

Тынысланыу бик әкренләп килде. Тормош Надяһыҙ ҙа барған һымаҡ ине, әгәр уны тормош тип атап булһа инде, ул дөм-яңғыҙ түгел, ейәнсәре, уның ҡыҙы янында. Әммә уларҙың үҙҙәренең тормошо, етмәһә, ҡышы ла бик оҙон, йәйен ир-ат менән өй алдында гәпләшеп ултырырға, домино, кәрт һуғырға булыр ине, исмаһам. Эс бошорғос! Тора-бара күңелендә, уйҙарында, хәтерендә ниндәйҙер үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Ҡайҙандыр алыҫтан, тәрәндән яртылаш онотолған тыуған тауыштар, көйҙәр, һөйләшеүҙәр ишетелгән кеүек тойолдо, йыш ҡына ауылы, ауылды уратҡан тауҙар, урмандар, туғайлыҡтар, яландар, йылға күҙ алд на килде. Телевизорҙан элек тә һирәк-мирәк башҡорт, татар концерттарын күрһәтәләр һәм бындай саҡтарҙа Сәмиғ ҡыуана, шатлана ине. «Надя, һиңә беҙҙең йырҙар оҡшаймы?» – тип һорай торғайны бындай саҡтарҙа Сәмиғ. «Матур йырҙыр ҙа, тик беҙҙеңсә түгел, олоған һымаҡ яңғырай. Миңә күберәк һинд йырҙары оҡшай», – тип яуаплар ине ҡатыны. Һәм бына ул үлгәндән һуң бер көн радионан башҡортйырҙарын ишеткәйне, тамағына эҫе төйөр тығылды ла күҙҙәренән йәштәр аҡты китте.
Унан башына сәйер уйҙар килә башланы. Әйтәйек, үҙемдең тормошто йәшәмәнем шикелле, икенсе яҙмышта көн иттем, ахыры, тигән фекер. Үҙенең халҡы араһында йәшәмәне, ят һүҙҙәр менән уйланы, уның телен, тыуған яҡтарының йыр-моңон белмәгән-аңламаған ҡатын менән йоҡланы. Улында ла, ейәнсәрендә лә башҡорт рухы, башҡорт теле, башҡорт һағышы юҡ.
Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоп, ул уйы менән ауылдағы йәшлегенә, Санияға булған мөхәббәтенә әйләнеп ҡайта һәм хыялында тормошон өр-яңынан башлап ҡарай. Армияға китер алдынан Сания кисен зыяраттағы ҡарт ҡайын янына килә һәм иртәгәһенә иртәнсәк Сәмиғты оҙатып ҡала. Хеҙмәтен тултырған Сәмиғ, һалдат кейемендә ауылға ҡайтып, Санияға өйләнә. Ҡасандыр булған ваҡиғаларҙы иҫенә төшөргән һымаҡ, хыялында ғына күҙ алдына килтергән тормошоноң һәр детален дә иҫләй Сәмиғ. Туйҙан һуң беренсе төндәре, һары сәстәренең иҫерткес еҫе, мунсала беренсе йыуыныуҙары. Оялсан бәхет. Тик ошоларҙы уйлаған һәм күҙ алдынакилтергән саҡта ҡараңғылыҡтан Надяның хәсрәтле, шул уҡ ваҡытта аңлаған, ғәфү иткән ҡараштары текәлеп баҡҡан кеүек.
Ниһайәт, оҙон ҡышты саҡ үткәргәс, ул тыуған ауылына ҡайтып, һеңлеһен күреп килергә ниәтләне. Поезда ярым онотолған башҡорт һүҙҙәре менән уйлағанын һиҙҙе, һеңлемә, йәшлектәге иптәш-дуҫтарға шулай-былай тип әйтәсәкмен,хәҙер инде улар ҙа ҡарт әбей, ҡарт бабайҙарҙыр инде, уларға үҙемдең Мәскәү тормошо хаҡында һөйләрмен, тип хыялланды.
