне, аһылдап, йөрәк тирәһен ышҡый-ышҡый, әсәм пәйҙә булды.
– Төтәтеп кенә барып әйлән, улым: Харрас Яҡшыбай менән болара! Бәйеле аҙған ғәләмәттең... Эсеүе еттеме, бышҡырырға керешә, кем етте шуның менән кәзекләшә. Уф, Аллам, әҙәм көлдөрөп... – Сутырлай меҫкенкәй, арттан иҫкәртеүе ҡолаҡҡа яғыла. – Ҡаты бәрелеп ҡуйма, ипле генә тый!
Зиһендә әллә ниндәй уйҙар ҡуҙғый. Тәҙрәнән мине күреп, һауыт-һаба йыуыштырған апай аласыҡ яғына ишаралағас ҡына эскә йылы инде.
Көлөрһөңмө, иларһыңмы? Аласыҡ күләгәһендә ләһә теге өсәү: Яҡшыбай менән Рәхмәтуллин йыуан имән киҫкәлә ойой, ә Харрас ерҙә ҡырын ята, үҙе берсә шыңшый, берсә һүгенә, берсә янай. Алдарында – түңкәрелгән тимер ялғаш. Ҡалтайған, урыны менән тишкеләнгән уныһы, әммә өҫтәл хеҙмәтен үтәрлек: яртылаш бүҫкәргән шешә, остары ҡыуарған һуған һабаҡтары, кәкре-бөкрө ҡыярҙар, ҡаты ҡорот киҫәктәре күренә.
– Яшка, хәҙер өйөңдө йә үртәйем, йә йырынға күҫәкләп ауҙарам. Ниңә һуҡтың миңә, ә? Бандит һин! – Танауынан аҡҡан ҡан ҡатыш лайлаһын да һөртмәй, үҙ алдына һөйләнеүен, һыҡтауын белә Харрас.
Әһә, былар уйындан уҫмаҡ ҡуптырмаҡсы, һүҙ көрәштереүҙән көс һынашыуға күп ҡалмай торған баш ҡыҙған мәлдә. Уларға аҡыл өйрәтеүҙән, оялтыуҙан фәтүә юҡтыр, киреһенсә, һөсләп ҡарағанда?
– Әрләшеп ятҡансы, давай, ғәҙел һуғышығыҙ. Гладиатор булып. Бына һин, еҙнә кеше, кәритә менән көпләнеп, һәнәк тот та ҡапҡа төбөнә баҫ.
– Ә мин? – тине Яҡшыбай, төҙәйә биреп. – Баҫырау күтәрәм...
– Тә-к? Һин дә һәнәк ал – ҡорал бер иш булырға тейеш. Ҡаҙан ҡапҡасын ҡалҡан итеп бәҙрәф яғына баҫ. Шунан, мин һыҙғырғас ҡына, һәнәктәрегеҙҙе алға һоноп, ҡапма-ҡаршы йүгерешәһегеҙ йәнтәслим. Кем кемде сәнсеп йыға – шул еңеүсе була. Бисәләр һымаҡ тәмһеҙләтеп ултырғансы...
Аңланы Яҡшыбай уҫал шаяртыуҙы, бармаҡ янап ҡуйған булды. Ә мин юрамал утҡа кәрәсин һибәм:
– Әҙерһегеҙме?
...Былтыр 9 майҙы Яҡшыбай өйөндә билдәләйҙәр. Харрас, нәк бөгөнгө ише тызырайып, Яҡшыбайҙы кәмһетә: һин һуғышта ҡатнашмағанһың, фәлән дә төгән. Яҡшыбай асыуынан Харрасты артына тибеп ҡыуалай. Ҡайтҡан да тегеһе, ни ҡыланғанын белмәй, яурынына ялғаш элеп, күҫәк һөйрәп, ҡабат килгән. Шунда көн һорап ҡына һунарға ҡайтҡан ҡустым көскә айыра быларҙы. Борон күҫәк менән һуғышмаған гладиаторҙар, һәнәк менән алышҡандар, тип баштарын ҡатыра ла асыуҙарын һүндерә, хатта яраштырып ҡуя...
Был юлы ла улар тиҙ һыуынды. Харрас ҡына һаман үҙенекен тылҡый: – Мин дә йәтимәк үҫтем. Ат типте бит тубыҡҡа, әрмислеккә яраманым, әтеү әфисер булыр инем әле... Эх, Яшка! Бәзерәйеп ултырған булаң, ҡытай күҙ!
– Бырылдама, былағай, хыуатит һиңә! Ауылда ирҙәр күберәк булһа, холҡоңа күрә, көн дә туҡмалыр инең, шәт. – Апай ҡыҙмай ғына, ҡысҡырмай ғына тетмәкәйен тетә еҙнәнең. Миңә лә арҡаланалыр. – Күпкә китһә, күткә китә, тигәндәре ошолор. Имеш тә, ҡолон тәрбиәләп ҡайтты берәүҙәр. Эсергән, ишеү үтескә бер ярты тоттороп ебәргән теге бисураһы ла. Элекке уҡытыусы үҙе... Һин дә мин ҡосаҡлашып ултыралар ине, ҡунаҡ йоҡлап киттеме, бынау һөмһөҙө эләктергән... Сорлап аҡты бая ҡаны. Сепрәк һыулап, саҡ тымыҙҙым!
– Ниңә ғауғалаштылар икән?
– Ишетмәй ҡалдыҡ. Еңкәм килгәйне ҡунаҡтың хәлен белешергә, өйҙә инек. – Апай өҫтәмә хәбәрен ҡолаҡҡа шыбырланы: «Ҡунаҡ та иҫереп алды. Һөйләгәне – һуғыш та муғыш. Маҡтансығыраҡ әллә?» һәм тауышын күтәрҙе, – һин фронтта булмағанһың, фәлән дә төгән, тигәнме минеке, Яҡшыбайы, сикәһенә сабам тип, ҡанатҡансы танауына ҡыялатҡан. Ярай, ике туған һуғыша – атҡа менһә, яраша, биғәйбә.
Беҙҙе тыңлап ятҡандармы, Яҡшыбай тәүҙә мүкәйләне, шунан тубыҡланды, ахырҙа, көсәнеп, аяғүрә баҫты. Берауыҡ бәүелеп-сайҡалып торғас:
– Ҡабат сәйнәнһә, ауыҙына йымыра тибәм, валлаһи! Нервым алама минең! – тип ҡапҡаға табан аҙымланы. Ә Харрас асыуын ҡартайған һалпыш ҡолаҡ ала этенә төшөрҙө. – Севә, ысволочь, яҡлашмайһың да... Немуй!
