Һаумы, Ҡояш!
Ҡайҙа олаҡҡайның,
Бирештеңме болот шаршауына?
Һине һағынып миктәп бер булғайныҡ,
Дауа бит һин йән-тән ҡаҡшауына.
Һаумы, Ҡояш!
Күктәр бейегәйҙе.
Күтәрелә күңел, өмөт тә бар.
Йәшәп кенә туймаҫ бер ғәмәлдер
Аҡтин ғына аҡтин был донъялар.
Һаумы, Ҡояш!
Ташлашмайыҡ сәле.
Сәхнә ит тә зәңгәр сөм һауаны,
Һин мәңгелек тә бит,
Ә бәндәнең
Ғүмерҙәре ҡыҫҡа, һанаулы.
Һаумы, Ҡояш!
Яҡты көнөм – сәләм!
Ҡот иңер ҙә донъя гөрләп торор.
Ер йомарт ул,
Ризыҡ-тәғәм һонор,
Тирҙән һуғарылып икмәк уңыр.
Һаумы, Ҡояш!
Ҡарашыбыҙ күктә,
Бында бер аҙ бара ығы-зығы...
Беҙ өмөтһөҙ шайтан түгел,
Ысын!
Илһам һөҙөп һинән, Раббыбыҙҙан,
Яҡты яҡҡа борһаҡ юлыбыҙҙы.
Тамара Ғәниева.