

Бер - береһен өҙөлөп һөйгәндәрҙе
Ғәйбәт уттарына һалмағыҙ.
Ҡағылмағыҙ, зинһар, бысратмағыҙ,
Һөйөү бит ул - сафлыҡ, аңлағыҙ.
Ҡушымта:
Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ,
Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ.
Бөгөн мин бәхетле, иртәгә һин,
Балҡып торһон барыр юлығыҙ.
Кеше һүҙе кеше үлтерә тиҙәр,
Был һүҙ бик хаҡ, дөрөҫ әйтелгән.
Үлгәндәр бит кире ҡайталмайҙар,
Әйткән һүҙгә һуңлап үкенмә.
Муса Смаков көйө, Рәмзинә Тимерова һүҙҙәре