Ауылға етер саҡта бала сағынан таныш ерҙәрҙе күреүгә ныҡ тулҡынланды.Ауылда уны нимә көтә? Нисек ҡаршыларҙар? Ә осрашҡас, һеңлеһен ҡапыл танымай ҙа торҙо. Үгәй әсәһенең һалҡын, уҫал йәмһеҙ йөҙө төҫмөрләнде. Бер ниндәй ҙә осрашыу шатлығы булманы. Сәмиғ күстәнәстәрен сығарғас ҡына – кәшмир яулыҡ, кейәүенә күлдәк, башҡалар – йөҙө йомшарғандай булды. «Бәлки, ҡайтмаҫҡа кәрәк булғандыр»,– тип уйланы Сәмиғ. Һеңлеһе иҫке, ҡаҡашып бөткән зәңгәр спортсалбарында, бигүк таҙа түгел кизе халатта, калошта йөрөп ята.Сәй эскәндә бәләкәй улының ҡалала милиционер булып эшләүен, олоһоноң колхоз һыйырҙарын көтөүен белде. Эштән илле йәштәр тирәһендәге кейәүе ҡайтты. Механизатор икән, йөҙө тәрән сырыштар менән йырмасланған – йәшенән иртә ҡартайғаны күренеп тора. Кем килгәнен белгәс, шатланған һымаҡ яһалма ҡиәфәт күрһәтте, өҫтөндәге майлы, бысраҡ кейемен дә һалмай өҫтәл артына килеп ултырҙы. Араҡы сығарҙылар, кейәүе тулы бер стаканды ауыҙына ҡаплағайны, ҡапыл ғына күҙҙәре аларып, йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ, асыу яғылды.Сәмиғтың, был һуғыша башламаһа ярар ине, тип ҡото осто.
– Беҙ бында һеҙҙе, мәскәүҙәрҙе, ашатыр өсөн бушҡа тир түгәбеҙ,– тине ул асыулы итеп.
Итектәрен соланда сисеп, өйгә йәш ир килеп инде. Иҫерек йөҙө шешмәкләнгән, күгәргән.
– Тағы йығылдыңмы? – тип ярһыны һеңлеһе. – Тағы шулай эскән көйө ултырһаң, улһине үлтерә бит. – Сәмиғ янына баш ҡағып өҫтәне. – Мәскәүҙән килгән бабайың.
Ир Сәмиғтың ҡулын ҡыҫты ла өҫтәл артына ултырҙы һәм, тамшанып, шешәләге араҡыға ҡараны.
– Фәрит! – тине ҡәтғи генә кейәүе, әйтерһең дә, улына һуғырға уйлай. – Атҡа эскән көйө менмә! Аяҡтарыңды өҙәңгенән сығарып та өлгөрә алмаҫһың, һөйрәп алып китәсәк. Имгәнерһең. Йә икенсе ат һора.
– Арыҡ ҡорсаңғыларҙы менгем килмәй,– тип мөңгөрҙәне Фәрит. Өҫтәл артынан ҡапыл ҡалҡынды ла өйҙән сығып китте – әйтеүҙәрен оҡшатманы.
***
Ауыл ныҡ үҙгәргәйне. Төҙөкләнгән, матурланған. Элекке клуб урынында аҙыҡ-түлек магазины ултыра, мәҙәниәт йорто тип аталған клубты үрге ауылға һалғандар. Өй ҡыйыҡтарында антенналар һерәйешеп тора, төнөн клуб, ауыл Советы йортоалдында ут яна. Урамдарға асфальт йәйелгән, еңел машиналар,мотоциклдар йөрөй. Ауылдың тирә-яғы ла элекке ише түгел, йылға икенсе юл һалып аҡҡан һәм, урыны-урыны менән ярҙы ашап, картуф баҡсаларына уҡ килеп еткән. Тауҙар элекке, әммә битләүҙәрендәге ҡалын ағастар аяуһыҙ ҡырҡылған, һырттар ялтас булып ята. Яратышҡан егеттәр, ҡыҙҙар осрашҡан теге ҡарт ҡайындың үҙе түгел, хәҙер төпһәһе лә юҡ, тирә-яғындағы эре-#эре таштар ҙа күренмәй – өй нигеҙен ҡороуға ташып алғандарҙыр.