Ҡапҡанан кире боролдо Яҡшыбай.
– Әйҙә, гадук, беҙгә... – Ветеринар ҙа уянды, бик яй ҡуҙғалды, әммә сәсен тарап, йоҡа сепрәк кепкаһын кейергә, өҫ-ба-шын ҡаҡҡыларға онотманы.
– Сумка ғәйепле, алмайым тип торҙом шуны... Рәхмәт һыйығыҙ өсөн. Юл төшһә, миңә рәхим итегеҙ, йәме?
– Әйтеүеңә рәхмәт. Хуш-һау! – «Биҙрәнем инде һеҙҙән», тип тә ысҡындыра яҙҙы хужабикә, мәгәр мәлендә тыйыла белде.
Бер аҙҙан һил урамда «Катюша» яңғыраны. Ҡултыҡлашып, тайшан-тойшан атлаған, дөрөҫө, арлы-бирле аяҡ шылдырған уҙамандарға эйәрҙем. Яурыныма ветсумканы аҫҡанмын. Аҫтағы мөйөштә, тәпәш кенә түмәләстә Яҡшыбайҙың хөртәмеш кенә донъяһы.
Арбаһын кисеүгә туғарған, тәртәләре ҡырсынташта кирелеп ята. Өй алды рәшәткәһеҙ, ҡойма эргәләрен кесерткән, дегәнәк баҫкан, аҙбары, утынлығы ҡаҡшаған, урыҫ ҡапҡаһы ҡушлаған, мунса ҡыйығы лапашҡан. Минекеләр, ана, быйылдан ҡалаға күсергә йыйынһа ла, донъялары ҡараулы, Харрастыҡы ла түҙерлек.
Эх-х, Яҡшыбай... Өйөнөң эсе лә, беләм, үтә ҡәҙимге, хатта ки фәҡир генә. Ҡуй, кемдеке – шуныҡы, бындай ҡуңалтаҡ тормошто ете яттарға күрһәтмәүең хәйерле. Шулай уйланыммы, юҡмы, әммә ветеринар йәйге өйөбөҙ тәҙрәһен төкөй яҙып туҡтаған зәңгәр машиналарын шәйләү менән, ҡайтырға ваҡыт, Ғилметдин ағай төшкә керҙе, тип мығырланы. Яҡшыбай, шепшә, ебәрмәй тегене, еңенән тартҡылай. Ҡапка алдына ҡарсығы сыҡты, ҡул иҙәп эскә әйҙүкләне. «Бабайың ятып торһон әҙерәк, килербеҙ әле», – тип уҙҙыҡ та киттек.
* * *
Һунарсылар ҡайтмағайны, һәптән ветеранды, ай-вайына ҡуймай, сисендермәй генә бөгәсә төнәгән күребенә һуҙып һалғайным, ых-бых йоҡлап китте.
– Аш бәһлеүән, – тигән булды ҡош-ҡортона ем һибеп йөрөгән әсәм. – Тегеләрең нишләп оҙаҡлай һуң? Балыҡҡа ҡыҙыштылар, ахыры... Бар, төҫөң ҡасҡан, йыуынып ал. Мунсаның ҡыҙыуы һүрелмәгәндер.
– Ярай, егеттәрҙе әҙерәк көтәм дә, ҡарармын...
– Әләйһәң, йомошҡа йөрөп әйләнәм. Малдар ҡайтһа, индер ҙә ебәр ялан кәртәгә.
Йомошо һылтау ғыналыр: утарҙағы һуңғы яңылыҡтарҙы күреп-ишетеп ҡайтырға ниәте.
Ҡояш Елмәрҙәктең көн битләүҙәренән уңға, тәпәшерәк армыттарға һалыулай. Ара-тирә һалҡынса ел иҫкеләй, тимәк, тәүге ҡырауҙар ҙа көттөрмәҫ.
Эт өрөп, тоноҡ тырылдау ишетелгәс, оло ҡапҡаны шар астым. Ҡайттылар. Йөҙҙәре шат, берәй нәмә атҡандарҙыр.
– Үҙең ҡушҡанса, ике әтәс: береһе – йәш һуйыр, икенсеһе – елле ҡор. Снайпер икән ҡустың!
– Бик хуп! Мунсаға сап, битеңә батҡаҡ сәсрәгән. – Дуҫ шундуҡ ризалашты.
– Зыян итмәҫ. Иртәгә – ике оперативка: тәүҙә үҙем үткәрәм, шунан районға елдерәм.
– Балыҡ бирһәң, баулап бир, ти торғайны олатай мәрхүм, – тинем ҡустыға мотоциклын аҙбарға этешкәндә.
– Аңланым, – ти ул. – Уны ни, эҫе һыуға батырҙыңмы, йөнө-ҡанаты анһат ҡына йолҡола. Еңелсә тоҙлап, кесерткәнгә урайһың да сепрәккә төрәһең – аҙна буйы боҙолмай.
– Белгәсең, маладис, һуйыры – миңә, ҡоро – ?..
– Шыбаға тотторам әле тәүҙә, ә, юҡ... – Ҡусты, ғәҙәтенсә, шырпыһын сиртеп-сөйөп ебәрҙе. – Һүрәтле яғы төшһә, һуйыр һинеке булыр... Оттоң әй!
Ҡай арала айнығандыр, ихатаға ҡулына ҡапҡаслы биҙрә тотоп, Яҡшыбай килеп инде. Артынса – ҡарсығы, уныһы ҡултығына таҫтамал менән көпләүле табаҡ ҡыҫтырған.
– Әҙәмгә һанамағас, килмәгән булдығыҙ, – тине үпкәләберәк Яҡшыбай. Ҡатыны ла өндәште:
– Йомшаҡ ҡына бешкән баш-тояҡ... Хәзәйкә ҡайҙа һуң? – Тура йәйге өйгә инделәр ҙә һауыт-һаба шалтыратырға кереште былар.
Эйәртенешеп, тиҙҙән әсәй, апай менән еҙнә бәләкәй ҡапҡа аша уҙҙылар. Харрастың танауы шешмәк, етмәһә, сөгөлдөрҙәй сейләнгән. Ул арба янына барып, ветеринарҙы уятырға тотондо.
– Тор әле, абзый, тор! Аҫтың ҡоромо? Ана, персидәтель шелтә сәпәйем, ти үҙеңә.
