

Ҡарағайҙы ҡолаттылар,
Торманылар һис бер аяп.
Ул йығылғас урынында
Ҡалды төпһә, ҡалды таяҡ.
Ҡарағайҙы ҡолаттылар -
Ул урманда берәү ине,
Йәш үҫенте ағастарға
Таяныс һәм терәү ине!
Дауылдарҙа ҡалҡан булған
Ундай ағас үҫә һирәк,
Ул йығылғас урындарын
Баҫып алды тал да тирәк.
Ә илде һуң кем ҡурсалар,
(Арта бара шөбһәләрем,
Күргән һайын урмандарҙа
Ҡарағайҙың төпһәләрен...)?!
Тал да тирәк әрһеҙ инде,
Ҡайҙа ғына юҡтар улар
(Шыйыҡ талдан һуйыл эшләп,
Халҡыбыҙҙы һуҡтыралар!)...
Берҙән-бер көн минең дә баш
Оҙатылһа Кроношпанға,
Кемдер әйтер: "Батыр ине!",
Кемдер әйтер: "Алдашҡанға!"
Яла яғып маташырҙар,
Ундай халыҡ ялағай ныҡ,
Тик шыйыҡ тал үрсей алмай,
Үҫкән ерҙә ҡарағайлыҡ!
Түрҙәгеһен ҡолатһалар,
Төпкөлдәрҙә бар ағайҙар!
Бейек тауҙың үренә лә,
Ил-йортобоҙ түренә лә
Ултыртайыҡ ҡарағайҙар!
Ултыртайыҡ ҡарағайҙар!!!
Зөлфиә Ханнанова.