Шулай итеп, Сәмиғ үҙенең тыуған ауылында йәшәй башланы. Йәшәүгә яңынан өйрәнде, телгә өйрәнде, ә ул, баҡһаң, бөтөнләй үк онотолмаған да икән,шулай ҙа үҫешмәгән, үҙгәрмәгән дә, ун һигеҙ йәштәге егет кимәлендә ҡалған.Ҡай мәл уға һүҙ запасы етмәне, ундай саҡтарҙа ул руссаға күсте. Хәйер, ауылдаштары, уның тиңдәштәре лә, йәшерәктәр ҙә башҡорт телендә унан яҡшыраҡ һөйләшә, тип әйтеп булмай ине. Телдәре ярлы, өҙөк-йыртыҡ һөйләмдәр менән аралаша ине ауылдаштары. Сәмиғ ололарҙың ниндәй матур, бай тел менән һөйләшкәнен хәтерләй бит, ана, өләсәһе лә йырлаған, һамаҡлаған ише һөйләшә торғайны. Әйтемдәр, образлы сағыштырыуҙар, мәҡәлдәр ҡойолоп ҡына тора ине теленән. Эйе, тамам онотҡан халыҡ үҙ телен. Артабан да шул темпта барһа,бөтөнләй онотмаҫтартимә.
Шулай ҙа, ауыл юҡҡа сыға, эскелеккә бирелгән, тип тә булмай. Бөтөнләй эсмәгән, аҡыл менән эскәндәр ҙә бар, ләкин күҙгә күберәк ана шул эскәндәр эләгә. Бигерәк тә ҡарттар, һуғыш ветерандары пенсия алған саҡта ауыл ҡырмыҫҡа ояһы ише мыжғып китә. Эшселәр, эшселәр генә түгел, колхоздағылар ҙа хеҙмәт хаҡы алғансы тип – ә уныһы бер йә ике айға һуңлап түләнә – уларҙан үтескә алып тора ла кинәнеп эсеп ала. Сәмиғ йылға буйына төшкәйне, унда йәш кенә ирҙәр ултыра. Эргәләрендә буш шешәләр тәгәрәшеп ята, ғөмүмән, яр буйлап йөрөһәң, улар аҙым һайын; малайҙар шуларҙы ташҡа бәреп вата ла һыуға ташлай,һуңынан һыу кергәндә үҙҙәре үк аяҡтарын ҡырҡа.
Ҡай саҡ урам буйлап ярһыу айғырҙа күҙенә аҡ-ҡара күренмәй Фәрит сабыпүтә. Тәҙрә аша уны күреп ҡалған һеңлеһе, Сәмиғтың үгәй әсәһен хәтерләтеп,улын әрләп ҡысҡыра, һөрәнләй, йоҙроҡ төйә. Уныһы икенсе урамда йәшәй, һылыу ҡатынды ҡаланан алып ҡайтҡан, ике балалары бар, ә һәр осраған иргә көнләй икән. Бер көн килене килеп ҡәйнәһенә зарланып торҙо.- Бөгөн төнгө өстә көтөүенән ҡайтҡан да ярһып-ҡабаланып ишек дөбөрҙәтә.Керҙе лә карауат аҫтын ҡарай, шкафты тикшерә. Әйт, хахалыңды ҡайҙа йәшерҙең, ти.
– Дүрәк, ай, дүрәк,– тип аптырай һеңлеһе.