– Ярамай, гвардеец таһа мин! – тип егеттәрсә ҡалҡынды урынынан ветеран. Яурынына таҫтамал һалып, эргәләренән үтеп барған дуҫ та юлдашын мәрәкәләне. – Ял көнө шелтә йә иҫкәртеү ҙә таман! Эйе, тиң, иптәш Рәхмәтуллин?
Әллә кисәге көн ҡабатланамы? Шул уҡ кешеләр, шул уҡ ихласлыҡ, ябайлыҡ, тәбиғилек. Гәрсә ғүмер баҡый ошонда йәшәгәнбеҙ, ошо тормошҡа күнеккәнбеҙ. Айырма бары шул: кисә – күрешеү, әле – оҙатыу. Шуғамы, күңелдәрҙә моңһоу тулҡындар ҙа тирбәлгәндәй.
Харрас менән Яҡшыбай ҡабат бәрлегешерҙәрме? Әлегә уны-быны белгертмәйҙәр, бары ятһыраған кеүек ҡыланыштары. Бәлки, көндөҙгө ыҙғыш онотолғандыр. Икеһе лә кенәсел заттан түгел былай. Ветеринар ҙа нилектән ғауға ҡупҡанын төшөнмәҫлек ине, шикелле.
Түшкәләрҙе тәрбиәләп, һуйырҙы – оло өйҙөң һалҡынса баҙына, ҡорҙо ҡул осона – синнеккә ҡуйғансы, асыҡ ишектән кисәгенән дә хислерәк йыр-моң ағылды:
Ҡалды ғына тауы, ай, ҡалд(ы) инде,
Һары ла сәскә-улән алд(ы) инде.
Аталарҙан бала, ай ҡалд(ы) инде –
Бәхеткәйен бирһен Алл(а) инде.
Өйгә яҡынайыбыраҡ тыңлайым, әҫәрләнеп, бер мәлгә өнһөҙ ҡалған табын яйлап үҙ ибенә инә.
– Рәхмәт, тиңдәш, булдыраһың! – Ветеринар тауышы.
Быныһы Харрастыҡы:
– Бәй, был көйөңдө урманда ғына мөңрәй торғайның элек. Айыуҙарҙы аптыратып!
– Ана шул Ҡалды тирәһендә һуғыш осоро төрлө йыныс халыҡты плинный һымаҡ эшләткәндәр. Ас тотоп, һыуыҡ барактарҙа ятҡырып... – Әсәй ҙә ишеткәндәре менән уртаҡлаша, ә апай, абайлап, тоҙлап туралған оҫҡондоң ҡырҡыу, танһыҡ еҫе тышҡа уҡ бөркөлгән өйгә әйҙәй. – Бәсмилла, ниңә кермәйһең ул? Ҡунаҡтарыңды һыйла әйҙә.
– Сипарат айыртамы унда ҡәйнеш? – Әлеге лә баяғы Харрас – Ин әйҙә, тәмәкесе! Шул зәхмәттән тәки ҡотолдом үҙем!
Күп тә үтмәй, дуҫым аяғүрә баҫты, хушлашыу ҙаһа ниәте. Ваҡыт ҡыҫа шул, яҡтыла ҡуҙғалыу фарыз. Ҡыҫҡа, ләкин яғымлы әйтте. Халыҡ алдында сығыш яһауға шымарып баралыр.
– ...Башҡорт индеецтары ошонда йәшәй икән. Боронғо кәсептәрҙе, йолаларҙы, йырҙарҙы, хатта ризыктарҙы онотмайһығыҙ. Йә, бынау оҫҡон йыуаһы – иҫке ауыҙға яңы аш бит. Саҡырылмай килһәк тә, онотолғоһоҙ ҡәҙер-хөрмәт күрһәттегеҙ. Иҫән-һау тороғоҙ, Хоҙай һәммәгеҙгә лә оҙон ғүмер бирһен. Рәхмәт, туғандар.
– Үҙегеҙгә рәхмәт, юлайҡан улымды апҡайтып, ҡымыҙ тәмләтеп китеүегеҙгә, – тине әсәй. – Күңел бөтәйеп ҡалды әле һеҙ килгәс...
– Совет власы Елмәрҙәк аша уҙа алмаған, тиҙәр ине элек, әле лә шул тормош... – Ҡустым быныһын үртәлеберәк ысҡындырҙы, буғай.
– Аптырағандың көнөнән йәшәлә инде – Фекерҙе ҡеүәтләп ебәрҙе апай.
– Ниндәй тупик... төбәк һуң был? Бешәлекме әле? – Ҡыҙмаса ветеринар, әйтеш ойошторған кешеләй, һүҙҙе әле бер, әле икенсе яҡҡа һаплай.
– Ҡарағайҙың бер төрө бешә була. Сайырһыҙырағы. Ағыраҡ шыршыны шыжы тибеҙ. – Харрас белгәнен ышаныслы аңлата.
– Ҡайтмағыҙ төнгә ҡарай... – Яҡшыбай ҙа мыңғырлап ҡуя. – Һарыҡ салам.
– Мин риза ла ул, командирым бар бит әле, эйе, тиң, кейәү? Вперед, тип‚ йүгерһә, ятып ҡалыу килешмәҫ. Кем апарып ташлай мине аҙаҡ?
– Ауылдарға йөрөһәң, сумкаңды аҫып, вис булыр. – Харрас һаман мәҙәк эҙләргә тырыша. – Тәкә-мәкә бестереп...
– Йә, леспромхоз йылҡыһын күп көттөк, исмаһам, ҡымыҙ ҙа бешмәгәнбеҙ. Кәбән ҡойған өсөн, ошоно ҡабул ит, энекәш. – Апай ҙа рәхмәтле: дуҫыма үҙе бәйләгән йөн ойоҡбаш, ә ветеринарға бейәләй тотторҙо. – Аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын, тәкә бескәндең әжере, мә.
Ниҙер иҫенә төшкәндәй, әсәй соланға сыҡты ла яртылыҡ банкалар индерҙе.
– Биғәйбә, аҙаҡҡы ай эшләйем, эйе, тиң. Бестем дә мин, эстем дә мин! – Шаңҡыбыраҡ ултырған Яҡшыбайҙың ҡабат күңеле ирене.
– Ҡайтмағыҙ, һарыҡ һуям таң һарыһынан.
