Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
20 Июнь , 01:05

ТҮҘӘМ

ТҮҘӘМТҮҘӘМ
ТҮҘӘМ

Йәй, юрғалап, үҙе килеп инде
Һин ебәргән сәскә-гөлдәр менән.
Осрашыуҙан йөҙәр көндәр уҙған,
Ҡосағыңдан йылы һаман һиҙәм.

Миҙгел менән миҙгел алмашына,
Көҙө — ҡышҡа, ҡышы — яҙға табан.
Яҙһылыуы пәлтәләрен сискән,
Йәй иңенә йәшел яулыҡ япҡан,
Күрешергә юл асылмай һаман...

Гөлләмәләр генә ишеҡ шаҡый,
Һәр ай һайын илтә сәләмеңде.
Ҡосҡанымда ошо сәскәләрҙе
Ҡосаҡлайым кеүек мин үҙеңде.

Йәй, юрғалап, үҙе килеп инде
Көлөп торған сәскә-гөлдәр менән.
Улар көлгән өсөн мин дә көләм,
Ни эшләйһең, бер сара бар — түҙәм.

Айгөл Ғәбитова. 

Автор:
Читайте нас