Ике аҙна йәшәгәс, Сәмиғ тынысһыҙлана башланы – һеңлеһенең йөҙөндә, ҡараштарында, ҡыланыш-хәрәкәтендә яңы һыҙат – хафаланыу барлыҡҡа килде. Ире йөҙөн ҡарайтып йә көндәр буйы өндәшмәй йөрөй, йә Сәмиғтан оялмай юҡ-бар өсөн иң алама һүҙҙәр менән ҡатынын әрләргә тотона. Сәмиғ аңланы: тотҡарланды, ҡунаҡтың ҡунаҡлығы – өс көн, оҙаҡҡа килдеме икән ни, ҡасан ҡайтыр, тол ҡалғас, йәшәргә ҡалырға ниәтләнәме әллә, улайһа, елкәгә ултыра икән, тип уйлайҙар, ә һорарға ҡыйынһыналар.
Ә Сәмиғтың киткеһе килмәй ине. Сөнки яйлап ауыл тормошона күнекте, онотола төшкән элекке яҡынлығын тойҙо, тирә-яҡтағы тау, яландарҙың, урмандың матурлығын күрҙе, уларҙың йыр-моңон ишетте. Уны нимә көтә Мәскәүҙә?Зеленоградта? Надежда Ивановнаның еҫ-тәме осоп бөткән бәләкәй генә бүлмәме?Шкафтағы ҡаракүл тунмы? Ә ейәнсәренә бәләкәй саҡта ғына олатай кәрәк ине,үҫкәс, уның мохтажлығы бөттө.
Тыуған ауылында ул йәшлек мөхәббәте хаҡында уйламай йөрөй алманы. Хәҙер ҡарт әбейҙер инде, өләсәйҙер. Ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла бер күр ине. Һеңлеһенән һорарға ҡыймағанлыҡтан, Сәмиғ, ауыл өҫтөнә сыҡһа, юлында осраған олораҡ ҡатындарҙың йөҙөнә күҙ һалды, ләкин яҡын йөҙҙө тап итә алманы, тап итһә лә, таныманы, ахыры.
Бына бер көн промтауар магазинына инде. Алыр нәмәһе юҡ, күреү, нимә һатҡандарын белеү генә теләге. Прилавка янында ҡатын-ҡыҙ өйөлөшкән: һорай ҙар, ҡарайҙар, һайлайҙар, алалар. Шунда береһе боролоп артҡа ҡарап ҡуйҙы бит. Сәмиғҡа йөҙө таныш һымаҡ тойолдо. Улай тиһәң, ауылдағы күп йөҙҙәр таныш һымаҡ ул, әммә кемдеке икәнен теүәл генә белмәйһең. Сәмиғ таныманы,ә юраны, күңеле менән тойҙо уның Сания икәнен, хатта йөрәге лә йәш саҡтағыса һикереп киткәндәй итте. Кәүҙәгә бәләкәй, ҡураныс ҡына ҡарсыҡ, йөҙө алһыу, ундайҙарға йәш саҡта ҡан менән һөт ҡатыш тиҙәр, йомро эйәк, ауыҙ эсенә кереп торған дымлы
ирендәр, уймаҡ танау. Тештәре юҡ. Күҙҙәре ҡара. Ошо ҡара күҙҙәре аҡһыл-ҡыҙыл йөҙөндә, нисектер, ҡурҡыу-өркөү ҡатыш ҡараған һымаҡ. Сыбар яулығы ситтәренән күренеп торған сәстәре шулай уҡ ағармаған әле. Бәлки, ул түгелдер?
Ҡарсыҡ урамға сыҡҡайны, Сәмиғ уның артынан ыңғайланы.
– Сания, һинме был? Мине таныйһыңмы?
– Мин һине шундуҡ таныным,– тип яуапланы ҡарсыҡ һәүетемсә генә. Үҙе ҡарашын ситкә алды, ауыҙын усы менән ҡапланы. – Был айҙың пенсияһын оҙаҡлаттылар, һабын алырға тип килгәйнем дә. Теге магазинға барайым әле, шәкәр килтергәндәр тиме...