– Һуям да фуям. – Түҙмәне, ирештерҙе киҫекһеҙ Харрас, тик апай осаһын семтенеме, тиҙ шымды. Хужабикә арлы-бирле йырлап, хуш аяғын тәҡдим итте.
Нисек килдегеҙ һеҙ беҙгә
Төшмәйенсә Иҙелгә?
Ҡәҙерле ҡунаҡ һеҙ беҙгә,
Ней хөрмәт күрһәтергә...
– Йәлке, күрмәнегеҙ хәзәйенде: Беларитка киткәйне һатлыҡ өй һайларға. Күсәбеҙ балалар эргәһенә. Бальнис яҡын була... Ғәфү итегеҙ, мактағасһығыҙ, күстәнәскә оҫҡон булһа ла бирәм... Улдарым яҙ күп апҡайтҡайны...
Харис та йомартланмаҡсы – ҡустыма ипле генә йомош ҡушты.
– Бар әле, ҡәйнеш, минең муҙыйҙан... – Биш бармағын тырпайтып, маңлайына терәне, – Ун өс саталыһын...
Нимәһен килтереүҙе үтенә? Музей тигәнен күргәйнем былтыр: һабан төрәне, әллә ҡасанғы ҡул тирмәне, ағас сығыр, кирәм, балға кеүектәре, моғайын, нәҫелдән ҡалған монаят. Үҙе йыйғаны ла бихисап, һунар саңғылары, ат ҡыңғырауҙары, багор кеүек шором-боромо – үҙе йылҡы көткән, диләнкә ҡарауыллаған саҡтан йыйынтыҡтыр. Шунда уҡ тал ҡайыры, селек һепертке, ағас көрәк бәйләмдәре һаҡлана. Ана шул шаҡы-шоҡо келәте өсөн ейәне, каникулдан ҡайтҡас, дедушканың музейы бар, тип маһайған мәктәптәрендә. Уҡытыусылары, ҡыҙыҡһынып, малайҙың әсәһенә барып, белешеп тә йөрөгән, ти.
Булыр... Әлегә минең хәтергә дуҫымдың «Башҡорт индеецтары...» тигән шаяртыбырак, мәгәр ярайһы тапҡыр сағыштырыуы һеңергә ынтыла. Үткән-һүткәнде ҡәҙер итә белә бешәлектәр. Гелән өс-дүрт ғаилә генә үҙ-ара аралашыуҙан екһенеп тә бөтәләрҙер... Һынамсыл уй-хистәремде уртаҡлашҡан ише, ҡапыл ғына бәләкәй өй моңһоу һиллеккә сорналды, Харрас та ылбырап бешкән тояҡ мөнйөүҙән туҡтаны.
Колхоз башлығы тәҙрә төбөнә ҡуйып торған барсеткаһын алып асып ҡараны ла, кәңәшләшкәндәй, күршеһенә шыбырланы. Ветеринар эйәк ҡаҡты, ниҙер әйтте лә кеүек.
– Үпкәләштән булмаһын, юл хәйере таратайым әле, туғандар. – Дуҫым уң ҡулынан уң ҡулға шыптырлап торған унарлыҡтар тотторҙо.
– Ярай, һуң, хәйерле юл. Иҫән-һау ҡайтып, сәләм тапшырығыҙ. Доға ҡылайыҡ... – Юлаусыларҙың һорауы буйынса, ашҡа амин тоттоҡ.
Беҙ сығыуға, ҡустым оло өй соланында ултыра ине. Егәрле генә шул – кәртә артлап елеп кенә йөрөгәндер. Эргәһендә бик күрмәлекле мышы мөгөҙө – бая Харрастың йомаҡ ҡойғандай «ун өс саталы» тигәне ята. Тимәк, бүләк итмәксе еҙнәкәй дуҫыма. Бер ҡараһаң, әрһеҙ, тупаҫ кеүек ул, әммә, бешәлектәр әйтмешләй, эре, дөрөҫ, ваҡай түгел. Ана бит, кәрәк саҡта былағайланмай. Әйбер-фәләнегеҙҙе онотмағыҙ, юлға аҙыҡ алығыҙ, ти. Өҫтәп тә ҡуйҙы әле:
– Ашыҡмағыҙ. Машинаны Яшка кисеүенә терәгеҙ, урауҙан күпергә барып йөрөгәнсе...
Ҡасан, кемдәр генә оҙатылмағандыр әлеге кисеүҙән. Ошонда кешеләр айырылыша: йә ваҡытлыса, йә ғүмерлеккә. Бешәле лә, ана, яҙҙарын ярһып-тулап, йәйҙәрен наҙлы сылтырап, тауҙарҙағы ғәзиз сығанағы менән мәңгегә хушлаша ла даръяларға ашҡына.
Машина артыҡ геүләмәй генә ҡабаҡ иңкеүенә туҡталды. Кабинала ауыр мөгөҙҙөң йәйенке саталарына үңәсен терәп, ауыҙ йырып, Харрас та килә. Төштөләр. Көндөҙ ҡолонон дауалатҡан ханым, йәнә арҡаһына мәктәп сумкаһы артмаҡлаған һонтор малай ҡайҙалыр бармаҡсы, шикелле.
Оҙатыусылар ҡамауында уны-быны тыңлап, уңға-һулға ҡаранып, ветеринар ҙа килеп етте. Танығандыр йомороҡас ҡатын-ҡайҙы, юғиһә һорашыр инеме:
– Ҡолоноң ни хәлдә, һеңлекәш? – тип.
– Арыулана, рәхмәт инде. Һеҙгә ултырып рудник яғына барырға ине. Иремә ашанты-маҙар илтәм.
– Ярай, ярай. Ә ҡолондо кем ҡарай һуң? Яраһын таҙартып, дарыуын яңыртып һөртөр кәрәк тә...
– Килештем Харрас ағайҙар менән.
Ҡустым һонтор малай ярҙамында кисеүҙәге арбаны ситкәрәк һөйрәне.
– Арба, сана... Сана, арба... Бәй, кашауайығыҙҙы колхозға алырбыҙ тип һөйләшкәйнек тә. – Ветеринар аңшайып дуҫҡа, әсәй миңә төбәлде.
– Горыдта кашауай нимәгә хәжәт? – тинем дә, ҡустыны саҡырып, хәлде аңлаттым, ул шундуҡ ризалашты. – Алыусы барҙа, елгәрәйек.
