

Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Ойоҡбаштар кейеп аҡ йөндән.
Өрөп кенә, ашыҡмайса эсеп,
Ҡайнар сәйҙе шишмә һыуынан.
Ҡушымта:
Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Төндәрендә юрған бүлешеп.
Байрам һайын дуҫ- туғандар менән бергә,
Бер осрашып, хәлдәр белешеп.
Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Көҙҙәргә лә бергә керәһе.
Йылы ҡарашыңды тойоп - һиҙеп,
Бар ғүмерҙең ҡәҙерен беләһе.
Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Бер- береңә булып терәкле.
Ҡартаяһы килә икәү бергә,
Һинең өсөн тойоп кәрәкте.
Ирина Хәмиҙуллина.