Сания боролдо ла китеп тә барҙы. Шунда Сәмиғ уның кейеменә иғтибар итте. Һары-ҡыҙыл-йәшел күлдәк өҫтөнән ҡуйы зәңгәр төҫтәге джемпер кейеп алған.Бындай кейемдә Надежда Ивановна йәшелсә-емеш магазинына барыуҙан да оялыр ине. Ә ауылда бата, хатта урам кейеме иҫәпләнә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары магазинғайыйынһа, ҡунаҡҡа барған һымаҡ кейенә. Күрәһең, арыу йәки яңы кейемде кешеләргә күрһәтеп ҡайтыуҙың берҙән-бер урыны (ҡунаҡҡа һирәк йөрөйҙәр, күпселектә ҡыш көнө генә) – әлеге магазин.
Күреүен-күрҙе, хәҙер ныҡлап һөйләшеү өсөн нисек тә осрашырға кәрәк. Шул хаҡта уйланып тик йөрөнө Сәмиғ магазиндағы тәүге танышыуҙан һуң. Үҫмер йөрәге зарығып типкән ҡыҙ менән бөгөнгө ҡарсыҡ араһында ҡырҡ йыл ғүмер ята. Әҙ ғүмер түгел. Шул йылдар арауығына уның Мәскәү тормошо һәм Санияның ауыл тормошо һыйған. Тормоштамы, тормошта булһа, ире кем – хәҙер, бәлки, үлгәндер ҙә – ул һорарға ҡыйынһынды. Ҡартайһа ла, тамам бөткән әбей түгел әле, алтмышы саҡ үткән.Төшкән тештәре урынына протез тештәр ҡуйҙырып ебәргәндә, олоғая башлаған урта йәштәр тирәһендәге ҡатынға әйләнәсәк. Ғәжәп, осрашҡанда Сәмиғ йәш сағындағы ише ниндәйҙер тулҡынланыу ҙа кисерҙе түгелме һуң? Эйе, кисерҙе. Тимәк, йөрәгенең тәрән бер төпкөлөндә һаман нимәлер һаҡланған.
Бер көн шулай, аҙыҡ-түлек магазины янынан үтеп барғанда, ҡаланан килеүсе рейсавтобусының туҡталыуын күрҙе. Ҙур-ҙур сумкалар тотоп өс ҡатын төштө.Икәүһе аҫҡы урамға атланы, береһе – ул Сания ине – үрге ауыл йүнәлешенә боролдо. Сәмиғ уның артынан эйәрҙе, иҫәнләште лә йәнәшәһенән бара башланы.Мәскәү ғәҙәте буйынса ауыр сумкаһын алайым тип ниәтләгәйне лә, Сания бирмәне.
– Ҡалаға барҙым. Үткән йыл ҡомалаҡ йыя алмағайным, ямғырҙарҙан һуң һыу ташып китте лә, аръяҡҡа сығып булманы,– ул, теге көн өҙөлгән һөйләшеүҙәрен дауам иткән кеүек, хәбәрен һүтеп алды ла китте. – Шуға дража алдым, туҡмас, биш шешә араҡы. Өс аҙна инде ауылға араҡы килтермәйҙәр.
Араҡы тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡарты, балалары, ейәндәре тураһында белеү теләге гел иҫендә генә торғас, һорауы уңайһыҙ булһа ла, форсаттан файҙаланып,һорап ҡалырға булды Сәмиғ.
– Ирең эсәме әллә?
– Ир юҡ минең. Күршеләрем эсә. Магазинда булмаһа, йүгерәләр ҙә миңә керәләр.
– Ә һин бирмә.
– Нисек бирмәйһең? Күрше хаҡы – тәңре хаҡы. Йомошоң төшһә, шуларға бармай, кемгә бараһың?