– Ни хаҡ? – Дуҫым барсеткаһынан йөҙәрлектәр һурып ҡыштырлатты. – Тә-әк, тәүҙә... быныһы ағайға – мөгөҙ өсөн. Быныһы – гармунсыға... Һ-м, бензин өсөн. – Харрас та, ҡустым да, әҙәп һаҡлап, алмай маташты, ҡатындарҙан берәү, алығыҙ, хәләл бит, тигәс, ҡустым аҡсаны түш кеҫәһенә, Харрас, юрамалдыр, ойоғона ҡыҫтырҙы һәм, кабинанан мөгөҙҙө аймап, рәйескә тотторҙо.
– Оһо-һо, һәлмәк!
– Мөгөҙлө өйҙә ыҙғыш ҡуба... – Яҡшыбайҙың йәмәғәте бытылданы быны.
– Боронғо ырым даһа, – тине апайым. – Хәҙер ни...
– Быныһы – сана өсөн. – Дуҫым биш йөҙ һум тотторғас, әсәйҙән буш бланкыға имзаһын сыймаҡлатты. – Йә, туғандар, йыуайыҡ та алыш-биреште, һыпыртайыҡ үҙебеҙҙең илдәргә.
– Бәй, санағыҙ ҡайҙа?
– Кире боролмағыҙ, юлығыҙ уңмаҫ, йә ни... Хәҙер үҙем тыздыйтып килтерәм. Әйҙә, малай. – Ҡустыбыҙ уҡыусы балаға өндәште. – Сумкаңды һерәндәтмә, ҡалдырып тор.
– Гармуныңды әпкил, мортой! – Ҡысҡырып ҡала Харрас, – Әтеү яусыға бармам!
Бер-ике һүҙ һөйләшкән арала тутығыраҡ табанлы кашауайҙы һарғылт йәшкелт сирәмдән һөйрәп тә килтерҙеләр. Гармун да ята эсендә эшем эйәһеләй.
– Риза булып ҡына ҡалығыҙ, йәме? – Ветеринар һәр береһе менән ике ҡуллап хушлашырға тотондо. Беҙ ситтәрәк гәпләшәбеҙ. Дуҫыма иртәгә төштән һуң ҡустының мотоциклына менгәшеп Инйәр тирәһендә оло юлға сыҡҡас, нисек тә Өфөгә ҡайтасағымды аңғарттым.
– Бына шулай: һеҙгә – һулға, беҙгә – уңға. Башҡортостан уртаһында ятҡан ошо тирәгә Елмәрҙәкте ике төрә артылып килер-ҡайтыр кәрәк. Тәүҙә – кисә беҙ уҙған тапҡырҙан, икенселәй – урыҫ «Ҡәйнә теле» тигән яманатлы бөгөлдән. – Дуҫым, эйе, эйе, тип йөпләй, ә мин, хискә бирелеп, боронғо йырҙы ҡыҫҡартып ҡына көйләйем: «Елмәрҙәкәй тауы артта ҡалды – менгән атым боролоп ҡарайҙыр...» – Рәхмәт егетлегеңә! Әсәйҙәр күсенһә, бигүк юл төшмәҫ әле был тирәгә.
– Тыуған ауылың ҡай тәңгәлдәрәк? Ун ике саҡрым, тигәйне кемдер...
Ҡулымды уңғараҡ, көнбайышына табан, һелтәйем:
– Аҙым һайын кисеү, аҙым һайын тау ҙа таш – әлеге машинаң да, ай-һай, уҙа алмаҫ. Олоғор һырты, Бәләкәй Ҡалыу. Артабан – Оло Ҡалыу, Алатау...
Бер килке шымып ҡалдыҡ. Кашауай кузлаһында гармунсы «Етегән шишмә» көйөн апаруҡ еренә еткереп уйнай, үҙе әкрен генә мөңөрәй.
Етегән шишмәләргә йөҙөк һалдым...
Ни ғәжәптер – берәү ҙә ҡушылмайсы йырға. Хәйер, бешәлектәргә берәй ҡасан шишмәләргә йөҙөк һалып йөрөү форсаты тейҙе микән? Шуға күтәреп алмайҙарҙыр атаҡлы ғына йырҙы, тип һығымта яһайым эстән генә.
Бына Рәхмәтуллин Харрастың тарамышлы ҡулдарын һелкетеп-һелкетеп ҡыҫты ла, юл аяғын сытайыбыраҡ һелтәп ҡуйғас, ауыҙ-моронон бармаҡ остары менән һыйпай-һыйпай, Якшыбайға ынтылды. Тегеһе быны ләм-мимһеҙ киң ҡосағына алды, яурынынан һөйҙө. Рәхмәтуллин да яшыҡ, оҙонсараҡ ҡулын ҡорҙашының арҡаһына ҡуйҙы, һыйпарға уйлап, усын шылдырғайны... ҡапыл һиҫкәнеп, Яҡшыбайҙы этеп ебәргәндәй итте лә, ҡабат үҙенә тартып, күкрәгенә ҡыҫты:
– Фронтовик?!
Барыбыҙ ҙа ветерандың был сәйер ҡыланышына аптырап, өнһөҙ ҡалдыҡ. Ул да өнһөҙ-һүҙһеҙ Яҡшыбайҙы әйләндереп, рөхсәтһеҙ-ниһеҙ күлдәген өҫкә һыпырып ебәрҙе:
– Ҡайһы фронтта, эйе, тиң, яраландың?
Тыңлаусан алаша ҡиәфәтендәге Яҡшыбай аҙап ҡалғайны, шулай ҙа оҙаҡ көттөрмәне, асыҡ итеп, хәрбиҙәрсә:
– Третий Украинский, – тип яуапланы.
– Ну-ка, ну-ка... – Ветеринар бының яраһын һыйпап, имсе кешеләй һығымта яһай. – Тә-әк, минамы? Эйе, тиң, уң яҡтан, ҡабырғанан бәргән...
Гармундың ҡапыл сыйылдап-тызылдап туҡтап ҡалыуына аптырап, ҡустыма баҡтым. Ул, иҫәңгерәгән кешеләй, Яҡшыбайҙың арҡаһына текләгәйне. Дуҫым да: «А-ба, хәтәр ҙәһә йәрәхәте!» – тип ҡарашын ситкә алды. Бешәлектәр генә, аптырамағандай, таҡмазалап бейешергә самалаған кеүек тыпырсына.
...Ҡалаҡ һөйәге әллә ниндәй төҫтәргә кереп, өңөрәйеп уңалған. Яра йөйҙәрен күргәс, ытырғанып китәм: гүйә, мина ярсыҡтары үҙемдең бәғер иттәрен телгеләй. Ирекһеҙҙән күҙгә йәш эркелде, ирекһеҙҙән башым түбән эйелде. Ветеринар иһә үҙ мәшәҡәтенән һаман төңөлмәй.
– Дәү ҡыйпылсыҡ, гәзиттәр яҙғанса, ярсыҡ ҡаҙалған икән. Нисек үтә сыҡмаған – дөңкәйер инең минутында уҡ. Шунлыҡтан уң күҙең яйыраҡ асыла, аҫҡы иренең тартышыбырак тора. Обшым, уң кәүҙәңә...
Харрас яҡынайҙы эргәләренә, һаман моронон тығып килә. Ә юҡ, был юлы мәсьәләгә һәүетемсә, тоҙһоҙ мәрәкә-тәләкәләрен ҡуйыбыраҡ ҡыҫылмаҡсы.
– Юрамал бәйләнәм бит Яшкаға, никакой һуғышты күрмәгәнһең, яурыныңды ботаҡҡа тишкәнһең, тип. Дасадым килгәнгә бәйләнәм – остоҡ та дүкәминте юҡ, түшендә ялтыр-йолторо юҡ, пинсейәһе бәләкәй... Әйт, булдыңмы һуғышта? Әйт, әллә үтә брастуй һин, әллә инте бер һиңмай...
Яҡшыбай ни асыуланырға, ни йылмайырға белмәй:
– Өс көн генә булдым. Ҡоланым... Беренсе атакала уҡ.
– Фронтовик һаналырға, эйе, тиң, передавуйҙа өс тәүлек айҡашыу – закон буйынса таман... – Ветеринар Яҡшыбайҙың күлдәген ысҡындырҙы, Харрас иһә аҫҡа тиклем төшөрөп, ипләберәк ҡуйҙы.
– Юрамал бәйләнәм бит мин һиңә, ә һин, һармаҡ...
Апайҙың: «Хыуатит! Тағы бешелергә ҡырсынаһыңмы?» – тиеүенә ыжлап та бирмәне Харрас, барыбер иҫтәлегенең осона сыҡты.
– Ыстансанан саҡ-саҡ атлап ҡайтҡаныңды хәтерләйем. Йондоҙло бәрәс бүрек, яғаһыҙ һырма, март һыуығында итек кейгәйнең. Арҡаңда – вишмишок... Берәй мидәле юҡмы бының, тип ымһынғайныҡ әле малай-һалай. Брастуй кәмфит өләштең – шуның тәме һаман тел осомда.
– Биғәйбә... – Колхоз башлығы бешәлектәр менән хушлашҡан арала Рәхмәтуллин түшенән 1941 – 1945 йылдар һуғышында каскалы һалдат кәүҙәләнгән еҙһыу-ҡыҙғылт билдәһен ысҡындырып юғары күтәрҙе лә бойороҡ биргәндәй һөрән һалды:
– Ағай-эне, шым ғына ҡарап тороғоҙ. – Бешәле буйында йорт өйрәктәре быжҡылдағанын, аръяҡ кисеүҙәге турғайҙар фырылдашҡанын иҫәпкә алмағанда, тирә-йүн бер аҙға тып-тын ҡалды.
– Рядовой... Яшка, ә, юҡ, Яҡшыбай Яҡшығолов тәүге бойҙа уҡ батырлыҡ күрһәткәне өсөн ошо знак менән наградлана. – Ветеринар Яҡшыбайға яҡынлашты. Тегеһе ҡарышты, билдәнең аҫты-өҫкә тәңкәләй ялпылдаған ҡулды ситкәрәк этәрҙе.
– Бер батырлыҡ та күрһәтмәнем мин. Үҙеңә кәрәгер...
– Ил өсөн ҡолау – ҙур батырлыҡ! Ә һуғышта ғүмер тигәнең – ҡыйылсыҡ ҡына ул! – Рәхмәтуллин йәштәшенең күлдәк кеҫәһе тирәһенә билдә беркеткәндә, әҙерәк ҡупайырға ла, бешәлектәрҙе битәрләргә лә онотманы. – Минең өсөн борсолма, гадук. Түшем тулы орден, тик ошоғаса участник удаставиренйәһе алмағаныңа кем ғәйепле? Бөтәгеҙ ҙә ғәйепле, тип уйлайым. Мынау уҡытыусы ҡәрендәш ниңә юллашмай яталыр? Мынау журналист энекәш тә... – Әллә «бошонмаҫ», әллә «эшкинмәҫ» тиеберәк бумпылданы ветеран, һөрәнләп әйтһә лә, үпкәләмәҫ инем. – Яҙмаһағыҙ, үҙем яҙам, валлаһи. Рәхимовҡа яҙам, эш сыҡмаһа, Мәскәүгә яҙам, эйе, тиң... Таҡта элегеҙ, элегеҙ өйөнә, «бында ветеран йәшәй» тип...
Билдә тағылғас, ҡатын-ҡыҙ сәпәкәй итте, дуҫым, шунан мин таш һындай баҫып торған Яҡшыбайҙың ҡулын ҡыҫтыҡ.
– Мынан кире әйтмәм теге һүҙҙе, йәме. Иртәгә үк ҡапҡа бағанаңа фанир йондоҙ ҡағам... – Әҙәмсә ҡыуана белә икән Харрас та.
– Яҙыр кәрәк. – Быныһын дуҫ әйтте.
* * *
Яҡшыбайҙың китек тешле әбейкәйе туйтаңлап аласығынан тиҙ генә алъяпҡысын төрөп тотҡан көйө кире әйләнде һәм юлаусыларға ла, ҡустым менән миңә лә төтөндә ыҫланған, төбөндә ылаш эҙҙәре һыҙатланып, тышы еңелсә ҡарайып ҡатҡан эре генә берәр баш ҡорот тотторҙо.
– Рәхмәтуллиндан рәхмәт, – тине ветеран бөтәбеҙ исеменән. – Йәш ҡорот бар ул беҙҙә, бар, ә бындай ҙа таш ҡоротто оноттоҡ ниңәлер.
– Мал бескәндә кеҫәңдә генә йөрөт, йәме, – Харрас йәнә көләкәсләнә бара. – Шәп закуска бит!
Дуҫым сәғәтенә күҙ һалды:
– Әйҙәгеҙ, кашауайҙы кузовҡа ырғытайыҡ. Өҫтөнә апай менән малай ултырыр...