Сания Сәмиғтың йәнәш барыуын килештермәне, ахыры, үҙен бик ҡәтғи тотто, туҡтауһыҙ тирә-яғына ҡаранды, тороп ҡал, нишләп минең менән киләһең ул, тип әйтеп тора ине бар ҡыланышы. Ауылда ят ир менән бергә атлау элек-электән насар ҡылыҡ иҫәпләнгән. Ғаилә, ғәҙәттә, былай йөрөй: ире алдан бара,ә ҡатыны биш-алты аҙым арттан өҫтөрәлә. Йәштәр урам тулы кеше алдында үбеш кән, ҡыҙҙар эстәрен, яланғас боттарын күрһәтеп йөрөгән ҡалала тормошон үткәргән Сәмиғ бындағы тәртиптәргә ҡаршы сыға, ауыл күҙлегенән ҡарағанда, ысынлап та, үҙен әҙәпһеҙ тота ине. Ә Сәмиғтың Санияның нисек йәшәгәнен, ни өсөн кейәүгә сыҡмай ҡалғанын тиҙерәк белгеһе килә.– Ирең үлдеме ни?
– Мин иргә сыҡманым.
– Нисек… сыҡманың? Һин ауылда иң сибәр ҡыҙ инең дәһә.
– Әллә инде, – тип көлдө Сания, буш ҡулы менән ауыҙын ҡаплап.
– Һуғыштан һуң егеттәр юҡ ине, ҡайтҡаны ла ситкә олағып бөттө. Һорап килгәндәрен әсәйем оҡшатманы: йә ҡарт, йә алкаш, йә сирле тине лә кире һуғып торҙо.
– Шулай бер үҙең йәшәнеңме ғүмер буйы?
– Әсәйем үлгәндән бирле яңғыҙ инде.Бүтән бер һүҙ әйтмәй барҙы-барҙы ла, ҡапыл ситкә ҡайырылып, ҙур ғына өйҙөң ҡапҡаһынан инеп тә китте.
Ул кейәүҙә булмаған, яңғыҙы ғына йәшәй, Сәмиғ та тол ҡалды, шулай уҡ бер үҙе… Һәм ҡапыл башына уй бәрҙе: йәшлегендә яратҡан, Аллаһы Тәғәлә йәки яҙмыш менән тәғәйенләнгән, әммә үҙенең иҫәрлеге, тыңҡышлығы арҡаһында юғалтҡан ҡатын менән ҡартайған көнөндә булһа ла йәшәргә мөмкинлек бар түгелме һуң? Әгәр шуны файҙаланып ҡарағанда? Риза булһа, Сәмиғ ауылда ла төпләнә ала бит. Дөрөҫөн әйткәндә, Мәскәүҙә уны ҡолас йәйеп көтөп торған кеше юҡ, киреһенсә, ҡәнәғәт ҡаласаҡтар – бүлмә бушай. Етмәһә, шунда үлеп ҡуйһа, балалары күмеү мәшәҡәттәре менән йонсоясаҡ. Ә бында ҡәбер – буш, бер ниндәй сығымдар түгелмәй. «Барайым да ҡулымды һәм йөрәгемде тәҡдим итәйем. Һин, Надя, әгәр яҡшы ҡатын осратһаң, өйлән, тип әйткәйнең бит. Бына мин Санияны осраттым, әгәр ризалашһа, алам да ҡуям. Иҫеңдәме, мин һиңә уның хаҡында һөйләгәйнем…»Бындай уйҙарҙан Сәмиғ хатта йоҡоһонан яҙҙы.
Бер нисә көн Сәмиғ осрашыу эҙләне. Урамда йөрөнө, магазин янында уралды.Сания, ниңәлер, күренмәне, әйтерһең дә, унан йәшенде, шунан, түҙмәй, ни булһа ла булыр тип, өйөнә барырға ҡарар итте. Ҡапҡаһын ҡағыуға үҙе килеп сыҡты.
– Һаумы, Сания! Һиңә мөмкинме?