Ике-өс эт машинаны аръяҡтағы алаңғырткаса лау-лау өрөп оҙатып барҙы.
...Журналист... Утлы йәшлегендә яу ҡайтарған, аҡһап-туҡһап әлегәсә ауыл ерендә иң кәрәкле кәсебен ташламаған ветеринарҙың сетерекле баһаһы сәмемә тейҙеме, әллә Яҡшыбайҙың, ҡан ҡойоп та, ветеран иҫәпләнмәй, тыштан ҡырыҫ, меҫкен – бәлки, миңә генә шулай тойолалыр – әрнеүле йәшәп ятыуының сәбәбе, ғөмүмән, яҙмышы-булмышы ғәмләндерҙеме, асығын иҫләмәйем, әммә башҡалар таралышҡас, ҡабаҡ башында бер аҙ торҙоҡ. Харрас эргәбеҙҙән иң аҙаҡ китте, ә юҡ, тәүҙә танау тирәһен ыуғылап, үпкәләгәндәй итте:
– Әбидне, ну ладны... Йыуҙырмайһыңмы ни үрдинеңде?
– Пинсейә алғас, ат егеп барып киләм – шунда ҡарарбыҙ, – ялтас яугирҙың бая Рәхмәтуллин элгән билдәне сәбәләнмәй генә күкшел күлдәгенән ысҡындырып, киң генә салбар кеҫәһенә тыҡҡанын һиҙҙем.
– Ладны тиң, миңә лә берәй ток шәкәр апҡайтырһың, йәме? – Ауылдаштарҙың кесерәге көтөү ҡаршыларға ашыҡты, өлкәне башын һелкте.
– Әйҙә әле. – Әңгәмәнең маҡсатын әҙ-мәҙ тоҫмаллап, кисеүҙән аҫтағы бүкән таш яғына ынтылам, – Ҡыйынһынмай, бер генә һорауға йәшерен-батырынһыҙ яуап бир: нилектән?..
– Етмешенсе йылдарҙа микән, лесхозда эшләп йөрөнөм. Посадка сәсәбеҙ, бесән сабабыҙ, көрәк юнабыҙ, дуға бөгәбеҙ... Калхузниктар килгеләне элек мал һимертергә. Еҙем буйында яттылар. Кәртә ҡороштом, өй һалыштым он-фәлән, быҙау хаҡына. Лавка бар ине ул саҡта, ара-тирә кәгәбеҙ.
Бер яуын көн урмандан ауа-ауа утын тейәп ҡайтыуыма, көтөүселәрҙең старшийы минең иҫәр бисә менән йырлашып ултыра, әй. Ҡыҙғанып, бисәне ҡамсы менән жар, калхузнигын, к...тенә тибеп, ҡыу мин...
– Уныһын булдыраһың! – тинем һуҙыбыраҡ, ә яугир үкенгән төҫлө дауам итте:
– Махорка тарта инем ул саҡта, соланға сығып инеүемә, үсегеп, бисә вис кенә дүкәмиттәрҙе ут тамағына – һо-оп! Ғәйебе лә юҡ ине, бер уйлаһаң. Көтөүсе мине һыйларға тип ингән. Аҙаҡ яраштыҡ, кешегә белгертмәй генә...
Ҡартлас бер килке өнһөҙ ултырҙы, мин дә йылғасыҡ йырҙаһына уҡталдым: гәлсәр һыуҙарҙың тулҡын ҡағышы һис тә генә ҡабатланмай. Кеше яҙмыштары ла шулай.
– Элегерәк франтауиктар быуа быуырлыҡ ине. Күбеһе танау сөймәне, юҡ-барға зарланманы. Хөкүмәт ҡәҙер күрһәтә башлағас, һуғышҡаны ла, йүнләп һуғышмағаны ла кәпәренә хәҙер. Мин дә танытма юллап ҡараным – юҡ шул!.. Алтмыштан пинсейә генә сығарттым; мәтрикә юҡ, паспырт юҡ, ваянный билет тә, прафсаюзы ла. Өфөләге архивтан ҡағыҙ килгәс кенә пинсейәле булдым. Йыл үткәсме, вайынкаматҡа барып әйләндем. Аҙаҡ өйгә аңлатма килеп төштө: ятҡан госпиталемдең бер нумеры тура килмәй – яңылыш яҙғандыр берәйһе. Биш-алты йыл элек Билариттағы ҡыҙым ҡабат етәкләп алып барҙы. Собис тигәне – вайынкаматҡа, вайынкаматы әллә ҡайҙа ебәрә – төңөлөп ҡайт та кит. Әле лә әйтәм: кәрәкмәй, юҡҡа маташмайыҡ. Инһәм – бар, сыҡһам – юҡ, шулайыраҡ үтер инде ғүмер...
– Рәхмәтуллин нимә ҡушты, ә? Әллә һаман ыҙалатамы контузияң?
– Уң ҡолаҡҡа ҡатыраҡ мин, һ-м, әйткәндәрен тотош ишеттем. Ярай, яҙып ҡарайыҡ, бер-бер дуҫың да һорашыр.
Дөрөҫ ине фекере. Иртәнсәккә ниндәй рәсми ҡағыҙҙары бар, шуларҙы барлап ҡуйыуын үтенеп, элекке оло урам осондағы суҡ баланлы йорт яғына йүнәлдем. Бензинын сәлдермәһендәр тип, тәүлек буйы урамдағы машина күсәренә бәйле торған һоро эт һырпаланып ҡаршыланы мине.
* * *
Иртәнсәк һалҡынса, тау айырсаларын томан ялмағайны. Атаҡ-атаҡ, өйрәктәр йомолоп оса! Үрләскә, Бешәлек баш алған тошҡа бит әле. Тау үңерендәге шырлыҡта күрәнле ҡылы бар, шунда оя ҡорғандарҙыр.
Көтәүләгән ағай. Эргәмә сығып күрешкәс, кисәге һымаҡ ҡабаҡ түшендә байтаҡ торҙоҡ. Бала-сағаһы ни хәлдә, утын-бесән еткергәнме, һыуҙарҙа балыҡ, ҡырҙарҙа йәнлек бармы, юл һалмайҙармы бында – байтаҡ гәпләштек тә ихатаға индек. Бөтә ҡаралтыһы иҫке, өйҙәге күренеш тә шыҡһыҙыраҡ. Гүйә, көнитмештәре уҙған быуат урталарында шып туҡтаған, һынамышымды ҡеүәтләгәндәй, ҡола ялан стенала герле сәғәт текелдәй. Осратырһың хәҙер бындай ҡомартҡыны!