– Күрше йәнә араҡы һорап килгәндер, тип торам. Берәй эшең бармы әллә?
– Эшем юҡ… Ярамаһа, китәм.
– Ярамай, тип әйтмәнем дә. Килгәс, кер инде.
Ботинкаларын күтәрмәлә үк ҡалдырып, ул соланға инде, ҡараңғы коридорҙан үтеп, мейесле, бәләкәй генә бүлмәгә килеп керҙе. Сания йәнә бер ишекте асты, Сәмиғ уның артынан эйәрҙе. Был бүлмә лә бәләкәй ине, урамға сыҡҡан бер тәҙрәһе лә бар.Мөйөштә барабан кеүек йомро мейес, тәҙрәнең тупһаһы тиңе бейеклегендә диван ултыра. Ике бүлмә лә ифрат таҙа, зауыҡ менән йыйыштырылған, һауаһы һалҡынса һәм әле генә елләткән кеүек саф. Тағы бер бүлмә бар,Сәмиғ тыштан дүрт тәҙрәһен күргәнсә, уныһы ҙур булырға тейеш. Ул бүлмәнең ике яҡлы ишегенә ҙур булмаған йоҙаҡ эленгән. Бер кешегә өй бигерәк ҙур,күрәһең. Санияның атаһы уны оло ғаиләгә тоҫмаллап төҙөгән.
Үҙенең иҫкәртмәй-нитмәй ҡапыл килеп инеүенә Санияның аптырауын, килеүенең сәбәбен белергә тырышып, ҡаты уйға тарыуын Сәмиғ һиҙеп торҙо.
– Электр сәйнүге янып ҡуйҙы,– тип һөйләнде Сания, күрше бүлмәлә газ тоҡандыра-тоҡандыра. – Һыйыр тотмайым, һөттө күршеләрҙән алам.
– Сания, миңә сәй кәрәкмәй, әле генә эсеп сыҡтым,– тине лә Сәмиғ диванға ултырҙы. – Һөйләшәйек әле, бер етди әңгәмә бар.Сания бүлмәгә инде, ултырғысҡа сүгәләне, ҡарашы һағайыулы, өркәк.
– Йә, нисек йәшәйһең, Сания?
– Күреп тораһың, ошолай инде.
– Яңғыҙыңа ауырҙыр бит?
– Өйрәнелгән…
– Ә мин бер ҙә өйрәнә алмайым. Үткән йыл ҡатыным үлде. Мәрйә ине, бик яҡшы ҡатын булды. Нимә уйланым мин: беҙ бер-беребеҙҙе йәштән беләбеҙ, һин яңғыҙ, мин яңғыҙ, ҡушылайыҡмы әллә?
Оҙаҡ өндәшмәй ултырҙы Сания.– Ярар һуң… Ауылда йәшәргә ҡалһаң. Закон буйынса булһа…
– Бөтәһе лә закон буйынса. Никах, яҙылышыу. Ауылда ҡалам, – тине Сәмиғ ҡабалана-ҡабалана. Үҙе Санияның шулай тиҙ ризалашыуына аптыраны, – ҡатындың үлеме тураһында справка ғына юҡ янымда. Һуңынан барып алып ҡайтырмын.
– Мин ҡағыҙ тураһында әйтмәйем. Йола, ғөрөф-ғәҙәт буйынса, тим.
– Ул турала һүҙ ҙә юҡ. Бөтәһе лә йола буйынса буласаҡ.
Никахты, ауылда хәҙрәт булмағанлыҡтан, дини йолаларҙы үтәгән Юламан мулланың улы Мәхмүт ағай уҡыны. «Кейәү егете» булғас, Сәмиғ яңы костюм кейҙе, галстук таҡты, Сания ла өр-яңынан кейенде. Кейәүе менән һеңлеһе, күршеләр, тағыниндәйҙер әбейҙәр йыйылды никахҡа. Һуңынан итле һурпа һемерҙеләр, варенье менән сәй эстеләр – бөтәһе лә боронғоса, йола, ғөрөф-ғәҙәт ҡушҡанса уҙҙы.