Өҫтәлдә беҙгә тип ҡуйылған ул-был ризык күренештерә. Ағай барлы-юҡлы ҡағыҙҙарын дәү ағас һандыҡ өҫтөнә теҙгәйне.
Ай-һай, ҡойто, ләкин чиновниктарҙың кеше яҙмышына вайымһыҙлығына шаһит ине улар. Ете ҡат үлсәп, бер тапҡыр ғына киҫеү фарыз – ялыу түгел, үтенес хатын кәмендә республика хәрби комиссарына ебәрергә ҡарар итәбеҙ. Мөрәжәғәт урмансылар почтаһынан китергә тейеш – төштән һуң шуны һалып уҙасаҡбыҙ ҡусты менән.
Яҡшыбайҙан һөйләтәм, үҙем кәрәк кенә фекерҙәрҙе ҡараламаға теркәп барам.
«Мин, Яҡшығолов Яҡшыбай... 1926 йылда... тыуғанмын. Башҡорт, фирҡәһеҙ, грамотаһыҙ, рядовой, пехотинец... – былары кәрәкмәҫтер тип, аҫтына һыҙып ҡуям. – 1944 йылдың ҡара көҙөндә 3-сө Украина фронтына эләктем. Айҙан ашыу резервта йөрөгәс, ғинуар баштарында Будапештка яҡынлаштыҡ. Ротаға фашистарҙың ДЗОТ-ына флаг ҡаҙарға приказ бирелде. Ләкин тәүге атакала уҡ ҡоланым: эргәмдә мина шартланы, ҡыйпылсығы янбашты өңөп керҙе. Санитар табып, аңыма килһәм – гимнастерканы ҡаным арҡама йәбештергән. Ике аҙна полевой госпиталдә, ике айҙан ашау Куйбышевка яҡын ҡаласыҡта – атамаһын онотҡанмын, контузия ла бар ине – дауаландым. Март аҙағындараҡ өйгә ҡайттым. 9 майҙы артелдә ҡаршыланыҡ, икеләтә паек бирҙеләр... Һуңғы ике һөйләмдә лә фәтүә юҡтыр.
Минең менән йәнәш атакаға барған сержант Захаров – Белоретта, ә рядовой Хәсәншин Инйәрҙә йәшәй. Тик һуңғы осор улар менән күрешергә насип итмәне...»
Былай ғына теҙеп сығыу килешмәҫтер. Нимә яҙыр инем, мәҫәлән, үҙем, Яҡшыбай урынында булһам. Ә ул шыпа томана түгел, илдәге үҙгәрештәрҙе үҙ елкәһендә татып йәшәгән әҙәм дәһә. Тимәк, тән йәрәхәтенә... күңел йәрәхәтен өҫтәргә!
«Мине һорана был, меҫкенләнә, тип уйламағыҙ. Хикмәт шунда: «Һуғышта ҡатнашыусы» тигән танытмам юҡ, бер ниндәй ҙә лыоталар менән файҙаланмайым, һаулығым арыу, инвалидлыҡ алырға теләмәйем. Дөрөҫ аңлағыҙ мине – яҡындарым, ауылдаштарым алдында үҙемде уңайһыҙыраҡ тоям...»
Кәрәгенсә ҡыҫҡартып, йомғаҡлап, таҙа дәфтәр битенә күсереп яҙғас, ҡысҡырып урыҫса уҡыным яугиргә. Бөтәһен дә төшөнә: берсә тештәрен ҡыҫты, берсә йылмайып маташты; «гимнастерка ... ҡан...» тигәнде алып ташла, минән дә хәтәрерәк яралылар бар ине, тип үтенде.
Хушлашырҙан алда Яҡшыбай шкаф тартмаһындағы ҡалай сәй һауытынан йөҙөк coҡoп сығарҙы. Аҡ көмөштән һуғылған ҡәҙимге йөҙөк, элек ундайҙарҙы ҡырҡтартмасылар һатып йөрөгән. Урта бармағыма кейҙереп ҡарайым – тормай, бушаҡ. Ниндәй баһадир булған эйәһе, тип һығымта яһайым.
– Атайымдың йөҙөгө. Яҙыуы ғәрәпсә, шикелле. Аресҡа алғанда, атай бармағынан һурып, әсәйгә ҡалдырған. Урыҫ алып китер һине лә, тип ҡурҡытып, мине өләсәйемдәргә индергәйнеләр... Аҙаҡ белдем: үҙебеҙҙең кешеләр ҙә йөрөгән, наган тағып.
– Ҡайҙа әле, ҡайҙа? Биҙәктер, тиһәм... Йөҙөктө алыҫҡараҡ тотоп, ҡабырғаһына ырылған яҙманы танырға тырышам, сөнки иҫкесәне әҙ-мәҙ беләм – хәрефләп, көскә уҡыйым: – Лә и-ла-һә ил-лал-лаһ.
* * *
Быйыл яҙ телевизорҙан Рәхмәтуллин ағайҙы күреп ҡыуандым. Ике байрамды бер юлы билдәләгән: Еңеү көнөн һәм үҙенең һикһән йәшен. Бына һиңә ветеринар, бына һиңә ветеран! Теге дуҫҡайым, йәғни кейәүе – район үҙәгендә уртасараҡ түрә хәҙер. Осрашҡылайбыҙ.
Белешеүемсә, Бешәлектә һаман өс-дүрт мөрйәнән төтөн сыға әле. Харрас менән апай һәүетемсә йәшәп ята. Тик эҫе йәйҙә Яҡшыбай ҡарт ҡына, етмеш туғыҙы тула тигәндә, гүргә ингән. Яҡындағы кәбәнен кәртәләп, тар һуҡмаҡтан ҡайтып килешләй... ауған. Инфаркт тигән зәхмәттең тәүге һөжүменән үк.
Тәҙрәһенән күренеп торған зыяратҡа ерләп, уҙамандың ҡәберенә яҫы, ҡалҡыу таш һөйәгәндәр. Ҡасандыр Рәхмәтуллин биргән билдәне, ҡасаба хакимиәтендә ололап тапшырылған алтмыш йыллыҡ юбилей миҙалын, йәнә атаһынан ҡалған аҡ йөҙөктө, ҡыҙыл бәрхәт йыртышына беркетеп, ҙурайтылған фотоһы аҫтына элгән, ти, әбейгенәһе...
Сабир ШӘРИПОВ.