Шулай итеп, Сәмиғ икенсегә өйләнеп ҡуйҙы. Егет сағынан яратҡан, хыялланған, йөрәге теләгән затҡа өйләнде. Һеңлеһенән иң кәрәкле кейем-һалымы һалынған сумаҙанын, электр ҡырынғысын, теш таҙартыу щеткаһын алып килде,һәм ул – өйҙә. Кисен Сания уға урынды тәҙрә янында торған диванға һалды, үҙе мейес ултырған бәләкәй бүлмәләге тимер карауатҡа ятты.
– Сания, нишләп айырым һалаһың?– тип аптырап һораны Сәмиғ. – Никах уҡығас, беҙ ир менән ҡатын түгелме ни?
– Мин бер ҡасан да ир менән йоҡлағаным юҡ,– тип яуапланы Сания. – Һиңә өйрәнергә кәрәк әле тәүҙә миңә.
Төнө буйы өйрәнде. Ниндәйҙер ҡатын менән яратышабыҙ, имеш, тип таң алдынанҡаны ҡыҙып уянып китте Сәмиғ. Ул эсмәне, ҡанын тәмәке менән ағыуламаны, ваҡытында эшләп, ваҡытында ял итте, шунлыҡтан ирлек ҡеүәтен ошо йәшенә тиклем һаҡлай алды. Йөрәгендәге тромбыһы ҡуҙғалып ҡуйыр, тип һуңғы йылдарҙа Надежда Ивановнаға ла ҡағылманы. Яратҡан кешеһе эргәһенә ятҡас ни, теләге тоҡанды ла китте шул. Дивандан тороп, Санияның одеялы аҫтына сумды. Сания тертләп уянды ла «ой» тип ҡысҡырып ебәрҙе, Сәмиғ, дәрт-ҡеүәте ташып, уға йылы һүҙҙәр әйтте һәм тәжрибәле ҡулдары менән уның тәненә ҡағыла, һыйпай, иркәләй башланы. Сания ҡаршылашманы, устары менән йөҙөн генә ҡапланы…
Иртәгәһенә Сәмиғ үҙен ҡәнәғәт, ғорур йәш кеше итеп тойҙо. Әтеүсә, булдырҙы бит! Ҡатыны өй-йорт мәшәҡәттәре менән йөрөй, ихатаға сығып тауыҡтарына ашарға һибә, улар менән һөйләшеп тә ала. Янып торған ҡара күҙҙәре Сәмиғтың күҙҙәре менән осрашһа, оялып, ситкә тайшана һала, ә ул, ирәйеп, һаман уның күндәм тәнен, төнгө ҡыланыштарын уйлап ята. Йөрөүендә ниндәйҙер ғәм, ихласлыҡ бар, сибәрлеген дә һис ташламаған, тик бына яңы тештәр генә ҡуйҙырып алғанда…– Һин һаман да сибәрһең әле, Сания.
– Тапҡанһың сибәрҙе. Тешһеҙ әбей, тиң.
– Мәскәүгә барырбыҙ ҙа пластмасса тештәр ҡуйҙырырбыҙ, модалы эшләпә алып бирермен. Һиңә ирҙәр ашарҙай булып артыңдан ҡарап ҡаласаҡ әле.
– Юҡты һөйләмә.
Мунсаға барҙылар. Надежда Ивановна менән Сәмиғ бер ҡасан да бергә йыуынманы. Ваннала арҡаһын ышҡыуҙы иҫәпләмәгәндә... Баҡсаларында мунса ултыртырға хыялланғайнылар ҙа, өлгөрмәнеләр. Шуға ла ҡатын менән ауыл мунсаһында йыуыныу Сәмиғ өсөн үҙе бер яңылыҡ ине…
(Дауамы бар).